+24 °С
Ямғыр


Йәйҙе алмаштырып,
Көҙҙәр етте.
Беҙҙе алдаштырып,
Нурҙар һипте.
Йәй оҙаҡ булһасы,
Йәмле ерҙә.
Яратам йәйге көндө,
Айлы төндө,
Сәскәләрҙең еҫтәрен,
Ал төҫтәрен.
Көҙ килмәй торһасы,
Һағыш йөҙҙә.
Миҙгел алмаштырып,
Ғүмер үтә.
Йылдар атланышып,
Ваҡыт һүтә.
Үткәндәр бәғерҙе
Өтөп үтә.
Беҙ һүткән төргәкте
Балалар һүтә.
Ҡыуанып һәр көнгә,
Ғүмер итәйек.
Тормош миҙгеленә
Ғорур инәйек.
Ололар көнө менән
Тәбрикләйем барығыҙҙы.
Тәүфиҡ һирпеп гелән,
Тормош юлынан барығыҙ.
Балаларҙы хәстәрләп,
Йәшәйһегеҙҙер өлтөрәп.
Изгелек өләшәһегеҙ,
Иман нуры сәсәһегеҙ.
Ғорур алға атлағыҙ,
Артҡа ҡарап уфтанмағыҙ,
Хәсрәттәрҙе ташлағыҙ,
Бирешмәгеҙ, туҡталмағыҙ!