Конкурстар
25 Сентябрь 2023, 14:59

Арсен Байымов

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙ менән танышайыҡ. Беренсе Этҡол ауылынан Арсен Байымовтың шиғырҙары тормош, йәшәйеш мәғәнәһе, тыуған илгә һөйөү тураһында. Сайтҡа үтеп, уҡып сығығыҙ! 

Арсен БайымовАрсен Байымов
Арсен Байымов

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙ менән танышайыҡ. Беренсе Этҡол ауылынан Арсен Байымовтың шиғырҙары тормош, йәшәйеш мәғәнәһе, тыуған илгә һөйөү тураһында. Сайтҡа үтеп, уҡып сығығыҙ! 

****

Күңелемә ауыр, тыуған ауылым, 

Һине ҡалдырып сығып киткәнгә.

Тормош ваҡлыҡтары мәжбүр итте

Миңә һинән сығып китергә.

Мөмкин булһа, тыуған ауылым,

Сыҡмаҫ инем ситкә бер аҙым да.

Рәхәтләнеп кенә һиндә йәшәр инем, 

Йәйен-көҙөн, ҡышын, яҙын да.

Яҙған яҙмыш әллә шулаймы икән, 

Ваҡытлыса һинән китергә.

Тормош мәшәҡәтен теүәлләгәс, 

Рөхсәт булырмы кире килергә?

Алыҫтарҙа үҙем йөрөһәм дә

Көнө-төнө һине уйлайым.

Уйлайым да бары күңелем менән, 

Ауыл урамдарын буйлайым.

 

****

Һәрежкүжә тауы итәгенән

Ҡаршы ала тыуған ауылым.

Һағынып та өйҙә көтәме икән,

Һөйгән йәрем, минең Алһыуым.

Алыҫтарҙан эштән ҡайтып киләм,

Һағындырған тыуған яҡтарҙы.

Ғаиләм, хәләл ефетемде һағындырған,

Өйҙә бешкән тәмле аштарҙы.

Көт һин мине Алһыу, таң атҡанда,

Ҡояш байып, айы ҡалҡҡанда.

Киске эңер төшөп Һаҡмар туғайында

Юрған булып томан ятҡанда.

Мин ҡайтырмын, Аллаһы бойорһа,

Алһыу ғына таңдар атҡанда.

Һаҡмар туғайҙарын йылы итеп

Ап-аҡ юрған томан япҡанда.

****

Тыуғанда яҙмыш маңлайға

Яҙылғанын аңлайбыҙ.

Тик Хоҙайҙан башҡа уны,

Ҡарап уҡый алмайбыҙ.

Һәр бер битен уның асып

Уҡырға форсат булһа,

Тыуғанда яҙмыш китабы

Бирелер ине ҡулға.

Һәр бер кеше үҙ китабын

Ҡосаҡлап йөрөр ине.

Ҡайһы бер битен йыртҡылап,

Ташлап та китер ине.

Йыртылған яҙмыш биттәре,

Йөрөрҙәр ине туҙып.

Күпме генә тырышһаң да

Яҙмышты булмай уҙып.

Хоҙайҙан башҡа ул китапты

Уҡырға насип итмәһен.

Хоҙайға һыйынып, доға ҡылып

Йәшәргә насип итһен.

****

Эх, терһәкте тешләп булһа,

Ныҡ итеп тешләр инем.

Бер тапҡыр баҫҡан тырмаға

Икенсегә баҫмаҫ инем.

Тешләнгән терһәгем һыҙлап

Белгертеп торһа үҙен.

Был доньяла нисек йәшәргә

Белермен ине үҙем.

Хаталанған һайын барһаҡ,

Терһәкте тешләп әгәр.

Терһәктәрҙә имен урын

Ҡалмаҫтыр ине мәгәр.

Тик булмай шул терһәк тешләп,

Тыныс ҡына йәшәргә.

Онотолоп китек ҡайсаҡ,

Тормош хата эшләтә.

Яҙмыш яҙған юлдан барғас,

Хаталанмай булмайҙыр.

Терһәкте тешләп булмағас,

Яҙмыш уҙып булмайҙыр.

****

Тыныс йоҡо теләп ятабыҙ ҙа

Изге ниәт менән йоҡларға.

Илебеҙҙә һуғыш барған саҡта,

Буламы һуң тыныс йоҡларға.

Һыуыҡ окоптарҙа ята һалдат,

Кемдерҙең бит ғәзиз балаһы.

"Әсәкәйем тыныс йоҡлаһын ", - тип

Таң атҡансы һаҡта тораһы.

Тыныс түгел күңел, ниндәйҙер шом

Өҙөп-өҙөп ашай йөрәкте.

Күпме яугир яуҙа башын һалды,

Ҡайғыларҙан әсәй йәш түкте.

Хәйерле иртәләр теләп,

Таң атҡанын көтәбеҙ.

Имен-һау ҡайтығыҙ егеттәр,

Һеҙҙе һағынып көтәбеҙ.

****

Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел,

Иң мөһиме булһын һаулығым.

Һау булһындар ҡатыным, балаларым,

Имен булһын барлыҡ туғаным.

Һаулыҡ булһа, малы табылыр ул,

Донья малы бары сүп кенә.

Хоҙай биргән ғүмереңә кинәнеп

Яҙмыш ебен әйҙә һүт кенә.

Бәхет түгелме ни, иртән уянып

Үҙең тышҡа атлап сығыуы.

Тәбиғәттең серле тауышын ишетеп,

Ҡояш апайҙың көләс йылмайыуы.

Бәхет бит ул донья тыныслығы,

"Туҡта һуғыш, инәлтмә зинһар!" 

Аҫыл ир-егеттәр өйгә ҡайтһын,

Илебеҙҙә артһын балалар.

****

Ғүмер үткән һайын, үткәндәге

Хаталарҙы таный барабыҙ.

Таныйбыҙ ҙа яңы хата аҙым

Яһап һаман алға барабыҙ.

Тәүбәләргә килеп үкенһәктә,

Ҡабатлана ҡайсаҡ хаталар.

Дошмандарың яҡын күргән саҡта,

Дуҫ-иштәрең һине һаталар.

Хата аҙым өсөн бер саҡ,

Яуап бирер мәл етер.

Яҙмыш ҡушҡан әмер менән

Тәғәйен язаһын бирер.

Булғаны булған инде,

Кире ҡайтарып булмай.

Хаталарың өсөн үҙеңә

Яуап бирмәйсә булмай.

****

Кис йоҡларға ятҡан саҡта,

Донья менән хушлашаң.

Бисмиллаһи әйтеп Раббым

Фәҡәт Һиңә ышанам.

Беҙ йоҡлаған саҡта йәндәр

Тәндән сығып ысҡына.

Кемдекелер кире ҡайта,

Кемдеке оса йыһанға.

Әгәр Раббым яҙған икән

Иртән таңды күрәһең.

Был донъяның ҡорған ауын

Һин яңынан һүтәһең.

Әгәр миңә яҙған икән

Киләһе көндө күрергә.

Аллаһ ғүмер бүләк иткән,

Кәрәк матур йәшәргә.

 

Арсен Байымов.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас