Конкурстар
5 Октябрь 2023, 11:47

Әкрәм Ҡәйепҡолов

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Икенсе Этҡол ауылынан сәсән телле конкурсантыбыҙға лайктар ҡуйырға ашығайыҡ. Әкрәм Ҡәйепҡоловтың шиғырҙары бер яҡтан тыуған ергә дан йырлаһа, икенсе яҡтан әсе генә итеп төрттөрөп тә ала. Мотлаҡ сайтҡа үтеп уҡып сығығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ! 

Әкрәм ҠәйепҡоловӘкрәм Ҡәйепҡолов
Әкрәм Ҡәйепҡолов

Әкрәм Ҡәйепҡолов

ДАНЫ ҠАЛДЫ

Раһай тауы, Таулы буйы,
Аҡ балсыҡ һәм Ҡойсағы.
Азамат ағай үҫкән төбәк,
Байымда бала сағы
Ҡайтҡан һайын Раһайҙан
Ҡараны Барҙымсаны.
Тауҙан ҡарап иҫләгәндер,
Әсәһе менән бергәләп
Бесәнгә барған сағын.
Зирәк малай тыңлап үҫте,
Ҡарттар һөйләгән һүҙҙе.
Үткәндәрҙе тыңлағанда
Йондоҙҙай янды күҙе.
Оло быуын аманатын
Еткерҙе ул халыҡҡа.
Үҙе китте, даны ҡалды
Тарихсы, тип халыҡта. 

***

ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА

Алһағыҙ мине өйөргә
Ихлас килеп ҡушылам.
Бәйгеләрҙә сапҡаным бар,
Сығам тағы ҡушҡуллап.
Ҡарт алаша йәш тайға
Эйәрә тигән халыҡ.
Ярһыу йәшлек минең ҡанда,
Әйҙә алға, кем алыҡ?
Тыуған ауылым Этҡол,
Нуғай-Бөрйән араһы.
Алдар батыр, Хәмит сәсән,
Хажиәхмәт Унасовтан
Беҙгә фәһем алаһы.
Көнсығышта Биләндек,
Сәләм бирә Ирәндек.
Үҫкән ерем Уралтау,
Тирә-яғым урман-тау.
Атым булыр Бәләкәс,
Үҙем һәр-саҡ көләкәс.
Донъя гиҙәм, мин һәптән,
Шөкөр, һаулығым шәптән.

( Бер әйтештә БӘЛӘКӘС псевдонимы менән ҡатнашкайным)

 ТӨШӨРМӘГЕҘ ИҪКӘ

(Азамат ағай минең уҡытыусымда, кәңәшсем дә, ағайым да, дуҫым да булды)

Ҡыуалап та килгәс аҡ ҡыштар,
Йылы яҡҡа осто аҡҡоштар.
Күктә яңғырайҙар һорнайҙар,
-Һау булығыҙ!
Китә торналар.
Аҡлыҡ-паҡлыҡ килә аҡ ҡышта,
Кәфенлек тә була аҡ төҫтә.
Күп дуҫтарҙы йыуып оҙаттым,
Төшөрмәгеҙ әле Ах, иҫкә,
Улар килә янға тик төштә,
Тик төштә.

***

КҮҢЕЛЕМДЕҢ СЫУАҠ МӘЛЕ

Бөҙрә түгел, һары талдың
Ялбыр башы.
Сәс туҙҙырып йүгереп килгән
Ҡыҙҙың башы.
Йәмһеҙ тимә, еректең дә
Үҙ һағышы.
Япраҡтары ҡыштырлауы,
Һыу ағышы.
Эҫе селлә, ҡойма ямғыр
Йәйҙең йәме.
Һалҡын ҡышта танһыҡ йәнгә
Әрем тәме
Йылы әбейҙәр сыуағы
Көҙөн йәмле.
Көҙөм етте, күңелемдең
Сыуаҡ мәле.

***

ӨЛГӨРГӘН ЕМЕШТӘРЕ

Йәшлегемдә үтеп китте,
Ярһыу күңелем шымған.
Биләүҙәгеләр клубта,
Быуындар алышынған.
Кәкүк тауыштары ла юҡ,
Һандуғастарҙа тымған.
Йөрәгемдә ҡоштар ҡуныр
Талдың ботағы һынған.
Йәшлек сәскәләре н ҡойған,
Өлгөргән емештәре.
Емештәрҙең орлоғонда
Бар минең өлөштәрем.
Әкрәм Ҡәйепҡолов. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас