

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурсыбыҙға килгән йәнә бер эш менән таныштырырға ашығабыҙ.
Өфө фән һәм технология университетының Сибай филиалында 2 курста уҡыған Вилиә Рәүил ҡыҙы Кинйәбаева.
Вилиәнең шиғырҙарын сайтҡа үтеп уҡығыҙ.
***
Ергә мәңгегә килмәгәнбеҙ
Ергә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ,
Ҡәҙерен беләйек беҙ дуҫлыҡтың,
Дуҫлыҡ иң яҡты йондоҙ ул,
Кеше күңелендәге офоҡтоң.
Был донъяға мәңгегә килмәгәнбеҙ,
Ҡәҙерен беләйек беҙ тормоштоң.
Һыуыҡ-һалҡындарҙан өшөтмәйек,
Аҫыл сәскәләрен ырыҫтың.
Яҡты донъяға килмәгәнбеҙ,
Ҡәҙерен беләйек ер һыуҙың.
Ер-һыу ҡәҙерен белеп йәшәү,
Бар мәғәнәһе Кеше булыуҙың.
Вилиә Кинйәбаева.
****
Яҙмышты алдайым тип мин,
Күпме тапҡыр үҙемде алданым.
Дөрөҫ юлдан барамдыр әле тип,
Был алдаҡсы донъяла аҙаштым...
Үҙемдең алдағы тормошомда мин
Ни күрәсәгемде бер Хоҙай ғына белә...
Үтенеп һорайым, тик үҙ ярҙамыңдан
Үҙ ҡурсалауыңдан мине Хоҙай айырма...
Ни күрергә яҙған миңә, шуны күрермен,
Ни булһа ла булыр, мин бирешмәҫмен..
Тыуғандарым, яҡын дуҫтарым янда булһа,
Был донъяла мин бер ҙә яңғыҙ ҡалмаҫмын...
В. Кинйәбаева
****
Ана, урам буйлап сайҡалып килә
Хәмергә алданған бер кеше...
Аяғында тора алмай, саҡ атлай
Үҙенә эҙләй шундай бер ишен...
Ҡайҙа барыр һуң был донъябыҙ,
Һатылһалар барыһы ла хәмергә?
Ниңә шулай ҡоторталар шайтанды,
Алданып шундай ағыу -хәмергә?
Уйланығыҙсы, һеҙ тиҙерәк, башҡорттар
Хәмер индерә бит һеҙҙе ҡәбергә...
Хәмер ул шайтан һыуы икәнен,
Аңлар кәрәк бит һәр кешегә...
Шул хәмер арҡаһында ла бит,
Ҡырыла беҙҙең, үҙебеҙҙең халыҡ.
Шул ағыуға алданмаһағыҙ һеҙ,
Бөткәнме ни башҡа һеҙгә ризыҡ?
Эскең килһә, эс һин әйҙә ҡымыҙ
Уян, башҡортом, бул аҡылыңда.
Шул ағыуға алданған һайын һин,
Нимә тип әйтерһең үҙ балаңа?
Һин эскән һайың тарҡала бит
Анттар биреп ҡорған ғаиләң.
Шайтан һыуын йотҡан һайын
Ҡыҫҡара бит һинең ғүмерең.
Күптәрҙең ғүмерен ҡырһа һуғыш,
Күбеһенең ҡыра шайтан һыуы.
Шул ағыуға алданғандарҙы күрһәм,
Асыла бит минең йөрәк яраһы..
Туҡта кешем! Ҡайт аҡылыңа һин!
Әйҙә ҡайт һин, кешем, үҙ динеңә!
Булды! Етте! Уян һин Кешем!
Бисмилла итеп баҫ намаҙыңа!
Вилиә Кинйәбаева.