#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Тәүге конкурсанттарыбыҙҙы лайктар ҡуйып ҡаршы алайыҡ.
"Был конкурста беҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ. Беҙ 1983 йылда Ҡолсора урта мәктәбен тамамланыҡ. 40 йыл үткәс, быйыл класташтар осрашыуын үткәрергә булдыҡ. Шулай ҙа беҙ һәр биш йыл һайын класташтарыбыҙ менән осрашып торҙоҡ ул. Беҙҙең "Б" класы шундай татыу, берҙәм булды. Төрлө сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап уҡыныҡ. Шуҡ та, шаян да булдыҡ, әле лә, ҡырҡ йыл үтһә лә, шул шаянлыҡтары үтмәгән класташтарҙың. Уйнап-көлөп ун ете йәшлек ҡыҙ-егеттәр кеүек һәр нәмәнән көлкө табып, рәхәтләнеп ял иттек. Минеңсә беҙҙең класс иң сағыу, иң татыу, иң шәбе тип уйлайым", - тип беҙгә Зәһүрә Камалова яҙып ебәргән.
Афарин! Был класташтарға уңыштар һәм еңеү теләйек.


















