Конкурстар
16 Октябрь 2023, 14:47

Рәхимә Ғәйетбаева

#Һаҡмар_конкурс А.Тажетдинов исемендәге конкурста ҡатнашыусы конкурсантыбыҙ Буранбай ауылынан мәғариф ветераны Рәхимә Ғәйетбаева. Тормошсан да, тәрән мәғәнәле шиғырҙарҙы сайттан уҡығыҙ.  

Рәхимә ҒәйетбаеваРәхимә Ғәйетбаева
Рәхимә Ғәйетбаева

Рәхимә Ғәйетбаева

Уҡытыусым!

Онотолған уҡытыусы булмай,

Уҡытыусы һәр саҡ күңелдә!

Һеҙгә булған оло рәхмәтебеҙ

Бергә бара ғүмер күгендә!

 

Беҙгә тоҡандырған осҡоноғоҙ

Дөрләп янды,һис тә һүнмәне!

Һеҙҙең белемегеҙ,тәрбиәгеҙ,

Күңел түребеҙҙән китмәне.

 

Бары күбәйҙе лә, ишәйҙе лә

Тапшырылды килер быуынға!

Изге йылмайыуҙар йөҙөгөҙҙөң

Булды һәр саҡ күҙем алдында!

 

Бөгөн һеҙҙе байрам менән ҡотлап,

Матур шиғыр юлы яҙабыҙ.

Оҙон ғүмер һәм дә һаулыҡ теләп, 

Сәләмдәр ебәреп ҡалабыҙ!

****

Туған телем - тормош юлдашым!

 

Сабый саҡтан юлдаш миңә телем!

" Әсәй" тиеп телем асылған.

Телем аша мин донъяны күрәм,

Һәр бер өнө балға мансылған.

 

Туған телем! Һин минеке генә!

Минең телдә елдәр серләшә.

Бары,туған телкәйемдә генә

Ҡоштар  шундай матур һөйләшә!

 

Эй, ҡөҙрәтле, һутлы телем минең,

Һулар һауам,эсер шишмәм, һин.

Йөрәгемдең татлы тойғоларын

Аңлатырлыҡ гүзәл телем, һин!

 

Туған телем - әсәйемдең теле,

Ата - бабаларым мираҫы!

Йәшә мәңге,һис юғала күрмә,

Ғүмеремдең тоғро юлдашы!

****

 

Мин ҡайтамын

 

Мин ҡайтамын һиңә, Атайсалым,

Йәмле йәшел йәйҙәр килгәндә!

Шау биҙәкле хәтфә болондарға

Ҡояшлы, ямғырлы көндәрҙә.

 

Аҡ ҡайындың йоҡонан уянып,

Йәшел сәсен үргән сағында,

Һандуғастар моң таратҡан мәлдә

Ҡайтып төшөрмөн мин тағын да.

 

Мин онотмам һине, йомарт көҙөм

Алтын биҙәктәргә күмгәндә.

Йәки илаҡ ямғыр барһын йыуып,

Сағыу көйәнтәһен элгәндә.

 

Ап - аҡ ҡыштар етеп, аҡ юрғанға

Төрөп ҡуйған саҡта еремде.

Ҡайтам - ҡайтам һиңә, Атайсалым,

Егеп алып ярһыу дөлдөлдө.

 

Һиндә тыуҙым,һиндә буй еткерҙем.

Һиндә үтә ғүмер ағышым.

Күңелем - уйым һәр саҡ һинең менән 

Һинән айырмаһын яҙмышым!

****

 

Нимә ул бәхет?

 

Ҡатын -ҡыҙға һорау бирҙем:

"Нимә бәхет, һинеңсә?"

Һәр кем һис тә уйлап тормай,

Яуап бирҙе үҙенсә.

 

 Яуаптар төрлөсә булды:

Әммә бер үк йөкмәтке.

Төрлө яуаптар булһа ла

Барыһы ябай, хикмәтле.

 

"Кемдер өсөн янып йәшәү - 

Бәхет бит ул, ҙур бәхет!

Үҙеңдең ҡыйығың булып,

Ғәиләң булһа, ҙур бәхет!

 

Яратҡан эшеңә көн дә,

Осар ҡоштай ашыҡһаң,

Һәм дә арып ҡайтҡан саҡта

Ғаиләңдә ял тапһаң,

 

Ошо бәхет минең өсөн:

Өйҙә тыныс һәм яҡты.

Бергә булғас,киске аш та

Телде йоторлоҡ татлы.

 

Бөтәһе лә иҫән - һауҙар,

Шомланырлыҡ бер ни юҡ,

Мин бәхетле был донъяла,

Унан да ҙур бәхет юҡ!"

 

Бына шундай һүҙҙәр булды,

Яуаптар күп, төрлөсә.

Ҡатын - ҡыҙҙың һәр береһе

Бәхетле, тик үҙенсә.

 

Ҡараңғы, тын, көн хушлаша

Бүлмәлә тик һүрән ут.

Ҡатын - ҡыҙ ғына йоҡламай,

Һаман ятмай - эше күп.

 

Ул бәхетле, сөнки уның

Күңелендә тыныслыҡ.

Барыһы өйҙә, барыһы йоҡлай!

Тышта илерткес тынлыҡ…

****

 

Йырҙар йырланһын!

 

Күпме йөрәктәрҙе яулай икән

Хоҙай биргән моңло был тауыш?

Әйтерһең дә, йыһанға тарала

Сәхнәләрҙән килгән моң - һағыш?

 

Йырсы үҙе аңлай микән беҙҙең

Күңелдәрҙә буран ҡупҡанын?

Ярһыу йөрәктәрҙең төпкөлөндә

Утлы ҡуҙҙың көйрәп ятҡанын?

 

Йырҙың моңо беҙҙе илертә лә

Яраларҙы өрөп уңалта.

Тормош төпкөлөнә алып китеп,

Яңы замандарҙы  уралта.

 

Йырҙы көйләй ҡурай тауыштары,

Әйҙәй, моң - һағышты тыңларға.

Күңел ҡылын һулҡылдатҡан һүҙҙәр

Әйләнәләр моңло йырҙарға.

 

Яңы кисерештәр ҡосағында

Бар теләгем - ҡат - ҡат тыңларға!

Йыр бит күптән тынған, тик мин һаман

Бирелгәнмен тәрән уйҙарға.

 

Йырсы илткән ошо моңло йырҙар 

Беҙҙең күңелдәргә тынмаһын!

Халҡым йөрәгенән сыҡҡан йырҙар

Сәхнәләрҙә мәңге йырланһын!

Башҡорт йыры мәңге тынмаһын!!!

 

Рәхимә Ғәйетбаева.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас