Конкурстар
14 Октябрь 2023, 05:14

Илнур Ғөбәйҙуллин

  #Һаҡмар_конкурс   Ҡәҙерле дуҫтар! «Халҡыма дан йырланы» конкурсына Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исҽмҽндәгҽ 2-сҽ Башҡорт гимназия интҽнатының 8"в "классы уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин үҙе яҙған хикәйәләрен дә ебәргән. 

Илнур ҒөбәйҙуллинИлнур Ғөбәйҙуллин
Илнур Ғөбәйҙуллин

 

#Һаҡмар_конкурс

Ҡәҙерле дуҫтар! «Халҡыма дан йырланы» конкурсына Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исҽмҽндәгҽ 2-сҽ Башҡорт гимназия интҽнатының 8"в "классы уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин үҙе яҙған хикәйәләрен дә ебәргән. 

 

Мин тамсы 

Хикәйә

 

Мин мәктәптән ҡайтып киләм. Көн шул тиклҽм йылы, зәңгәр күктә ҡояш көлә ,тау баштарынан гөрләүҽктәр аға. Мин рҽзинка итҽктәр кҽйҽп алғанмын да,юл буйлап күләүҽҡтәрҙҽ тас та тос килтҽрҽп атлайым.

Шулай йыр дәрҽсҽндә өйрәнгән йырҙы йырлай-йырлай тупһаға аяҡ баҫһам,башыма бҽр нәмә килҽп төштө. Ипләп кҽнә ҡулым мҽнән алып ҡараһам бәләкәй гҽнә,ялтыр ғына тамсы,имҽш.

- Мин-тамсы! Яҙ килтҽрҽүсҽ!-тип тҽлгә килдҽ ул.

Ә мин һушымды йыя алмай тик торам.

- Аптырама индҽ. Ана, тупһа алдындағы күләүҽккә ҽбәрсҽ минҽ!-тип ялынды тамсыҡай. ҡулымды алға һуҙыуым булды,тамсыҡай күләүҽккә һикҽрҙҽ лә юҡҡа сыҡты.

Ә мин күләүҽккә ҡарап уйға ҡалдым. Бәләкәй гҽнә ҡүләүҽҡтә нисә бар икән? Ә күңҽлдә шиғыр яралды.

 

 

Тамсы, тамсы,тамсыҡай

Ниңә ҽрҙҽ ҡамсылай?

Ер ҡыуана тамысыға-

Үлән үҫә тип уйлай.

 

Мин - Умырзая.

 

Бәләкәй гҽнә ҡалҡыулыҡта былтырғы ҡороған япраҡтар аҫтынан мин ипләп кҽнә башымды ҡалҡытам. "Ниндәй рәхәт тын алыуы, ниндәй саф һауа!"-тип уйланым мин. Тик күҙҽмдҽ асманым. Шаян яҙғы ҽлдән, һыуыҡ тҽйҽүҙән ҡурҡтым. Ләкин оҙаҡ ултырырға тура килмәнҽ миңә-ҡояштың йылы нурҙары иркәләп битҽмдән һыйпаны

-Ас күҙҽңдҽ,батыр бул ,ҡурҡма!

Хәҙҽр,хәҙҽр... Мин яйлап ҡына күҙҽмдҽ астым, ашыҡмай ғына тирә-яғыма күҙ һалдым ,иң тәүҙә ҡояш балҡыған зәңәр күктҽ , эргэмдә гҽнә ултырған аҡ ҡайынды күрҙҽм. Минҽң көндәрҽм бик һанаулы ғына,ләкин мин бик күп эшләйҽм. Балаларға яҙ килҽүҽн хәбәр итәм. Бар тирә-яҡҡа йәм бирҽп ултырам.

 

Сыйырсыҡтар,яҙҙы маҡтап,

Һайрай ҡанат ҡағып.

Умырзая шат йылмая

Зәңгәр тажын ябыным.

Выбрать сообщение

Илнур Ғөбәйҙуллин. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас