(Урғаҙа мәктәбенең 1977 йылдағы сығарылыш класы уҡыусылары осрашыуы).
"Йәш - ул ни бары һандар ғына...
Ул кешенең аҡылын да, тормошҡа ҡарата ҡарашын да билдәләмәй. Барыһы ла йәшәлгән йылдарға һәм тормошта күреп кисергәндәргә бәйле! "
( Татьяна Макарова).
24 июнь Ургаза ауылы.

Тыуған мәктәбем һәм тыуған төбәгем.
1977 йылғы сығарылыш класы!
Беҙҙең барыбыҙҙың да иҫке мәктәбебеҙҙең стеналарын күрергә теләк бар ине. Шулай уҡ иҫке генә ағас башланғыс мәктәбебеҙҙең янында урынлашҡан оҫтаханалар бинаһын да... Бында беҙгә ауыл хужалығы йүнәлешендәге "Трактор" курсынан уҡыта торғайнылар.

Тирә яғы емеш-еләк ағастары, ултыртылған баҡсалы, уны уратып алған штакетниклы, тышы аҡ, аҡһыл күк һәм күк төҫтәр менән буялған, үҙенсәлекле геометрик биҙәктәр менән биҙәлгән, буяҡ еҫтәре аңҡып торған мәктәп... Уның ике яғында пионерға арналған ике һәйкәл...
Ғүмер һыу кеүек аға. Был мәктәп урынына хәҙер яңыһын, замансаһын һалғандар. Заманса белем биргән мәктәптә компьютер кластары ла, заманса кабинеттары ла, интерактив такталары ла - барыһы ла бар.
Беҙҙе ҡолас йәйеп, мәктәп директоры Гөлнара Марат ҡыҙы Хәсанова ҡаршы алды. Гөлнара Марат ҡыҙы сығышы менән "Йылайыр" совхозынан. Шуға ла уның директор булыуына һөйөнөп ҡуйҙым.
- Һеҙҙең класс 1977 йылда мәктәпте тамамлағанда бәләкәй генә Гөлнара саҡ тыуған ине. Был ваҡыттан бирле ярты быуатҡа яҡын ғүмер үткән.
Йылдар шулай уҙа тора. Быуындар үҙгәрә, яҙмыштар үҙгәрә, быуаттар алмашына.
Мәктәптә осрашҡандан һуң барыбыҙ ҙа Октябрь ауылына юл тоттоҡ. Бында беҙҙе Миңнур Фәрит ҡыҙы һәм Айрат Алик улы Шарафутдиновтар ғаиләһе ихлас ҡаршы алды. Бай табын артында күңелле һөйләшеүҙәр, шиғырҙар, йырҙар, хәтирәләр, фолтоға төшөүҙәр. Класташтарҙың ҡайһыларын ҡапыл ғына танып та булмай ине. Йорт хужаларына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Фәриҙә Исмәғилова.
Сосновка ауылы.
25 июнь 2023 год.
25 июнь 2023 год.