

Йомшаҡ бесәй
Әкиәт
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың өйҙәрендә сысҡандар шул тиклем күбәйеп киткән. Хужалар сәй эсергә ултырһалар, сысҡандар ашамлыҡтарҙы алып ҡаса, йоҡларға ятһалар, түшәктәренә менеп, ҡойроҡтары менән танауҙарын ҡытыҡлап, уяталалар икән. Әбей менән бабайҙың тамам теңкәләрен ҡоротҡандар, ләкин улар сысҡандарҙан ҡотолоу юлын тапмағандар, ти.
Бер көндө бабай урманға утын әҙерләргә киткән. Ул күп итеп утын ҡырҡҡан да ашьяулығын йәйеп, ашарға ултырған, ти. Ҡулына йомшаҡ ҡына йән эйәһе ҡағылғанға ҡараһа, балакас кенә хайуан мыяулап ебәра. Бабай "бес", тип уны ҡыуып ҡараған, хайуан китмәгән, һаман иркәләп йөрөй биргән. Ул хайуанға бесәй тип өндәшеп һыйпаған, уға ит, икмәк ашатҡан. Ашап алғас, бабай йоҡоға тала. Йәнлек уның эргәһенән урын ала.
Бына бабай ҡайтырға йыйына башлай. Йомро йән эйәһе бабайҙың күҙенә ялтыр күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарағас, уны өйөнә алып ҡайтырға була. Тиҙҙән улар ҡайтып етәләр. Өйгә инеүе була, хайуан еҫкәнеп йөрөй башлай. Сысҡандар тишек-ярыҡҡа ҡаса башлаған. Бесәй уларҙы "һә" тигәнсе тотоп алған. Бабай менән әбей бесәйҙең йылғырлығына һоҡланған. Шулай итеп бабай менән әбейҙең йоҡолары, тамаҡтары туйып, күңелдәре көр булып киткән. Шунан башлап бесәйҙәр кеше менән өйҙә йәшәй башлағандар.
Фатима Дәүләткилдина,
Байым мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.
Етәксеһе-Вәлитова Лилиә Ишбулды ҡыҙы