

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! А.Тажетдинов исемендәге ижади конкурсҡа килгән тәүге эште тәҡдим итәбеҙ. Үҙенсәлекле шиғырҙарҙың авторы - Баймаҡ ҡалаһынан Хәйҙәр Көмөшбаев. "Ҡыпсаҡ хан" псевдонимы аҫтында ижад иткән автор.
Телем менән һөйләшеү.
- Һаумы, телем, хәлең нисек,
Һүҙҙәрем бар серләшер.
Ниңә һине йәберләйҙәр,
Кемдәрең бар көнләшер?
Һин наҙлыһың, һин моңлоһоң,
Һин бөйөкһөң, телгенәм.
Ниндәй нахаҡҡа дусарһың,
Аһ-зарҙарың гел-гелән...
Моңоң әллә ҡамасаулай,
Бәғзе милләт теленә...
Үтә хистәр биргән өсөн,
Туң йөрәк күңеленә.
Һүҙ байлығың ташып тора,
Ынйылай һибеләләр,
Нескәлеге - сәңгелдәктәй,
Тирбәлеп тирбәләләр.
Кемгә оҡшамайһың, телем,
Йә булмаһа әйт әле.
Милләтемде уятырлыҡ
Ғазап серен сис әле.
- Һөйләй китһәң ғүмер башы-
Йәнбикә һәм Йәнбирҙе.
Был донъяға килеүемә,
Улар миңә йән өрҙө.
Ҡурсып мине һаҡланылар,
Һәр ваҡыт яраттылар,
Киләһе быуындарға ла,
Мираҫлап тараттылар.
Хәҙер инде бәҫем китте,
Стандарт - ҡоролоштар,
Тирә яҡлап ҡыҫым алды,
Үҙгәргәс тә тормоштар.
Күптән инде үҙ милләтем,
Мине онотоп бара.
Аралаша башҡа телдә,
Тамырға балта саба...
Уфтанып, шулай тине лә
Телем күҙемә баҡты.
Уят тигәндәй ине ул,
Томаланған халыҡты.
Ә үҙенән бөрсөк кенә,
Өмөт йәштәре аҡты.
ҠЫПСАҠ ХАН.
****
Холҡом ғына ташҡа һалып,
Ҡат-ҡат итеп үлсәрлек.
Ҡайһы саҡта булам тырма-
Маңлай бәреп китәрлек.
Тараҡлыҡ та бар әҙерәк,
Бер шымартып ҡуйырлыҡ.
Игәүлек тә сиктән ашҡан,
Тәрән яра уйырлыҡ.
Бысҡылыҡты һанап тороу,
Урынһыҙ булыр ине.
Күңел ғазабын һалырлыҡ,
Итә ҡайһы саҡ мине.
Әсе телләнеп тә китһәм-
Һәнәктән ҡалышмайым.
Һеперткелек кенә аҡһай,
Елғыуар булалмайым.
Һандалға һуҡҡан сүкештәй,
Ярһыулыҡ та юҡ түгел.
Тик юҡ тимер ҡатылығы-
Хистәрҙән торғас күңел.
ҠЫПСАҠ ХАН
****
Ваҡыт һынауҙарын ашатланып,
Үтәм һаман тура һуҡмаҡтан.
Өлөш төшөрһә лә заман еле,
Ауыр ғына, елле туҡмаҡтан.
Төшөнкөлөк миңә һыҙат түгел,
Хастыр бәлки, көрлөк-шаянлыҡ.
Дуҫ-иштәрем һәр саҡ ҡурсып тора,
Ел-ямғырҙан улар таяулыҡ.
Ваҡыт ҡына бер аҙ эс бошора,
Туҡтамайса елә аяуһыҙ.
Ваҡ мәшәҡәт тыуып торһалар ҙа,
Уларына инде вайымһыҙ.
Тормош алға бара, теҙгендәрен,
Күптән инде матҡып тотолған.
Баш биреү юҡ заман елдәренә-
Бурандарын күптән татылған.
ҠЫПСАҠ ХАН. **** Үткәнемде парлай-парлай,
Иллене иңгә һалам.
Ир ҡорона килеп индем,
Йөрәк ҡартаймай һаман.
Шуҡлығын алға сығарып,
Шаярып, һай, шаяра.
Ауыҙлыҡлар башын бирмәй,
Үҙ яғына ҡайыра.
Йәш-елкенсәк күреп ҡалһам,
Йөрәк күкрәккә һыймай.
Ажғыр тайҙай эй талпына,
Хәлем мөшкөл тип тормай.
Йәшлегемә күҙ йүгертәм,
Үткәнде уйлай-уйлай.
Дыуамаллы, шуҡ саҡтарҙы,
Күңел һаман да даулай.
Иллегә лә аяҡ баҫтым,
Аҡыл килер уйламай,
Алтылағы алтмышта, ти,
Холҡом юҡ шулай, ай-һай!
ҠЫПСАҠ ХАН. **** Бәхет бармы тиеп һорамағыҙ...
Бәхет бармы тиеп һорамағыҙ...
Бар ул бәхет, тапһаң, эҙләһәң.
Булғаны ла яндарыңдан китер,
Ваҡытында әгәр күрмәһәң.
Бәхет бармы тиеп һорамағыҙ...
Бар ул бәхет тапһаң, эҙләһәң,
Тапҡаның да ҡулдарыңдан осор,
Ваҡытында әгәр күрмәһәң.
Бәхет бармы тиеп һорамағыҙ...
Бар ул бәхет тапһаң, эҙләһәң.
Гәлсәр кеүек ватылырға тора,
Ваҡытында әгәр күрмәһәң.
Бәхет бармы тиеп һорамағыҙ...
Бар ул бәхет, тапһаң, эҙләһәң.
Сәскә кеүек ғүмере лә ҡыҫҡа,
Ваҡытында әгәр күрмәһәң.
Бәхет бармы тиеп һорамағыҙ...
Бар ул бәхет, тапһаң, эҙләһәң,
Тапҡаныңды ҡулдан ысҡындырмай,
Ҡайнар мөхәбәткә төрнәһәң!
ҠЫПСАҠ ХАН.