Конкурстар
25 Сентябрь 2023, 07:05

МИНЗӘЛӘ ХӘЛИЛОВА

#Һаҡмар_конкурсҠәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста ҡатнашыусы сираттағы конкурсантыбыҙ - Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылынан Минзәлә Хәлилова. Әйткәндәй, ул районыбыҙҙың Байыш ауылында тыуып үҫкән.

Пар уҫаҡ та булып...

(хикәйә)

Йәмле май айының ҡояшлы, йылы бер көнө. Зариф менән Фирҙәүсә яңы һалынған ҙур, бейек өй янында сыйырсыҡ ояһы кеүек кенә булып бөршәйеп, бәләкәйләнеп күренгән иҫке өйҙәрен һүтергә булып киттеләр.

Ямғырлы ауылында кешеләр дәррәү, дуҫ йәшәй, шуға күрә өндәшеп-саҡырып торғанды ла көтөп тормай, өмәгә күрше–күлән балта-бысҡыһын тотоп, туған-тыумасалар ҙа йыйылышып килде. Йәһәт генә өйҙөң башын һүтеп ырғыттылар. Йәшерәктәр өҫтән ағас, таҡталарҙы ҡайырып алып ергә ырғыта. Аҫта олораҡтар эшкә ярарлыҡтарын айырып өйөргә кереште, сүплеккә түгәһен шунда уҡ трактор арбаһына тейәп үк баралар.

Ишек алды гөрләп тора:

- Һай, ипләт тот!

- Айрат, өй башында ҡарабыраҡ йөрө, ҡолап төшмә!

- Марат, бүрәнәнең анау башын ебәрмәйерәк тор.

- Харис, тәүҙә бынау өлөшөн ысҡындырайыҡ.

Ҡатын-ҡыҙ урам яғынан, эш барышын күҙәтә, араларында оло әбейҙәр ҙә бар.

- Һәй, ғүмер тигәнең! Башлы-күҙле булғас, Сәлимйән мәрхүмкәйең ошо өйөн ҡыуанып, ай эсендә эшен бөтөрөп ҡуйғайны.

- Ҡуй инде, Зөһрәһе шатлығынан оса-ҡуна өмәселәргә ишек алдына ҡаҙан аҫып, ит бешереп йүгергеләп йөрөнө.

- Икеһенең дә йөҙҙәренән шатлыҡ бөркөлөп торор ине, - тиешеп, ҡасандыр ошо бәләкәй генә өйҙө төҙөгән кешеләрҙе эске бер йылылыҡ менән иҫкә алды башҡалар ҙа.

- Мин дә ярҙамға килгәйнем, бүрәнәләрҙе балсыҡ менән күтәрҙек, күңелле итеп йырлай-йырлай эшләп, шау-гөр килеп, төшкә хәтлем эште тамамлап та ҡуйғайныҡ, - тип хәтирәләргә төшөп китте Камила ҡарсыҡ.

Бигерәк матур, уңайлы урында был урам. Бер-береһенә һыйынып ҡына торған өйҙәрҙе бер яҡтан Ослотау түбәһе ел-дауылдан ҡаплай, икенсе яҡтан урман ышыҡлай. Йәй етһә асыҡ тәҙрә аша кәкүк саҡырғаны, ҡоштар сутылдашҡаны көнө буйы ҡолаҡтарҙы иркәләй. Йәйге йылы төндәрҙә таң атҡансы һандуғастар ярышып-ярышып моңон түгә.

Һәр бер өй артынан йылға ярына тиклем картуф баҡсаһы уратып алынған.

Баҡса артында ғына Өйрәкле йылғаһы таштарҙан таштарға һикереп, шаян малайҙарса, яр буйындағы талдарҙың итәгенән тартып, суҡ һырғаларын таҡҡан оҫта сер һаҡлаусы еректәргә эс-серҙәрен һөйләп, көйләп сылтырап ҡына ағып ята. Урман араһынан инештән аҙым һайын сығып ятҡан шишмә һыуҙары менән тулыланып, Асылыкүлгә юллана.

Ҡуйы үлән араһынан тапалған һуҡмаҡ йәш килендәрҙең көйәнтәләрен иңдәренә һалып, күнәктәрен сылтыратып һыуға барыуҙарына шаһит булып, борғаланып, уралып Оло ҡойоға әйҙәй.

Өй һүтеү эшендә ҡатнашҡан өмәселәрҙең һөйләшкәне, балта, бысҡы тауыштары урманға барып ҡаҡлығып бөтә ауылға ишетелә.

Ҡапыл берәүҙең:

- Ҡарағыҙ әле, был нимә ул? - тип өндәшеүе бөтә халыҡтың иғтибарын үҙенә йәлеп итте.

Өйҙөң кәрнизен һүтә башлаған Әнүәрҙең ҡулында бер төйөнсөк пәйҙә булды. Ихата эсендәгеләр ҙә,урамда һөйләшеп тороусы ҡатындар ҙа, ҡыҙыҡһынып ишек алдына эркелде.

- Әллә алтын-көмөш табып алдыңмы? - тип шаяртты кемдер. - Яртыһы беҙҙеке!

- Бындай әҙәм тапмаҫлыҡ ергә йәшерелгәс, бүстәк кенә түгелдер ул, - тине ҡайһыһылыр.

Йылдар үтеү менән саң, туҙан менән ҡапланған төйөнсөк өй хужаһы

Зарифтың ҡулына күсте. Ул табышын ипләп кенә ауырлығын белергә теләгән кеүек, ҡулы менән бер–ике тапҡыр бер өҫкә, бер аҫҡа һелкетеп ҡараны ла өй тупһаһына ултырып, төйөнсөктө сисергә кереште. Бөтә әйләнә-тирәһендәге кешеләр хәҙер инде тын да алмай уның ҡулына ҡарай. Бына Зариф яулыҡ-төйөнсөктө сисеп бөтөп, тағатып ебәрҙе. Бөтә халыҡ бер юлы:

- Э-эй-й!-тип ҡуйҙы.

- Аб-ба-а!

Унда йылдар үтеү менән һарғайып, ҡарайып бөткән өсмөйөшлө хаттар, ниндәйҙер боронғо ҡалын китап, төрлө һалым түләүҙәре хаҡындағы квитанциялар ята ине. Кемдер тиҙ генә бер өсмөйөшлө хатты ҡулына алып, асып,йөкмәткеһен белергә иткәйне лә, таныш булмаған хәрефтәрҙе күреп:

- Бәй, әллә нимессә яҙылған, әллә инглиз телендә ?-тип хатты кире урынына ҡуйҙы.

- Сәлимйән мәрхүмдең Зөһрәһенә яҙған хаттары бит был, - тигән тауышҡа бөтәһе бер юлы әйләнеп ҡараны. Камила ҡарсыҡ, күҙ йәшенә төйөлөп, иламһырап төйөнсөккә текәлде:

- Зөһрәнең яулығы был, ундай яулыҡтар хәҙер магазинда юҡ. Ә хаттар – Сәлимйәндеке, латин хәрефтәре менән яҙылған, беҙ бит латин әлифбаһы менән белем алған кешеләр.

- Камила инәй, берәй хатты уҡып ишеттер әле беҙгә, - тип өндәште Фирҙәүсә.

- Эй, балаҡайым, күҙлегем эргәмдә юҡ бит, унан мин хәҙер онотоп та бөткәнмендер ул, - тип яуапланы ҡарсыҡ.

- Мөмкин булһа, миңә бирегеҙ әле ошо төйөнсөктө, мин уларҙы уҡып ҡарармын, - тигәнде ишеткәс, барыһы ла Фирҙәүсәнең килене, бер туған ҡустыһы Фәнилдең ҡатыны, уҡытыусы Зиләне күреп, һүҙһеҙ генә ризалашты.

- Эйе, булдырһа, Зилә булдырыр уны, һаҡлар ҙа һуғыш йылдарынан, яу яланынан ҡайтҡан аманатты, - тиештеләр барыһы ла.

- Мин тәржемә иткәс, мәктәп музейына ҡуйырмын. Бындай ҡомартҡыларҙы ҡоро урында, ҡараңғыраҡ ерҙә һаҡларға кәрәк. Уларҙың тиҙ генә ыуалып, юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар. Шуға күрә бик һаҡ ҡына эш итергә кәрәк, - тип төйөнсөктө алып өйөнә ҡайтты Зилә.

Ул тәүҙә төйөнсөктәге ҡағыҙҙарҙы бер-нисә төркөмгә бүлде.

Беренсе төркөмгә квитанция-фәләндәрҙе алып ҡуйҙы. Икенсе төркөмгә ҡалын иҫке төркисә яҙылған китапты индерҙе. Өсөнсө төркөмдө хәрефтәре танырлыҡ хаттар биләне, шунда уҡ Сөләймәнов Сәлимйәндең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡара ҡағыҙ ҙа урын алды. Ә дүртенсегә йылдар үтеү менән ситтәре кителгән, онталған, әҙерәк һыу тейеп, һүҙҙәре таралып киткән хаттар инде.

