Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
29 Июнь 2023, 04:22

Баймаҡ интернат-мәктәбенең 1978 йыл сығарылышы

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙ менән таныштырыр мәл етте. 

Баймаҡ интернат-мәктәбенең 1978 йыл сығарылышыБаймаҡ интернат-мәктәбенең 1978 йыл сығарылышы
Баймаҡ интернат-мәктәбенең 1978 йыл сығарылышы

Беҙ, бай тарихы, данлы үткәне менән республикала билдәле уҡыу йорто - Баймаҡ интернат-мәктәбен 1978 йыл тамамланыҡ. 

Интернат дуҫлығы беҙҙе бер туғандай яҡын итте, беҙ һаман да бергәбеҙ, һағынып осрашып, баласаҡ, мәктәп йылдарын иҫләп алабыҙ. Осрашыуҙарҙы төрлө тарихи урындарҙа үткәрергә тырышабыҙ: матур тәбиғәтле Ирәндек буйындағы ҡымыҙ йәйләүендә, яратҡан, саф һыулы Талҡаҫыбыҙҙа, мөғжизәле Шүлгән-таш мәмерйәһендә, Учалы районындағы Әүлиә тауы Әүешкүлдә, бик күп сер һаҡлаған Арҡайымда булдыҡ. 

Ә үткән йылда Ишбирҙе ауылында яҡын кешебеҙ- тәрбиәсебеҙ Абрарова-Юнысова Зөбәржәт Шәрифйән ҡыҙының хәтер кисәһен үткәрҙек. Уның ҡыҙы Нәйлә Наил ҡыҙы менән кейәүе Сәлим Мөхтәр улының йортонда үткән аят мәжлесендә ҡатнашып, тәрбиәсебеҙҙе йылы хистәр менән иҫләп үттек. Был турала мин уҙған йыл "Бәйләнештә" сайтындағы "Баймаҡ лицей-интернаты" төркөмөндә яҙып үткәйнем. Әле шуны тулыһынса тәҡдим итәм: 

Сираттағы класташтар менән осрашыу беҙҙе алыҫта ҡалған, шаулап-гөрләп торған интернат йылдарына алып ҡайтты, хөрмәтле тәрбиәсебеҙ Зөбәржәт Шәрифйән ҡыҙын иҫкә алып, уның тураһындағы яҡты хәтирәләргә бирелергә мәжбүр итте...

Ата-әсәйҙән айырылып, бөтөнләй сит мөхиткә килеп ингән бәләкәй балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, мәктәпте тамамлағансы бергә булған тәрбиәсебеҙ беҙгә әсәләрсә иғтибарлы, үтә лә хәстәрлекле ине, матур кәңәштәре менән күңелебеҙгә дәрт биреүсе, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы яҡын кешебеҙ булды. Беҙ, интернат балаларынан тыш, үҙенең ғаиләһендә алты бала!
Һаулығы сикле улын да ҡарар кәрәк. Барыһына нисек өлгөргәндер ул...

Ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән еңеп өйрәнгән, етемлектә үҫкән һуғыш йылы балаһы булыуы ла уны шулай сыныҡтырғандыр. Зөбәржәт Шәрифйәновна беҙгә бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, киреһенсә, иҫкәрмәләрен дәртләндереү, шаяртыуҙар аша еткерә торғайны.Уның күп яҡлы талантлы булыуы һоҡландыра ине! Моңло тауышы, матур бейеүе, актерлыҡ һәләттәре, спортты үҙ итеүе, гимнастика менән мауығыуы, ниндәй генә миҙгел булһа ла, тәбиғәтте яратыуы менән үҙенә ылыҡтыра ине. Ул үҙендәге барлыҡ һәләттәрен беҙҙә лә ихлас тәрбиәләргә тырышты.
Батырҙар, көслө рухлы шәхестәр миҫалында, тормошта бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә ине.
Мәктәптә үткәрелгән әллә күпме сараларҙың барыһында ла сәмләнеп ҡатнашып, һәр саҡ әүҙем, берҙәм булдыҡ. Ә беҙҙең отрядтың ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен йөрөтөп, уның менән хат алышыуыбыҙ-үҙе бер тарих!

Алты йыл буйы тәрбиәсебеҙ булған Зөбәржәт апайыбыҙ менән мәктәптән һуң да тығыҙ аралашып йәшәнек, осрашыуҙарыбыҙ унһыҙ үтмәне. Зөбәржәт Шәрифйәновна хаҡлы ялға сыҡҡас та бик әүҙем тормош алып барҙы: сәхнәне ташламаны, яратып баҡса үҫтерҙе, биш намаҙын ҡалдырманы, мәсеткә йома намаҙҙарына йөрөнө, мосолмандарҙың изге ғәмәле-Хаж сәфәренә лә барып ҡайтты!

Йөрәк йылыһын йәлләмәй, беҙҙе үҙ балаларылай ҡараған оло йөрәкле тәрбиәсебеҙ Зөбәржәт Шәрифйән ҡыҙына барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ, онотмайбыҙ, яҡшы хәтирәләр менән генә иҫләйбеҙ...

Йәмле Йылайыр буйында урынлашҡан матур тәбиғәтле Ишбирҙе ауылында үткән осрашыуыбыҙ бик матур, иҫтәлекле, сауаплы булды. Хөрмәтле Зөбәржәт Шәрифйән ҡыҙының, яратҡан уҡытыусыбыҙ Наил Лоҡман улының ҡәберҙәренә зыярат ҡылдыҡ, ауыл мәсетендә йома намаҙында ҡатнаштыҡ, ҡыҙҙары менән кейәүҙәре үткәргән матур аят мәжлесендә булдыҡ.

Гөл-сәскәләргә күмелеп, ҡот уйнап торған йорттарында беҙҙе ихлас ҡабул итеп ҡунаҡ иткән Нәйлә Наил ҡыҙына, Сәлим Мөхтәр улына, "Фәтихә" ансамбле ағзаларына бик рәхмәтлебеҙ.

Барығыҙға ла һаулыҡ-сәләмәтлек, имен тормош, күңел тыныслығы теләйбеҙ🙏🙏🙏

Бына шулай беҙҙең йылдар буйы һаҡланған дуҫлыҡ-татыулыҡ дауам итә, аллаға шөкөр.

Беҙ, сығарылыш уҡыусылары, тыуған мәктәбебеҙгә, яратҡан уҡытыусыларыбыҙға, атай-әсәйҙе алмаштырған яҡын күргән тәрбиәселәребеҙгә һәр саҡ рәхмәтлебеҙ. Әллә күпме хәтирәләр һаҡлаған матур, сағыу, онотолмаҫ мәктәп йылдарын һағынып иҫләйбеҙ. Мәктәбебеҙҙә оҙаҡ йылдар дауамында меңәрләгән бала тәрбиәләнеп, киләсәккә юл алған. Интернатыбыҙ әле лә шат балалар тауыштары менән гөрләп тора! Йәш, дәртле мәктәп директоры Әбүбәкиров Иҙел Данил улы һәм бар интернат коллективы тырышып эшләп, яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандыралар. Мәктәптең уңыштары артҡандан- артып ҡына тора! Интернатыбыҙ тормошон күҙәтеп барабыҙ, уңыштарҙы ишетеп бергә шатланабыҙ!
Беҙ бер ғаиләләй үҫкән класс балалары әле лә бергәбеҙ, берҙәмбеҙ, татыубыҙ!

Бөтә класташтар исеменән Зөһрә Фәйзуллина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас