Конкурстар
21 Сентябрь 2023, 10:30

ХАЗИНА ИСҠУЖИНА

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста ҡатнашыусы сираттағы конкурсантыбыҙ - Ишмөхәмәт ауылынан Хазина апай Исҡужина. 

ХАЗИНА ИСҠУЖИНАХАЗИНА ИСҠУЖИНА
ХАЗИНА ИСҠУЖИНА

Төн
Йоҡоларым осто,
Төн шаршауын асып,
Ҡойонайым айҙың нурына,
Һулҡылдаған ноталарға баҫып,
Ҡушылайым уның йырына.
Төн – серҙәшем минең, уйҙарымды
Унан башҡа ҡайҙа итәйем?!
Айгөлөләй – устарыма яҙып,
Таң елендә һеҙгә илтәйем!

Дарыу һәм ҡауырһын
Кемдер төндә баш аҫтына
Дарыуын һалып ята,
Ҡайһы берәү, ахмаҡ һымаҡ,
Ҡауырһын һалып ята.
Дарыу һалған – оҙаҡ йәшәү,
Бар белгәне, хыялы,
Ҡауырһынлы – яҙам, тигән,
Илһамлы бер хыялый.
Йылдар ашыҡ-бошоҡ үтте,
Кеше ғүмерен һанап,
Дарыулыға - ярҙам һорап,
Ҡауырһынға - моң юрап.
Хоҙай ҙа һаҡлап ҡалманы
Дарыу-дарыу, тигәнде,
Дарыуҙар ҙа тыя (а)лманы,
Юртып килгән әжәлде.
Ҡауырһынлы ла бик ҡыҫҡа
Ғүмер кисте донъяла,
Тик ҡауырһын моң-шиғыры
Күктән нур булып яуа!

Үҙгәргәнмен
Һигеҙ-ете ине ижек һаным,
Ун-туғыҙға, баҡһаң, күскәнмен,
Ҡай арала үҙгәреп тә киткән,
Нескә күңелемдә үлсәмем?
Иҫке дуҫтар ҡайҙа булған икән?
Яңыларын табып бөткәнмен,
Әйтерһең дә, тормош юлын бөгөн,
Кисә түгел, атлап үткәнмен.
Баҡсамдағы ялбыр өс ҡарама
Берен-бере сәсен тарайҙар,
Ҡай арала үҫкән ейәндәр ҙә,
Атаһынан аша ҡарайҙар?
Яңғыҙлыҡҡа күндем булһа кәрәк,
Йәрәхәте йәрҙең баҫыла.
Башҡасараҡ ижад, шөғөлдәр ҙә,
Уйламаған биттә асыла.
Был ғәмәлдәр инде бөттө ниһә,
Бүтәндәре тыуып торалар -
Йыһан киңлегендә замананың
Мең юлдашы эштәр ҡоралар.
Тик бер генә ҡайғы үҙәгемде
Өҙә йәнәш көнөн, төнөн дә -
Егермеләй генә йәштә улым,
Юғалды бит төшөм, өнөмдән...

Әсәйемә
Яулыҡ аҫтарына ҡымтып-ҡымтып,
Йәшермәсе, әсәй, сал сәсең,
Үрәйемсе толомдарың һыйпап,
Кизе яулығыңды һал сисеп.
Өҙә баҫып ерҙә атлап үткән
Эҙҙәрегеҙ ҡалған, улар – беҙ.
Һеҙ әйткәнсә: тоғро, намыҫ итеп,
Исемегеҙ һаҡлап йәшәйбеҙ.
Әсәйемә бөгөн дан йырлайым,
Йән генәһе йөҙһөн йәннәттә,
Шиғырҙарым сәләм булып осһон,
Ҡыйғыр ҡоштар менән бер рәттән!

Урмандарға сыҡтым
Урмандарға сыҡтым тын алырға,
Көҙгө һауа – үҙе бер дауа,
Ағастарым мине һағынғандар,
Илһам бөркөп, шиғырҙар тыуа.
Бында тынлыҡ, һиллек, йәнгә рәхәт,
Артта ҡалды ауыл, күренмәй,
Ығы-зығы юҡтыр, юҡ мәшәҡәт,
Елдәр генә иҫә иренмәй.
Ҡойолорға торған япраҡтар ҙа,
Йәшәп ҡалайымсы, тигәндәй,
Шыбырҙашып ниҙер һөйләй, көйләй,
Мине генә серҙәш күргәндәй.

Тәңремә
Эй, был донъя, яңы ғына
Сәскә баҡсаһындамын,
Бер ҡараһам, аңғармаҫтан,
Дошман тайсаһындамын...
Яңғыҙ ҡалам Тәңрем менән,
Йыуатып үҙ-үҙемде,
Тик ул ғына аңлай минең
Тынғыһыҙ күңелемде.
Көйгәндә лә, көлгәндә лә,
Үреләм ҡәләмемә,
Төрәнәм дә мәлгә генә,
Илһам-ҡош сәләменә.

Ҡаршылыҡлы фекер
Ҡаршылыҡлы фекер тулҡынында
Шағир шиғыр яҙған, имеш тә,
Яурынында һәр саҡ ҡапма-ҡаршы,
Бәхәс ҡорғас, ике фәрештә.
Фәрештәләр генә ғәйеплеме,
Заман заңы башҡа булыуға,
Әҙәмдәрҙең холҡо ҡырҡ үҙгәреп,
Ҡырҡ төрләнһә, иртән тороуға?
Дүшәмбе лә, тиһәң, шәмбе етә,
Тотоп булмай ваҡыт йүгәнен,
Күңел яралары уңалмаҫтан,
Икенсеһе һулҡый, тигәнем.
Тәбиғәттең миҙгелдәре матур,
Көҙө лә бар унда, тигәнем,
Көҙҙө көткән кеше генә белә,
Был ғүмерҙең ҡыҫҡа икәнен.

Кәзәм менән бәхәс
Ел иңрәүен еңер тауыш менән
Ҡара кәзәм зәһәр баҡырҙы:
- Кәбән башындағы тәмле генәәә
Бесән кәрәәәк!!! – тине аҡырҙы.
- Ҡыш бауыры оҙон, кәзәкәйем,
Бесән бөтһә, унан ни сара?
Аяҡ аҫтындағы бесәнеңде,
Аша, ана, тапама, ҡара!
Һарыҡтар бит һис тә баҡырмайҙар,
Ҡыртылдатып әрем көйшәйҙәр,
Улар белә: әрем – дарыу арыу,
Бына шулай, кәзә әшнәкәй!
Иртән сыҡһам, ҡара кәзә генәм,
Бәрәсләгән, игеҙ бәрәстәр,
Ап-аҡҡайҙар, нәҡ тә өләсәһе,
Бына һиңә, ҡорһаң бәхәстәр.

Ҡош юлына
Тел осонан китте исемең дә,
Яңғыҙлыҡҡа әллә өйрәнеп,
Усаҡтағы ут шикелле бер мәл,
Әллә яндым, әллә көйрәнем.
Йә көнләшеп ҡарап торам яҙҙа,
Пар ҡоштарҙың ҡанат ҡағыуын,
Һағыштарҙан шул саҡ һарғаямын,
Килә мин дә ҡанат ҡағаһым!
...Усағымда утым янып бөттө,
Күмерҙәре инде һүрелде,
Икәү бергә кискән ғүмер генә,
Ҡош юлына барып үрелде...

Замана бәйете
Телефонды селтәр-уты менән
Ташлайымсы мейес төбөнә,
Ҡош телендәй генә сәләм яҙып,
Ҡыҫтырһана ҡапҡам егенә.
Ахырызаман етһә,әгәр, тигән,
Бер мөйөшкә ҡарар кешеләр,
Көнө-төнө күҙен ала алмай,
Хахылдашып көлөр-кешәнәр.
Ул мөйөштә, баҡтыниһәң, ҡумта,
Алһыҙ-ялһыҙ һөйләй әкәмәт,
Айпи, һайпи, әллә нимә тағы,
Меңәр канал, донъя ғәләмәт.
Йәштәр йөрөр төндә урам тулып,
Һыра шешәләрен ҡултыҡлап,
Көнө буйы йоҡлар, юҡ уятыу,
Уят әле, һин, бар ҡытыҡлап.
Аҡса ал,тип, көсләп ҡыҙыҡтырып,
Кредит менән урар башыңды,
Түләй алмай ҡалһаң, судтар менән,
Тартып алыр ашар ашыңды.
Эш юҡ, тиеп, кәсеп эҙләп ситкә,
Китеп бөттө аҫыл ир-заттар,
Уның ҡарауынса, яныбыҙҙа,
Эре генә йөрөй сит-яттар.
Ғүмер буйы бында йәшәгәндәй,
Үҙ телендә иркен һөйләшеп,
Ниндәй милләт менгән түребеҙгә?
Хатта ҡуямынсы көнләшеп!
Өндәшмәгән – ҡалған, тиҙәр беҙҙә,
Меңәр бәләләрҙән ҡотолоп,
Бындай мәҡәлдәрҙе бөгөн тотоп,
Ҡалмаһаҡсы иртән отолоп?
Заман бәйетенә эләкмәһә,
Пандемия, тигән афәт-хәл,
Тулы булмаҫ ине Ер шарында
Беҙ кисергән ауыр хәл-әхүәл.

Төтөндәр
Мөрйәләрҙән йүгереп сығып
Бейешәләр төтөндәр,
Ана, улар был минутта
Барыбыҙҙан өҫтөндәр.
Һул яҡ күршенең төтөнө
Яйһан ғына үрмәләй,
Ҡарап торһаң,уң яҡтыҡы,
Сыға һалып түмәрләй.
Ҡаршы күршенең төтөнө
Яҙа-йоҙа күренә,
Яңы ғына яҡты микән?
Әллә микән һүрелгән?..
Арғы төтөн ярһып сапҡан
Аҡбуҙ аттай борҡолдай,
Әйтерһең дә һауаларҙа
Кил, тип берәү ҡул болғай.
Алыҫтағы төтөндәрҙән
Ап-аҡ юлдар һуҙылған,
Болоттарҙың үрҙәренә
Менһәң ине шул юлдан.
...Ҡайҙа барып олғашалыр,
Был төтөндәр, белмәйем,
Төтөндәргә ҡарап ҡалып,
Изге юлдар теләйем!

Йөйөнә күрә көйө
Зарланаһың, заман ауыр, тиеп,
Ауырлығын бер ҙә күрмәйем,
Үҙем булып ҡалам, шөкөр итеп,
Ни күрһәм дә, өмөт өҙмәйем.
Өмөтлөләр генә үҙ дәүләтен,
Үҙе төҙөй – шуға ышанам,
Зар-интизар кеше була меҫкен,
Шунан һаҡла инде, иншаллам!
Заман боҙоҡ түгел, әҙәм боҙоҡ,
Ағымдарға ҡаршы йөҙәләр,
Баҡсаһында үҫкән тал тамырын
Үтмәҫ балта менән өҙәләр.
Битарафтар менән донъя тулғас,
Заманалар нисек күтәрер,
Бындай гөнаһтарҙы килер быуын,
Кисерерме, нисек үткәрер?!
Хазина Исҡужина.

Баймаҡ районы, Ишмөхәмәт ауылы.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас