

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! "Халҡыма дан йырланы" конкурсына килгән эштәр менән артабан да таныштырабыҙ. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия интенатының 8-се "В"классы уҡыусыһы Гөбәйҙуллин Илнур Бильяр улы ил, тел тураһындағы шиғырҙары менән ҡатнаша.
Илнурға уңыштар теләйек!
Минең телем
Туған телем-ғәзиз телем,
Атам-әсәмдең теле.
Хазиналар араһында
Һин бит иң-иң кәрәге.
Телем менән ғорурланам
Ул -ҡәҙерле ҡомартҡы.
Телен илен хөрмәтләнгән
Юлы булыр гел яҡты.
Телде данлай йырсылар,
Шағирҙар, яҙыусылар.
Телем, илем йәшәһен тип
Яуға сапҡан батырҙар.
Туған телем ҡәҙерлем,
ҡоромаҫ шишмә булһын.
Халҡыбыҙҙын бай тарихы
Туған телдә яҙылһын!
Һәр милләтең үҙ теле бар
Туған башҡорт телебеҙ.
Һөйләшһендәр, уҡыһындар
Һәр кеше үҙ телендә.
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ,
Һатылмайыҡ яттарға.
Халҡымдың тере шишмәһе
Ул-беҙҙең ҡулыбыҙҙа!
***
Башҡортостаным - илем
Башҡортостан-минең тыуған илем,
Гүзәлдәрҙән-гүзәл төйәгем.
ҡайҙа ғына барһам да мин,
Һиңә тарта минең йөрәгем.
Матур тәбиғәтле ерҙәрҙә
Тыуғанға мин ҡыуанам.
Ата-бабалар булған илем менән
Мин бик тә ғорурланам.
***
Ғорурланам
Туған телем минең өсөн
Моңло ла һин, яғымлы
Башҡортостан тыуған илем,
Һөйәм тыуған яғымды
Яратам мин үҙ телемде,
Йырлайым башҡорт йырын!
Үҙ итәм мин оҡшай миңә
Оҙон көй ҡурай моңо.
Ғорурланам, ҡыуанам мин
Ошо ерҙә тыуғанға.
Башҡорт телендә һөйләшәм
Шатмын башлорт булғанға!
Илнур Ғөбәйҙуллин.