Конкурстар
4 Октябрь 2023, 06:24

Гөлзифа Исрафилова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Иҫәнбәт ауылынан бик шәп шағирәнең шиғырҙарын уҡырға ихлас әҙерләнегеҙ. Тормошҡа рәхмәтле булып, тәбиғәткә һоҡланып йәшәгән Гөлзифа Исрафилованың шиғырҙарын сайтҡа үтеп уҡығыҙ.  Гөлзифа апай өсөн лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтарыбыҙ! 

Гөлзифа ИсрафиловаГөлзифа Исрафилова
Гөлзифа Исрафилова

Гөлзифа Исрафилова. 
ҠОЯШ БҮЛӘК ИТ
Шатлыҡ бүләк итһәң,
Ит ихластан-
Изгелегең хаҡын һорама.
Башҡаларға шатлыҡ өләшеүҙән
Үҙ күңелең күге нурлана.

Үҙ кәйефең көйләп,
Кешеләрҙең
Күңеленән ҡояш урлама!
Үҙ - үҙеңде ҙурлап, осонһаң да
Башҡаларҙы аслан хурлама.

Кешеләрҙең рәнйешенән
Һаҡлан.
Изгелегең баҫыр һинең
Һаҡҡа.
Һинең яҡшылыҡтан,
Күрәһеңме,
Бәндә күңелендә
Ҡояш ҡалҡҡан!
PS. Шул ҡояшты ҡаплап ҡуйма-
Изгелегең хаҡын юйма.

* * *

ТОРМОШ МЕНӘН ДИАЛОГ
Һин бит, тормош, сабый саҡтарымда
Йомшаҡ бишегеңдә тибрәттең.
Яланаяҡ килеш, бер хәсрәтһеҙ
Бәпкә үләнеңдән югерттең.

Үҫкәс инде, бер ҙә йәлләмәнең-
Балтырҙарҙы өттө кесерткәнең.
Дауа һонғандары булмаһа ла
Сәпәкәйләп торҙо үс иткәнең.

Шампан шарабына ымһынғанда
Дуҫ тигәндәр һондо ағыуын.
Уртым өтөлһә лә уф тимәнем,
Һиҙҙермәнем эсем яныуын.

Дуҫтар тиеп, тәғәм бүлешкәндәр
Иткән ваҡытта ла хыянат,
Күңелемдә үсте үрләтмәнем,
Сығарманым һис тә яманат.

Рәхмәтлемен, тормош, мәктәбеңә-
Ауыҙ иттергәнгә һәммәһенән.
Изгелеккә әйҙәп доғам аҡһын
Бәндәләргә күңел көмбәҙемдән.

Тормош мәктәбенең һабаҡтары
Күпкә ҡатмарлыраҡ һәм ауыр.
Кешелеген һаҡлап ҡалған ғына
Һынауҙарҙан лайыҡ сыға алыр.

* * *

КӨҘ ИНДЕ
Көҙ инде, көҙ...
Килеүҙәре таныш.
Йөҙөнә лә һары югергән.
Барлыҡ булмышынан тәрән һағыш,
Һап - һары моң ергә түгелә.
Көҙ көҙ инде тимә,
Сибәрлеге лә бар,
Ҡупшылығы, көйәҙ ҡатындай.
Биҙәктәре сағыу, әллә ҡайҙан
Һары ялҡын булып ялпылдай.
Көҙ инде, көҙ, ана
Балан ҡыуағының
Сикәләре уттай ҡыҙарған.
Мышары ла, алһыу йөҙөн эйеп,
Көҙҙөң моңдарына сорналған.

Көҙ инде, көҙ.
Дорфа һалҡынлығы...
Ҡыҙыу түгел инде ҡосағы.
Ялҡындары менән өтә алмаҫ,
Һүрәнләнгән көҙҙөң усағы.
Гөлзифа Исрафилова. 

Иҫәнбәт ауылы 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас