

ҒҮМЕР ЙОМҒАҠТАРЫН ҺҮТКӘНДӘ
Сылтыр-сылтыр шишмә аға,
Зың-зың итә мандолина ҡылдары
Көндө төнгә ялғай-ялғай
Тәгәрәй ғүмер йомғағы.
Зың-зың!!! Бүлмә эсе моңло көй менән тула. Ниндәй хисле, күркәм был моң!!! Кем уйнай тиһегеҙме? Был бит беҙҙең күрше Зиәфәт әбей. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, мандолина сиртергә ярата ул. Тәү ҡарашҡа ябай башҡорт әбейе, башҡаларҙан бер ере менән айырылмаған кеүек. Ә бына яҡындан танышып аралаша башлағас, уның һис кенә лә ябай түгеллеген аңлайһың.
Мәғариф ветераны, 33 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә, киләсәккә тәүге аҙымды дөрөҫ башларға өйрәткән кеше бит ул! Зиәфәт әбейҙең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Аслыҡ-яланғаслыҡ осоронда йәшәһә лә, белем алырға тырышҡан.
-Алтынсы класҡа күскән йылда ҡәһәрле һуғыш башланды, бигерәк ауыр ваҡыт булды, - тип хәтерләй әбей.
-Ауылда ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә һәм балалар ҡалды, эш ҡулдары етмәй, 11-12 йәшлектәр хәлдәренән килгәнсә өлкәндәргә ярҙамлаша. Иртә яҙҙан утауға, һуңынан сенажға, уныһы тамамланыуға бесән башлана. Ә көҙ етһә, молотилкала иген һуғалар. Бәләкәй генә сос, теремек ҡыҙсыҡты йыш ҡына кәбән осларға мендерәләр, орсоҡ кеүек, матур тора ул "уңған ҡыҙ" тип йөрөтәләр үҙен. Шулай тамағы ашҡа туймай, йүнле кейем күрмәй үтә бала сағы. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Зиәфәт әбей Ләмәз ауыл мәктәбен тамамлап, Өфө педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә. Ул ваҡытта белгестәргә ҡытлыҡ, тиҙләтелгән программа буйынса уҡыталар, хатта йәй көндәрендә лә һөнәр үҙләштерәләр. Ике йыл тигәндә ҡулына диплом тотоп тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан йәш белгесте Архангель районы Абзан мәктәбенә йүнәлтмә бирәләр. Сит яҡ, сит ауыл, йәш ҡыҙ ҡурҡып ҡала, тик балалар уҡытыу теләге көслө була, шуға бар ҡурҡыуын ситкә ҡуйып, иптәш ҡыҙы менән килеп төшә Абзан ауылынан, дәртләнеп эшкә тотона. Йәш уҡытыусыны ауыл халҡы бик йылы ҡаршы ала, бер апайға фатирға индерәләр. Уңған ҡыҙ балаларға белем биреү, бар тырышлығын һала. Уҡыусылары менән генә түгел, уларҙың ата-әсәһе менән дә уртаҡ тел таба. Төп хеҙмәттән тыш, йәмғиәт эштәрендә лә төрлө кисәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ә кистәрен йәштәр менән уҙғара, унда иһә мандолинаһы менән көйҙәр һыҙҙыра. Яҙмышы Әсәҙуллин Фәхретдинде юлына сығара, дөрөҫөрәге мәктәптә танышалар. Тормош иптәше мәктәптә математика фәнен уҡыта. Күптә үтмәй ике йәш сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.
Мәктәптә лә, өйҙәрендә лә өлгөрәләр. Бәхеттәрен тулыландырып, мөхәббәт емештәре - бер-бер артлы улдары Әмир, Дамир, Заһир, Таһир һәм ҡыҙҙары Лира донъяға килә. Балаларын өләсәләре ҡараша. Зиәфәт әбейҙең әсәһе Миңлебаева менән ҡәйнәһе Гөлөстан һәр саҡ ярҙамынан ҡалдырмай. "Әсәйем менән ҡәйнәм булмаһа, мин эшләй, уҡыта алмаҫ инем. Элек бит бәпескә ике ай тулыу менән эшкә сығырға ҡушылды. Рәхмәт ҡәҙерлеләрем. Бер йортта дуҫ-татыу йәшәнек", - тип хәтерләй хужабикә ул саҡтарҙы. Тормош бит барыһы ла була, ниндәй генә ауырлыҡтар, яҙмыш һынауҙары осрамаһын, гелән хәләле менән кәңәшләшеп, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Юғары белем алһын тип, ирен институттың көндөҙгө бүлегенә уҡырға ебәрә, Фәхретдин ағай ышанмай һорап ҡуя:
-Ысынлап та ебәрмәһенме? Әллә шаяртмайһыңмы?-тип өс көн буйы һорап йөрөй.
