

Башҡортостан -- гүзәл ил!
* * *
Башҡортостан -- гүзәл ил!
Һоҡланғыс тәбиғәтле,
Йөҙҙән артыҡ милләтте
Үҙенә һыйҙырған ил!
Бөтә Рәсәй иленә --
Миҫал булған татыу ер!
Ғашиҡ булып илемә,
Халыҡтар тартылған ер!
Алтын, көмөш, баҡырға,
Һәммә аҫыл таштарға,
Төрлө яғыулыҡтарға,
Тау, ялан, урмандарға
Бай ил, ул -- Башҡортостан!
Кем һиңә һоҡланмаған?!
Быуаттар буйы, һаман,
Йырлай халыҡ, һиңә -- дан!
****
Һаҡла данлы ата-бабаларыбыҙ илен!
*. *. *
Башкорт һаҡлап үҙ илен
Нисә быуат ҡан ҡойған!
Яҡлап, тыуған ер өсөн,
Күпме халҡым ҡырылған!
Батырҙарыбыҙ ҡаны
Изге тупраҡҡа һеңгән!
Еребеҙ сәскә атһын --
Киләсәк тора һинән!
Һаҡлайыҡ башҡорт телен --
Матур, әсәбеҙ телен!
Ата-бабалар илен!
Ожмахтай башҡорт ерен!
****
Тыуған яҡ
Эй, тыуған ер! Эх, тыуған яҡ!
Донъялағы иң изге яҡ!
Үҙәккәйҙе өҙөлдөрөп,
Һәр саҡ үҙенә тартҡан яҡ...
Илде арҡылы-буй гиҙеп,
Сит донъяға хайран ҡалып,
Сикһеҙ Рәсәй киңлегендә
Күп сәфәр ҡылдым, һоҡланып.
Ят ерҙәр һоҡландырһа ла --
Йылындырманы күңелде!
Тик, гел һағынып йөрөлдө
Уйнап үҫкән үҙ яғымды!
Матур булһа ла сит-ят яҡ,
Юҡ, иретмәне йәнемде!
Башҡа ергә алыштырмам
Гүзәл Башҡортостанымды!
* * *
Венера Баһауетдинова.
Беренсе Төркмән ауылы.