+24 °С
Ямғыр


Мөхәмәдйәнова Илгенә
Өләсәйем
Өләсәйем минең матур,
Йылмая ҡояш төҫлө,
Йөҙөндә гел уйнай бит нур,
Бирешмәй ул бик көслө.
Сәсе оҙон,ҡара төҫтә,
Күҙе муйылдай ҡара.
Керпеге бөгөлгән өҫкә,
Ҡашы ҡыйылып тора.
Ҡулдары уның алтындан,
Эшләп ҡуя бар эште.
Һөйә ул мине арҡамдан,
Супылдап үбә битте.
Ярата һине әсәй,
Һинһеҙ аҙға ла түҙмәй.
Оҙаҡ йәшә өләсәй,
Ҡайғыны бер ҙә күрмәй.
Мөхәмәдйәнова Илгенә,
Байым мәктәбенең 5-се класы уҡыусыһы.