Конкурстар
13 Октября 2023, 12:30

Ансар Рамазанов

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙ М.Байымов исемендәге Байым мәктәбенең уҡыусыһы булыр. Ансар Рамазанов әле 5-се класта уҡып йөрөй. Беҙгә ул бесәй тураһындағы шиғырын ебәргән. Әйҙәгеҙ, беҙ уны бергәләшеп уҡыйыҡ. 

Ансар РамазановАнсар Рамазанов
Ансар Рамазанов

Ансар Рамазанов

Бесәйем

Мин бесәйемде яратам,
Ул йомшаҡ, һары төҫтә.
Ул да мине бик ярата,
Сысҡан тотоп алып килә.
Ул күп йоҡларға ярата,
Бик тә матур шул саҡта.
Мин һауытына һөт ҡойһам,
Ҡалдырмай ул, ҡуя ялап та.

****

Атайыма

«Атайлы ул - арҡалы»,
Утын ярабыҙ бергә,
Бысҡы тотоп бысабыҙ,
Соҡор ҡаҙабыҙ ергә.
Атайыма ҙур рәхмәт,
Уның менән бик рәхәт.
Һин беҙгә гел дә кәрәк,
Булып өйгә ҙур терәк.

Ансар Рамазанов, 

Байым мәктәбенең 5-се класы уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас