Конкурстар
24 Июнь 2023, 08:26

Баймаҡ интернат-мәктәбен 1982 йылда тамамлаусылар

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙға лайктарыбыҙҙы ҡуйып ебәрәйек әле.  Баймаҡ интернат-мәктәбен 1982 йылда тамамлаусы иң сағыу, иң татыу сығарылыш уҡыусылар! Был кластың мауыҡтырғыс үткән тормошо тураһында беҙгә класташтары Сәғирә Зөлфәр ҡыҙы яҙып ебәргән.

Баймаҡ интернат-мәктәбен 1982 йылда тамамлаусыларБаймаҡ интернат-мәктәбен 1982 йылда тамамлаусылар
Баймаҡ интернат-мәктәбен 1982 йылда тамамлаусылар

Мәктәп йылдары...

Бала саҡтың алтын осоро.Үҙенең шатлыҡтары, еңеүҙәре, борсолоуҙары, ашҡыныуҙары менән күңелдә ярылып ҡалған. Һис һүҙһеҙ, һәр кемдең үҙе уҡыған мәктәбе, класы иң сағыуы, иң мәртәбәлеһелер ул. Был аксиома.

Беҙҙең дә, Баймаҡ интернат-мәктәбен 1982 йылда тамамлаусы 10-сы "а" класы уҡыусылары һәр хәлдә шулай иҫәпләй. Ни өсөн тиһегеҙме

Әйҙә бер нисә миҫалға туҡталып утәйек.
Беренсенән, беҙ *иң* *татыу* класс. Төрлө ауылдарҙан, райондарҙан яҡындарынан, уҡыған мәктәбенән айырылып дүртенсе синыфҡа ғына күскән бәләкәй балалар тәүләп интернат тупһаһын ашаҡлап үткәс, уларҙы киләсәктә ысын-ысынында "икенсе әсәйгә" әйләнәсәк Хөснә Әнеүәр ҡыҙы ҡаршы алып, илағанын йыуатып, осонғанын ипләп, баҙнатһыҙының күңелен үҫтереп, тәрбиәләп, йылы, аҡыллы, ҡайһы саҡта тапҡыр һүҙҙәре, күңел йылыһы менән йөрәктәргә асҡыс таба алып, кеше булып формалашыуыбыҙҙа ҙур роль уйнаны. Класты туплап, дуҫлаштырып бер туғандарҙа ғына була торған яҡынлыҡты булдыра алды. Әлеге көндә мәктәпте тамалауыбыҙға 41 йыл ғүмер үтеүгә ҡарамаҫтан, беҙ һамман татыубыҙ, осрашыуҙарға ашҡынып ҡайтабыҙ, хәл-әхеүәлебеҙҙе белешеп, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәйбеҙ. Рәхмәт тәрбиәсебеҙгә! Беҙ уны ныҡ хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.

Икенсенән, беҙ *ныҡ* *шәп* *класс*.

Интернат мәктәбебеҙ, беҙ уҡыған осорҙа һәм хәҙер ҙә, заманына күрә уҡытыу-тәрбиә эше буйынса алдынғыларҙан һаналды. Мәктәптә үткәрелгән сараларҙы, уҡыу процессын ҙур юҡһыныу менән иҫләйбеҙ һәм кире парта артына ултырып уҡыр өсөн нимәләр бирмәҫ инек. Уҡытыусыларыбыҙ: Биҡҡолова Нурия Фазыл ҡыҙын, Сырлыбаев Рафаэль Әхмәт улын, Ишәлин Шәһит Зекрейә улын, Бикбердина Руфа Харрас ҡыҙын, Әхмәтова Рәйсә Хажи ҡыҙын, Әхмәтова Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙын, Йәнтурина Гөлсара Искәндәр ҡыҙын, Әминев Ғәлимнур Имам улын, Рәхимғолов Вилүр Зиннәт улын, Лоҡманова Зәкиә Нуриман ҡыҙын, Моратов Юлай Хәким улын, Парфенова Инна Николаевнаны, Аслаева Таңһылыу Хәжиәхмәт ҡыҙын, Иҫәндәүләтов Зөфәр Ҡыуандыҡ улын , китапханасы Ҡашкаров Рәшит Сәғәҙи улын, директорыбыҙ Арслангалин Тимерғәле Абдрахман улын һ.б. күптәрҙе тик яҡшы яҡтан,р әхмәтле булып иҫкә алабыҙ. Ошо эскерһеҙ, үҙ эшенә йәне-тәне менән бирелгән, алдынғы ҡарашлы, белемле уҡытыусы һәм тәрбиәселәребеҙ арҡаһында беҙ барбыҙ, бәхетлебеҙ, тормошта алға ҡарап йәшәйбеҙ һәм Тыуған еребеҙҙә ныҡлы баҫып торабыҙ.

Һәм дә өсөнсөнән беҙ *иң* *сағыу* *класс*.

Былай тип әйтергә тулы хоҡуғыбыҙ барҙыр тибеҙ, сөнки хәҙер беҙ олпатланған, арыуыҡ тормош тәжрибәһе туплаған, төплө аҡыл кергән кешеләрбеҙ. Арабыҙҙа ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ: эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, шәфҡәт туташтары, электриктар, һатыусылар, механизаторҙар, иретеп йәбештереүселәр һ.б.. Күптәребеҙ намыҫлы эше өсөн Рәсәй федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының төрлө маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булды. Мәктәбебеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, уның лайыҡлы уҡыусылары булып, матур ғаиләләр төҙөп, бәхетле балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп,аллаға шөкөр, йәшәп ятабыҙ.

1982 йылғы, интернат-мәктәптең сығарылыш уҡыусылары.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас