Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
12 Сентябрь 2023, 14:30

Юлдаш Мусин

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! А.Тажетдинов исемендәге ижади конкурсҡа килгән эштәрҙе һеҙҙең иғтибарға артабан да тәҡдим итәбеҙ. Йәшлек дәрте менән һуғарылған, патриотик рухта булған был шиғырҙар авторы Юлдаш Мусин сығышы менән Темәстән.  Юлдаш әле Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистикаһы факультетында белем ала. Йәш әҙипкә уңыштар теләйек! 

Юлдаш МусинЮлдаш Мусин
Юлдаш Мусин

#Һаҡмар_конкурс 

Ҡәҙерле дуҫтар! А.Тажетдинов исемендәге ижади конкурсҡа килгән эштәрҙе һеҙҙең иғтибарға артабан да тәҡдим итәбеҙ.

Йәшлек дәрте менән һуғарылған, патриотик рухта булған был шиғырҙар авторы Юлдаш Мусин. 

Юлдаш әле Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистикаһы факультетында белем ала. Йәш әҙипкә уңыштар теләйек! 

<Кәкүк>

Бер баҡсала сирен үҫә,
Унда кәкүк ултыра.
Бер туҡтамай көнөн-төнөн
Нимәнелер саҡыра.

Яңы тыуған бер балаға
Әсәһе ҡарап ята.
Шул баланың ҡарашында
Әсәгә һөйөү ята.

Беренсе һүҙ, тәүге аҙым,
Ихлас көлөп йүгереү.
Әсәһенең тырышлығы
"Балам" тиеп өлгөрөү.

Бер мәл һорау әсәһенә:
-Әсәй, нимә ул бәхет?
-Бәхет, балам, һау булыуы,
Әсәле булыу бәхет.

Илдәр әгәр татыу булһа,
Һуғыш булмау, шул бәхет.
Бала инде аптыранып
Әсәһенә ҡараны:

-Һуң бит әсәй, ауырыһам
Бөтөрәһең яраны.
Һуғыш булһа илдә әгәр
Туҡратыр бит батшаһы.

-Балаҡайым, үсеп етһәң
Барыһында аңларһың.
Был тормоштоң күҙҙәренә
Асыуланып ҡарарһың.

Атта сапһаң иң мөһиме
Ҡарама һин артыңа,
Атың һинең-ғүмер булһа
Артта ҡала саң ғына.

Ауырлыҡтар булып юлда,
Шунан килер еңеллек.
Барыһыла яҡшы була,
Әгәр булһа түҙемлек.

Тормошобоҙ тик сәскәләй,
Уны өҙһәң тиҙ һулый.
Намыҫыңды тапатма һин
Өҙөлгән сәскә булып.

Ғүмер үтте һиҙелмәй ҙә,
Әсә хәҙер йәш түгел.
Ваҡыт үтте күҙ асҡансы,
Ә малай-бала түгел.

Ҡара болот кеүек ерҙе
Ҡомһоҙ һуғыш ҡапланы.
Дошмандарҙың ҡоралдары
Йәшен кеүек шартланы.

Ер тетрәткес шартлатҡыстар,
Күкте ялҡын балҡытты,
Төндәр ҡара була тимә
Төндә, тимәк, таң атты.

Көндө уйнап ҡаршы алған
Аптыранды балалар.
Гөрләп халыҡ йәшәп ятҡан
Тигеҙләнде ҡалалар.

Китте һалдат һаубуллашып,
Әсә белмәҫ ҡайтмаҫын.
Көндә көтөр, төндәр үтер,
Белмәҫ улы ҡайтмаҫын.

Әсәһенең бер төшөнә
Керҙе бер нур-малайы.
Әсә йүг(е)реп ҡосаҡланы
Ихлас итеп йылмайҙы:

"Китмә, балам, китмә зинһар,
Ҡайтҡанһың бит һуғыштан,
Төш булһасы уянмайыҡ!"
Үкреп илай һағыштан.

Яугир ҡаты ҡулы менән
Әсәһенең йәштәрен,
Сикәһенән һыпрып алып
Күҙгә ҡарап өндәште:

-Әсәкәйем, ҡояш нурым,
Етәр, әсәй, илама.
Һин көт мине, мин ҡайтырмын,
Берәүгә лә ышанма.

Ләғнәт һуғыш тәнде алһа,
Тере ҡалыр күкрәгем.
Күкрәгемдә башҡорт ҡаны,
Әммә һуҡмай йөрәгем.

Ятты яугир һыуыҡ ергә,
Ятыр белмәй үлгәнен.
Белмәҫ улы, ауылында
Әсә йәшен түккәнен.

Бер мәл өйгә килде аҡ хат
"Һуғыштан ҡайтып килә".
Әсә ҡыуаныстан инде
Һикереп тороп китә!

Өйгә килде ир егеттәр
Индерәләр мәйетте...
Әсәһенә сабыр бирһен,
Күреп ҡалды кәфенде.

Булды аят, һәм яназа,
Туғандары ерләне.
Үҙ үҙенә ҡул һалырға
Әсә урын эҙләне.

Тик булманы, ваҡыт үтте,
Донъяла шатлыҡ, көлөү.
Әсәһенең йөрәгендә
Һамман да улын көтөү.

Ҡартлыҡ етте, тик бер үҙе.
Өйҙә уттар балҡымай.
Баҡсалағы сирендәрҙә
Кәкүк бүтән саҡырмай.

****

<Халҡым күҙенә ҡарап>

Башҡорт кеүек изге милләт
Беҙҙең ерҙә барм(ы) икән?
Сәскә төҫлө матур телдәр
Башҡорт һымаҡ барм(ы) икән?

Ҡурай моңо, рухлы батыр,
Тәмле татлы балдарың,
Сибәр ҡыҙҙар, бейек тауҙар,
Был бит-Башҡортостаным!

Ҡыҙғанысы бер нәмә лә,
Башҡорт бара кәмергә.
Кемдер тыуа, кемдер үлә,
Кемдер бата хәмергә.

Кемдер гонахына батып
Үҙ-үҙенә ҡул һала.
Шул ағыуҙың арҡаһында
Минең халҡым ҡырыла...

Йөрәк һүҙем ошо булыр,
Йәш йөрәгем түҙмәне.
Был һүҙҙәрем тере булыр,
Күңел уты һүнмәне!

"Эскелекһеҙ ҡунаҡ булмай,
Хәмерһеҙ оят була!"
Шул һүҙҙәрҙең телдәренә
Милләттән ҡарғыш була.

"Ана бара ул таянып,
Аяғында саҡ тора,
Өйгә атлай ҡолай-ҡолай
Шайтаны аяҡ сала...

Ыштан төшкән, бит бысыраҡ!"
Эскелек көлкө түгел!
Эскән ата балаһына
Бер саңдай өлгө түгел.

Шул баланан киләсәктә
Ниндәй өмөт көтәһең?
"Улым, эсмә, был бит насар"
Ә үҙең бит эсәһең.

"Мин бит инде көндә түгел,
Тик байрамда әҙерәк.
Аяғымда төҙ торамын,
Эсә белергә кәрәк!"

Әгәр ҙә һин Башҡорт булһаң,
Ҡымыҙ эсергә кәрәк.
Хәмер түгел, шайтан ҡошап,
Иманлы булыр кәрәк.

Йөрәк һүҙем ошо булыр,
Йөрәккәйем түҙмәне.
Әйтмәһәм бит шағир булмам,
Күҙҙә балҡыу һүнмәне!

Батыр ирҙәр алыштарҙа
"Илем" тейеп баш һала.
Үрҙәгеләр: "үлде" Тейеп,
Ҡәберенә таш һала.

Кемдер илдән ҡасып китә,
Кемдер төшә төшә кәбергә.
Туҡтат, Раббым, һуғыштарҙы,
Ғүмерҙәр бит, бер генә

Күпме башҡорт ҡанын түккән
Яҡларға тыуған телен.
Ә һин, дуҫҡай, аптыранмай
Алғанһың мәрйә килен?

Мөхәббәт ҡарамай йәшкә,
Милләткә лә ҡарамай.
Ә улыңа "улым" тиһәң,
Ул бит һине аңламай.

Ир егеттәр аҡса һуға
Китеп алыҫ себергә,
Икенселәр беҙгә килә
Ҡыҙып алтын-тимергә.

Бер тирмәлә тик хатындар,
Ир-егеттәр бик һирәк.
Яугирҙар юҡ, уҡсылар юҡ,
Ҡоралдарҙан бер-һәнәк.

Һин ҡайт, яугир, йәйләүеңә
Унда һине көтәләр.
Дошман урлай алтыныңды
Шунан күсеп китәләр.

Ғаиләң ҡайҙа барыр, яугир?
Улың ҡайҙа өй һалыр?
Һинең кеүек ҡасып китеп,
Башҡортостанын һатыр?

Хуш еҫле, йәп-йәшел булып
Ҡайын үҫә урманда.
Ҡайын ул-ер. Япраҡ-башҡорт,
Шул япраҡтар ҡойола...

Батша ҡырҡа тамырынан,
Ә ҡайыным саҡ тора.
Шул ағастың тамырына,
Динһеҙҙәр хәмер ҡоя.
Япраҡтарын өҙә-тишә
Ямғырҙай уҡтар ҡоя.

Ҡурҡма халҡым яуызлыҡтан,
Ҡурҡ һин кеше ҡырыуҙан,
Шәрәп менән, ҡылыс менән,
Милләтеңде күмеүҙән!

Йә дуҫҡайым, уйна ҡурай,
Хәмер түгел, эс ҡымыҙ!
Башҡорт рухы тере ҡалыр,
Йәшәр беҙҙең халҡыбыҙ!
 
****
 
<Шайтан>

Һинең менән бара көрәш,
тик динемә мин ҡайтам.
алып бараң яман эшкә
Ҡомһоҙ, йөрәкһеҙ Шайтан.

"Үҙеңдә генә ғәйеп"
Тип әйтерһең һин оялмай
Бер яҡтан был дөрөҫтөр ҙә,
мин йөрөйөм тыялмай...

Үҙ нәфсемде, теләгемде,
Тырышам бик тоторға,
әммә шайтан һис йоҡламай
Изгелекте ҡырҡырға.

"Тамуҡ һине көтә!"
Тейеп, гел дә килә төшөмә,
"Етәр! Ҡабат торма тинем!"
Килеп баҫты түшемә.

«Әҙәм улы, аңла мине,
Минең биргән антым бар.
Кешеләрҙе аҙаштырам,
Минең шундай хаҡым бар.

Ә һин, Алйот, ҡаршылашма!
Үтә насар эшеңде...
Рәхәтлән һин йәш сағыңда,
Ғүмер ҡыҫҡа кешенең.

Үтер һинең йәш саҡтарың,
Шунан уҡырһың намаҙ.
Ә әлегә борсолма һин..."
Ҡараштары бик яман.

Һинең менән бара көрәш,
Тик динемә мин ҡайтам.
Алып бараң яман эшкә,
Ҡомһоҙ, йөрәкһеҙ шайтан!

Һин ҡыраһың милләтемде,
Батыраһың хәмергә.
Һинең өсөн, нәфсе өсөн,
Халҡым бара кәмергә!

"Мин сығарам һуғыштарҙы,
Байлыҡтарҙы-наҙанға.
Ҡейәмәттең көнө етһә,
кеше төшһөн ҡаҙанға.

Мин сығарам иреш-талаш,
булмаһын мөнәсәбәт.
Барығыҙҙы тамуҡ көтә,
Булмаһын һеҙгә йәннәт.»

Көндәр үтә, ваҡыт үтә,
Ғүмер үтә һиҙелмәй,
Көндән-көнгә йәшәгәнем
Яҡшы эштәр күренмәй.

Ни әйтермен килеп баҫһам
Азизымдың ҡашына,
Шайтан яҡлы булһаң әгәр,
бәлә төшөр башыңа.

Булмаҫ яуап һорауҙарға,
ишек булмаҫ сығырға.
Ул донъяла яуаплыҡтан
Урын булмаҫ ҡасырға.

Ислам динен таратырға,
Килгән беҙгә пәйғәмбәр.
Мохәмәттең һүҙен һаҡлап,
Күпме бөткән ҡәләмдәр.

Шул динемде бөтөрөргә
Күптәр ҡылыс ҡайраған,
Мәсеттәрҙе елгәрергә
Кемдер "указ" ҡараған.

Аллаһ күрә барыһында,
Тик нимәгә һатылдың?
Аҡсағамы? Байлыҡҡамы?
Ниңә ҡыҙа ҡаҙаның?

Әгәр донъя яҡты булһа,
Ниңә бында яуызлыҡ?
Әгәр "батша!" яуап бирһә,
Нимәгә һиңә байлыҡ?

Донъя беҙҙең яҡты түгел,
Айһыҙ төндәй ҡараңғы.
Беҙҙең йәшәр көндәребеҙ,
Бармаҡ менән һынаулы...

Доньяларҙың наҙан әҙәмдәре
Утҡа яға бөйөк ҡөрьәнде,
Мосолмандар күптән тауышланмай
Һиҙелмәйме Аллаһ көйгәне?

Имамдарзың әйтер һүҙҙәре лә,
бикле булһа әгәр төрмәлә,
Мөмбәрҙәрҙән тороп саҡырмаһам,
Саҡырырмын тороп сәхнәлә

Милләттәштәр, Башҡорттарым,
Безең динебеҙ-Ислам,
Шайтан менән көрәшергә
Изге дингә саҡырам!
Юлдаш Мусин. 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас