

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙҙы лайктар ҡуйып ҡаршы алайыҡ.
"Мәктәптә уҡыған саҡтар һәр кешенең күңел түрендә иң күңелле, иң сағыу һәм иң бәхетле мәл булып хәтеренә инеп уйыла. Ул ғумер буйы һаҡлана. Тап ошо мәлдә кеше үҙенә ысын, ышаныслы, ғүмерлек дуҫтар таба, ғәҙәттә, класташтары араһынан.
Беҙ районыбыҙҙың Ниғәмәт ауылы мәктәбенең 2002 йылғы сығарылыш класы. Минең өсөн, тап беҙҙең класс иң дуҫ, иң ярҙамсыл, иң яҡшы. Беҙҙең мәктәпте тамамлауға 21 йыл. Әммә шуға ҡарамаҫтан, беҙ һаман да аралашабыҙ, ҡатышып йәшәйбеҙ, йыл да осрашырға тырышып торабыҙ. Бала саҡ дуҫтар - класташтарыбыҙ менән беҙ үҙебеҙҙе һаман йәш, хатта бала һымаҡ тоябыҙ. Класта булған хәтирәләрҙе иҫләп, көлөшөп, ҡыуанып, тормош мәшәҡәттәрен арынып, бала саҡ иленә ҡыҫҡа ғына сәйәхәткә барып ҡайтабыҙ", - тип беҙгә яҙып ебәргән Роза Һөйөндөкова.