Эште өсөнсө төркөмдән башланы. Хаттарҙы уҡып, икенсе таҙа ҡағыҙ битенә тәржемәһен яҙып барҙы, яҙылыу ваҡыты һәр хатта күрһәтелгәс, уларҙың бөтәһенә лә шартлы рәүештә номерҙар ҡуйып сыҡты.

Был эше тамамланғас, ҙурайтып күрһәтеүсе быяла алып, икенсе төркөмдәге һүҙҙәре юйылған, йыуылған һөйләмдәрҙе тергеҙҙе. Һәр битте фотоға төшөрөп, компьютерына ҡуя барҙы.

Беренсе, икенсе төркөмдәге ҡағыҙҙарҙан ул тиклем әһәмиәтле мәғлүмәт алырлыҡ түгел ине. Шул замандағы түләүҙәр, заемдар тураһында һүҙ йөрөтөргә генә мөмкинлек бирә ине улар. Зилә иҫке китапты ғалимдарға ла күрһәтеп ҡараны, ләкин был дини китаптың исламиәт ғилеме өсөн ҡиммәтле булмауы мәғлүм булды.

Зилә өсмөйөшлө хаттарҙы өйрәнеп, уҡып, бер мөхәббәт тарихының шаһитына әйләнде. Тиҫтә йылдар буйы, һуғыш заманынан алып беҙҙең көндәргә тиклем өй ҡыйығында һаҡланған хаттарҙа кешеләр яҙмышы, уларҙың мөхәббәткә тоғролоғо тураһында белде ул. Тик хаттарҙың Сәлимйәндеке генә булыуы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөһрәнең яуап хаттары булмауы эсен бошорҙо.

Беренсе хат.

Һарғылт ҡына ҡағыҙ битенә яҙылған, мөйөштәре бөкләнгән.

“Хат башы-яҙ ҡаршы. Ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән ғәзиз Зөһрәм! Һиңә суҡтан-суҡ хәбәр күндереүсе хәләлең Сәлимйән тип белерһең. Шулай уҡ һағынышлы сәләмдәремде күрше-күләндәргә, туған-әҡрәбәләргә, ҡәҙерле атайым-әсәйемә, апай-һеңлеләргә еткерерһең. Минең хәлемә килгәндә, беҙ ниместәрҙе ҡырабыҙ, өҫ-башыбыҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ. Ике ҡулға бер эшебеҙ бар - ул да булһа фашистарҙы туҡмау. Һине, атай-әсәйемде уйлаһам, эсем боша. Тылда һеҙгә бигерәк ауыр булыуын аңлап торам. Зөһрәм! Һине бик һағындым, зинһар өсөн үҙеңде һаҡла. Һағынышлы сәләмдәр менән Сәлимйәнең. 2 август 1941 йыл.”

Икенсе хат.

“Хат башы-яҙ ҡаршы. Һиңә хат яҙыусы Ҡыҙыл Армия һалдаты Сөләймәнов Сәлимйән тип белерһең.

Ғәзиздәрҙән ғәзиз Зөһрәм! Күп сәләмдәремде Ғәйшә еңгәләргә, Мораҙым ҡустыма, Сания һеңлемә, ата-әсәйемә еткерерһең. Минең өсөн ҡурҡма, йәнем, мин иҫән-имен, дошманды еңеп ҡайтырмын. Үткән хатыңда ауырып торам тип яҙғанһың, зинһар үҙеңде һаҡла, ҡәҙерлем!Мин ҡайтҡас, йәшәүҙәр еңеләйер. Минең өсөн борсолма, беҙ еңеп ҡайтырбыҙ! Әлегә һау бул, хәҙер тағы атакаға күтәреләбеҙ. Ауыр булһа, әсәйемдәргә һыйын, улар һине ауыр саҡта ташламаҫ. Хуш бул, ҡәҙерлем.

29 октябрь 1941 йыл.”

Һуғыштағы ауыр һалдат тормошо, яралы иптәштәре, дуҫтары, ҡыйынлыҡтар тураһында бер фекер ҙә юҡ. Әйтерһең, Сәлимйән яу яланында түгел, ә шифаханала ял итеп ята, һөйгәнен ауырлыҡтарҙан, ҡайғыларҙан аяуылыр инде.

Өсөнсө хат.

“Зөһрәм-ҡәҙерлем! Һаулығың нисек, зинһар өсөн үҙеңде һаҡла, малдарҙы ҡарашырға, һыу ташырға Мораҙымды ла ҡуш, ярҙам итһен һиңә. Шул тиклем һинең серле күҙҙәреңә ҡарап, сәстәреңдән иркәләйһем килә. Атака араһында, окопта, серем итеп алғайным, һине төшөмдә күрҙем. Икәүләп етәкләшеп сәскәле яландан йүгерәбеҙ, һинең сәстәрең елгә елберҙәп бара, ә үҙең: “Сәлим-йә-ә-ән! - тип ҡысҡыраһың. Ҡапыл һинең тауышыңа терт итеп уянып киттем. Бөгөн беҙҙе фронттан алып, Ташкент ҡалаһына күсерәләр, ни өсөн күсергәндәрен белгәс, тәфсирләп яҙырмын. Һау бул, хәләлем! 13 ғинуар 1942 йыл”

Дүртенсе хат.

“Сәләм хат, уҡы шат. Хөрмәтле үә ғиззәтле Зөһрәм. Мин әлегә иҫән-һаумын, һеҙгә лә шуны теләйем. Яратҡан Сания һеңлемә,Мораҙым ҡустыма, атай-әсәйемә күптән–күп сәләм. Сәләм һуңында минең хәлдәргә килгәндә, беҙ тиҙерәк Еңеү көнөн еткереп, һеҙҙең янға осоп ҡайтыр өсөн, дошмандар менән ал-ял белмәй алышабыҙ. Һинән бер-нисә хатыма яуап булмауы ғына эсемде бошора. Аптырап бөттөм, хаттар аҙашып та йөрөйҙөр инде, бик оҙаҡ киләләр. Бик тиҙ генә бөтмәҫ һуғыш, түҙемле, сабыр булайыҡ инде. Мин дошманды еңеп ҡайтырмын. Алла бирһә ,ең һыҙғанып, матур итеп донъя көтөрбөҙ һинең менән, ҡәҙерлем. Күп итеп балалар үҫтерербеҙ, тик һин генә һаулығыңды һаҡла. Минең кейемдәрҙе һандыҡта тотма, аҙыҡ-түлеккә булһа ла алмаштыр. Баш һау булһа, кейем табылыр. Һеҙҙең иҫәнлекте белеү-минең өсөн оло бәхет. Хуш бул, йәнем! 14 июль 1942 йыл.”

Бишенсе хат.

“Йәнем-бәғрем, Зөһрәм! Һиңә был хатты хәрәкәт итеүсе Ҡыҙыл Армияның һалдаты Сөләймәнов Сәлимйән яҙа, 1-се батарея.

Сәләмдәремде бөтә туғандарға берәм-берәм еткер. Минең хәлдәр һәйбәт, фашистарҙы туҡмайбыҙ. Бәхетле тормошобоҙҙо боҙғаны, тыныс күгебеҙҙе ҡаплағаны өсөн нимес ҡоҙғондарын сүпләйбеҙ генә. Тик һине һағыныуым ғына үҙәгемде өҙә. Икәүләп бесән сапҡан Иҫәнсапҡан тауына менеп, үләнгә ятып аунағым, хуш еҫле ер еләген тәмләп кенә ашағым килә.

Икәүләп таңды ҡаршылаған Ослотау башына менеп, һинең менән серҙәремде бүлешеп, киләсәккә ниәттәр ҡороп ултырырға хыялланам. Алла бирһә, дошманды ояһында тонсоҡтороп, иҫән ҡайтһам, һине усымда ғына йөрөтөр инем, ҡәҙерлем, Зөһрәм. Йә ярай, алдан хыялланмай торайым, әлегә хуш-һау бул, Зөһрә йондоҙом. 5 август 1942 йыл.”

Алтынсы хат.

“Хат башы-яҙ ҡаршы. Ғәзиздәрҙән ғәзиз Зөһрәм, Зөһрә йондоҙом. Күп сәләмдәр күндереп хат яҙыусы Сәлимйәнең булыр. Һуғыш башланғандан алып бер танышты ла осратҡаным юҡ, атайың тураһында һорағанһың, тик... бындай мәхшәр ояһында күрешеү мөмкин түгел. Нимес ҡотора ғына, ләкин был турала асыҡтан асыҡ яҙырға ярамай.

Минең һиңә булған һөйөүем ут, һыуҙарҙы кисеп, иҫән сығырға ярҙам итә. Түш кеҫәмдә ятҡан хаттарың ауыр ваҡыттарҙа күңелемде күтәрә, йөрәгемә йылы бирә. Һинең хаттарың-тыуған еремдең, тыныс тормоштоң бәләкәй генә хәбәре. Бер үк үҙеңде һаҡла йәнем. Ялан почтаһы,1927. 6 декабрь 1942 йыл!”

Етенсе хат.

“Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле Зөһрәкәй йондоҙом!

