Шиғриәтем
Доғаларым менән нурландырам
Шиғриәтле ижад донъямды.
Бисмиллалар менән ҡулға алам
Һәр бер тыуған шиғыр-баламды.
Изге теләк менән оҙатамын –
Фатихалы бала хур булмаҫ!
Әҙәбиәт атлы ҡар(а)урманда
Үҙ юлдарын табыр, юғалмаҫ!
Шиғырҙарым – рухи байлыҡтарым,
Йөрәк ярып сыҡҡан хазинам!
Алтын эҙләр мәғдәнселәр ише,
Күңел сөңгөлөндә ҡаҙынам...
Шиғриәтем илһам бирә миңә,
Яңғыҙлыҡта иптәш, серҙәш тә.
Илаһи көс, ҡеүәт биреүсе лә
Ижад майҙанында көрәштә!
Бәхетлемен
Бәхетлемен, тиеп йәшә ерҙә,
Бәхет бит ул тыныс таң атыу!
Йән һөйгәнең менән ғүмер итеү,
Үҙ балаңды үҙең яратыу!
Бәхет эҙләп үрһәләнгән кеше
Бәхеткәйен таба аламы?
Шуның өсөн уттар-һыуҙар кисеп,
Тормош уттарында янамы?..
Миңә ҡалһа, ерҙә йәшәү бәхет –
Шатлыҡ менән тыныс таң атһын!
Күңелдәге шомло уйҙарымды
Изге хәбәр генә таратһын!
Иҫән генә булһын яҡындарым,
Ҡайғыларһыҙ ғүмер кисәйем!
Үҙ аяҡтарымда хәжәт ҡылып,
Иман менән генә китәйем...
Байлыҡ, тиеп күҙем тондормайым –
Донъя малы илтмәй йүнлегә!
Үҙ көнөмдө үҙем күрһәм ине,
Ҡалдырмаһын кеше көнлөгә...
***
Беҙҙең йәшлек
Тормошомдоң сағыу бер миҙгеле
Комсомолда булған йылдарым...
Ғүмер үткән һайын мин яңынан
Иҫкә алам йәшлек йырҙарын...
Мәктәптән һуң эшкә саба инек –
һис белмәнек арыу-талыуҙы
Онотоп буламы ни кистәр һайын
Сыр-сыу килеп уйын ҡороуҙы!
Байрам яҡынлаһа, һәр ауылда
Шаулап уҙыр ине өмәләр.
Беҙ – комсомол, тиеп алдан саптыҡ,
Инәлтмәнек, әйҙә, тиһәләр!
Беҙҙең йәшлек бик ялҡынлы булды,
Эштән ҡасып, боҫоп ятманыҡ!
Коммунистар беҙгә өлгө булды,
Улар менән йәнәш атланыҡ!
Һәр йыл һайын комсомол көнөндә
Иҫкә алам дәртле мәлдәрем.
Күҙ алдымдан китмәҫ сағыу көндәр
Бөткәндә лә аҡтыҡ хәлдәрем!
...Алыҫлаша ярһыу көндәрем...
***
Йырһыҙ-моңһоҙ йәшәү ситен миңә,
Йырым юлдаш һәр бер эшемдә.
Бар шатлығым, ҡайғыларым һалып,
Йырлайым мин иртә-кисен дә...
Сәхрәләргә сыҡһам, йырым һуҙам,
Яңғыҙлыҡта - улар янымда...
Йәйәү юлға сыҡһам - йырым юлдаш,
Йырһыҙ атмай һәр көн таңым да.
Йәш сағымда, сәхнәләргә сығып,
Һис тартынмай моңло йыр һуҙҙым.
Юл һалдылар улар күңелдәргә,
Йөрәк ҡылын сиртеп моңһоҙҙоң.
Өләсәйем йырсы булды минең...
Эй, моңло ла ине тауышы!
Табындарҙа уны тыңланылар
Күҙкәйҙәре йәшкә тулышып...
Апайҙарыма ла күскән ул моң,
Миндә ҡалған кескәй остоғо.
Йыр-моңдарым булмаһа, тормоштоң
Булмаҫ ине кеүек ҡыҙығы...
Һуңғы эшемдә лә, иртә менән
Йырҙар тыңлап, күңел йыуаттым.
Ысын йырсыларҙың йырҙарынан
Барлыҡ хәсрәттәрем тараттым.
Матур йыр ишетһәм, ҡанатланам,
Күңелемә һеңә һәр һүҙе...
Ә артабан ошо йырҙы мөңрәп,
Көн үткәрәм, ҡалһам бер үҙем.
Йырһыҙ йәшәү минең өсөн түгел,
Йырһыҙ булыр ине күңелһеҙ.
Моңло булыу бәхетһеҙлек тиҙәр....
Түгелмен дә кеүек бәхетһеҙ?!
Мотал Рәмов.