

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙға лайктар ҡуйып ебәрәйек.
Баймаҡ интернат-мәктәбен 1971 йылда тамамлаусы 10-сы "а" класы тураһында беҙгә Фәүес Исламғолов яҙып ебәргән. "Беҙ,Баймаҡ-интернат мәҡтәбенең 1971 йылғы 10-сы а класы сығарылыш уҡыусылары. Мәктәпте тамамлауға биш йыл үткәс тә, ун биш йыл үткәс тә, артабан 30, 40, 45 йыл үткәс тә гел осрашып торҙоҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙҙең ҡайҙа йәшәгәнен, хәлен белеп торабыҙ. Сөнки интернат беҙҙе шулай тәрбиәләне, интернат тормошо шулай өйрәтте.
Ләкин иң иҫтә ҡалғаны - 50 йыллыҡ осрашыу булды. Беҙ 50 йыллыҡты лицей-интернат етәкселеге менән һөйләшеп, уҡыусы балалар менән линейка формаһында осрашыу үткәрҙек. Беҙҙең элекке уҡытыусыларыбыҙ - Руфа Харрасовна, Гөлсара Искәндәровна осрашыуға килде. Улар иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уҡыусыларға уңыштар теләне.
Беҙ ҙә уҡыған йылдарыбыҙ тураһында һөйләп, балаларға мәктәпте тамамлағас та бер-береһен онотмай, осрашып тороғоҙ тип теләнек. Осрашыу уҡыусылар әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы, яратҡан мәктәбебеҙгә бүләктәр бирҙек.
Артабан инде ошо йылдар араһында мәрхүм булған классташтарыбыҙҙы иҫкә алып, улар рухына классташыбыҙ Әғзәметдин аят бағышланы. Мәктәп ашханаһында беҙҙең өсөн әҙерләнгән кеҫәлде эсеп алдыҡ😄. Уҡыған саҡтағы "полдник" иҫкә төштө. Беҙҙең ошо осрашыуҙы үткәреүҙә ярҙам иткән өсөн мәктәп етәкселегенә, директоры Иҙел Данил улына ҙур рәхмәт", - тип ул яҙа.