Ә ҡатыны:
-Фәхретдин, ысынлап әйтәм, бар, уҡы, юғары белем алып ҡайт, бына ошо дүрт улыңа өлгө күрһәт, һуңынан уларҙы уҡытырһың, -тип аҡыллы ғына яуап бирә. Ысынлап та, балалары ла, үҙҙәре кеүек аҡыллы, итәғәтле булып, белемгә ынтылып үҫәләр. Юҡҡа ғына уларҙы Абзан ауылында уҙған "Шәжәрә байрамында" "Иң уҡымышлы ғаилә" дипломы менән бүләкләмәйҙәр. Биш балаларының барыһы ла юғары белемле. Оло улдары Әмир һәм иң кесе улдары Таһир Өфө нефть университетын тамамлап, Себер тарафтарында хеҙмәт юлы үтә. Дамир менән Заһир Мәскәү ҡалаһы циркында акробаттар була. Улар илебеҙҙең төрлө тарафтарында сығыш яһап йөрөйҙәр, тормош иптәштәре лә цирк артистары була. Әйткәндәй, Дамир ағай Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәренә эйә. Ә берҙән-бер ҡыҙҙары Лира апай Иҡтисад-финанс институтында һөнәр үҙләштерә һәм ғүмер буйы бухгалтер бурысын башҡара. Әлеге мәлдә барыһы ла хаҡлы ялдалар.Әмир менән Заһир тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнгәндәр. Дамир-Өфөлә, Лира-Стәрлетамаҡта йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тамырҙары 2010 йылда фәжиғәле вафат булған. Лира апай бәйләмгә, бешеренергә оҫта. Ул әсәһенең ҡыуанысы, йыуанысы "Әл дә бер ҡыҙым булған, ҡайтһа бәпес кеүек ҡарай хәстәрләй"-тип һөйөнә Зиәфәт әбей. Эйе йыраҡта йәшәһә лә ҡыҙы йыш ҡайтып йөрөй, тәрбиәләп, ҡәҙерлеһенең күңелен күреп китә. Ғүмеренең байтаҡ йылдарын балаларға белем биреүгә арналған мөғәллимдәре 1979 йылда күкрәгенә "Хеҙмәт ветераны" миҙалын тағып, хаҡлы ялға оҙаталар. Әммә һәр саҡ эштән йәм тапҡан ханым тик ятып күнекмәгән шул. Абзан ауылында "Дуҫлыҡ" ансамбле туплап, бергәләп сығыш яһайҙар. Зиәфәт әбей мандолинаһында ла уйнай, йырлай ҙа. Тәүге музыка ҡоралын уға ағаһы Ниғмәтулла алып бирә, шунда үҙенең тырышлығы менән уйнап өйрәнә. "Ағайым да уҡымышлы ине, Курше ауыл мәктәбендә директор булып эшләне. Тик яҙмышы ғына аяныслы булды 1942 йылда һуғышта батырҙарса һәләк булды, өс балаһы етем ҡалды"-тип әсенеп иҫкә алды әбей. Тормош иптәше Фәхретдин ағай менән 52 йыл ҡулға ҡул тотоношоп, татыу ғүмер итәләр. Элек йәш белгестәрҙе төрлө тарафтарға эшкә ебәргәндәр, Әсәҙуллина ҙа алты йыл -Оҙондар ауылында, һуңынан алты йыл -Күмертау ҡалаһында йәшәйҙәр, эшләйҙәр. Алтын туйҙарын үткәргәндән һуң бер аҙ йәшәгәс, ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан аяҡҡа баҫа алмай, яҡты донъя менән хушлаша. Яңғыҙ ҡалған әсәләренә, ауылда көн итеүе ауыр була тип, Дамир улы район үҙәгенән фатир һатып алып бирә. Һалҡын ҡыштарҙы әбей Архангелдә уҙғарһа, йәй етеү менән ауылға Арзанға, Заһир улы менән Нина килене янына алып ҡайталар. Йәйгеһен ауылда рәхәт, күрше-тирә, әбейҙәр менән сөкөрҙәшеп сәй эсәләр, килененә үҙенсә ярҙам итергә тырыша бәпкәләр көтә., емешлерәк йыйыша, ҡайнатмалар эшләйҙәр. Шулай һәр балаһының ҡәҙер-хөрмәтен татып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
"Тормош матур, ҡәҙерен белергә , һәр атҡан таңға ҡыуанырға кәрәк. Ғүмер күҙ асып йомғансы үтә лә китә шул"— тип ҡабатларға ярата әбейем. Зиәфәт әбей бер быуатҡа етерлек ғүмер кисергән, йәштәрсә төҙ баҫып йөрөнө, аҡыллы кәңәштәрен биреп күркәм доньяһына һөйөнөп йәшәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Зиәфәт әбей инде гүр эйәһе, йәне йәннәттә булһын!!!!!
Лена Шәйәхмәтова.