Фашистарҙы яйлап ҡына булһа ла ҡыуабыҙ, Еңеү көнөн яҡынайтабыҙ. Тыуған еребеҙҙең һәр ташы, һәр бер түбәләсе өсөн көрәшәбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Тыуасаҡ балаларыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен, тип фашистарҙы берәм-берәм сүпләйбеҙ. Мин бирешмәм, көрәшермен, сөнки артта ышаныслы тыл барын, унда минең Зөһрә йондоҙом барлығын бер минутҡа ла хәтеремдән сығармайым. Тик һин үҙеңде һаҡла, ҡәҙерлем. Хуш–һау бул, осрашыу мәлдәрен өҙөлөп көтөп, һинең Сәлимйәнең. 456,Ялан почтаһы, часть 77. 23 июль 1943 йыл.”

Август аҙағында Зөһрә ире Сәлимйәндең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат алған.

“Ваш муж рядовой Сулейманов Салимьян Давлетович, 1919 года рождения, рядовой, пропал без вести 22 августа 1943 года”. Йөрәкте өшөткөс, хыялдарҙы селпәрәмә килтергән, киләсәктең, матур тормоштоң, осрашыуҙың булмай икәнлеген еткереүсе аяуһыҙ хәбәр. Парлыларҙы яңғыҙ ҡалдырған, мөхәббәтлеләрҙе бер-береһенән айырған, һөйөүҙең ҡанатын ҡайырған ҡара ҡағыҙ...

Сәлимйән менән Зөһрәнең мөхәббәте тураһында Зиләнең ҡәйнәһе ауыҙынан бик күп ишеткәне бар ине. Иренең ҡайтыуын ғүмере буйы көтә, егерме биш йәшендә генә тол ҡалған ҡатын башҡа ирҙәр яғына әйләнеп тә ҡарамай. 1944 йылда, иренең хәбәрһеҙ юғалыуына бер йыл тигәндә, баҫыуҙан иген утап ҡайтып килгән ҡатындарҙы йәшен һуға, мәрхүм булыусы ете ҡатын-ҡыҙ араһында Зөһрәнең бер туған һеңлеһе Зәлифә лә була. Аталары һуғышта батырҙарса һәләк булғас, әсәйһеҙ ҙә ҡалған тома етем ике баланы үҙ тәрбиәһенә ала Зөһрә. Шул балаларға бауыр баҫа, матур тәрбиә биреп үҫтерә. Һуғыштан һуң ике баланы ла уҡытып, белем биреп, малайын өйләндереп, ҡыҙын кейәүгә биреп, уларҙың ғаиләһендә ҡәҙерле кеше булып йәшәй ҡатын. Ғүмер буйы мөхәббәтенә тоғро ҡалып, 90 йәшенә етеп, балаларының ҡулында йән бирә Зөһрә.

Ул мәрхүм булғас, өйө бер-нисә йыл буш тора, шунан ул урынға яңы ғына өйләнешкән йәш пар Зариф менән Фирҙәүсә ҙур матур өй һалып инә.

...Киләһе йылына яҙ башы менән өй урынында йәш үҫентеләр күренде. Улар икәү. Ныҡлап ҡарағас, был ағастарҙың уҫаҡ булыуы асыҡланды. Ишек алдында уҫаҡ үҫеп ултырмаһын тип, уларҙы ботарлап ырғытты ғаилә башлығы. Тағы бер йылдан теге ике үҫенте яңынан морон төртөп сыҡҡас, дин юлында йөрөгән кеше йәщтәргә былай тип кәңәш бирҙе:

- Уҫаҡ-изге ағас, уның япраҡтары гел генә ҡыштырҙап, ҡыймылдап, Хоҙайға башын эйеп тора. Шуға ул ағастың кеше тәненә лә сихәте ҙур. Изге әүлиә Мөжәүир хәҙрәт тә уҫаҡ япраҡтарын йыйып, һыҙлаған быуынға япһаң, еңеллек килер, тип әйтеп ҡалдырған. Шуға күрә ишек алдығыҙға тәккә генә үҫеп сыҡмағандыр был ағастар, Хоҙай ҡөҙрәте менән килгәндәр. Балта тейҙермәгеҙ тәндәренә, үҫһендәр.

Кем белә, бәлки,ысынлап та шулайҙыр. Бәлки Зөһрә менән Сәлимйәндең мөхәббәт көсө ергә яңынан ағас булып тыуғандыр. Күктәрҙә яралған мөхәббәт ерҙә пар ағас булып,яңынан тамыр ебәргәндер...

Минзәлә Хәлилова.

МИНЗӘЛӘ ХӘЛИЛОВА
МИНЗӘЛӘ ХӘЛИЛОВА
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас