#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙҙы лайктар ҡуйып ҡаршы алайыҡ.
"Был уҡыусылар мәктәпте 30 йыл элек тамамлай. 26 июнь көнө Талҡаҫ күле буйында осрашырға әҙерләнәбеҙ", -- тип яҙған Мөғлифә Аралбаева.
...Теүәл 30 йыл элек ...ҡыҙ һәм егет төрлө яҡтарға,төрлө тарафтарға таралыштыҡ....Яҙмыш,яҙмыш...яҙмыштар.Кемдер уңды,кемдер туңды...Шуныһына шөкөр итәм,тормош һынауҙарына ҡарамай, класташтарым дәртләнеп йәшәй,гөрләтеп донъя көтә.
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
Эйе, бынан бик-бик алыҫ йылдар элек 1982 йылда тәү башлап мәктәпкә килдек. Бөгөнгөләй хәтеремдә һәр нәмәгә аптырашып ҡарай-ҡарай мәктәп ишеген астыҡ....Беҙ ...ҡыҙ һәм малай тәүгә мәктәп парталары артына инеп ултырҙыҡ...
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Ошо йыр юлындағы алтынға бәрәбәр һүҙҙәр тәүге остаздарыбыҙ Фатима Ғәзиз ҡыҙына һәм Маһикамал Зөлҡәрнәй ҡыҙына ҡағыла. Эйе беренсе уҡытыусыбыҙ Фатима Ғәзиз ҡыҙы беҙҙе һанарға, хәреф танырға,уҡырға,һүрәт төшөрөргә,тасури итеп шиғырҙар һөйләргә өйрәтте... Маһикамал Зөлкәрнәй ҡыҙы төштән һуң дәрес әҙерләтеп,төрлө уйындар уйнатып,эргәләге урманға,йылға буйҙарына экскурсияларға алып сыға ине.. Ниндәй түҙемлек, сабырлыҡ, балаларға ҡарата әйтеп бөткөһөҙ оло һөйөү йөрәктәрендә булған беҙҙең остаздарыбыҙҙа... Әле уйлап ҡарайым да... шуҡ та, шаян да, береһенән береһе үткер, йылғыр балаларҙы нисек итеп тыйып тота алдылар икән... Үкенескә ҡаршы онотолоп "ҡасыш" уйнаған ваҡыттар, тын да алмайса иҫ китеп серле әкиәттәр тыңлаған, пыр туҙышып шаярып көлгән мәлдәр әллә ҡайҙарҙа алыҫта ятып ҡалды...
Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында.
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә.
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә.(Мостай Кәрим)
Артабан беҙҙе белем тауҙарына Камил Йәмил улы, Сәкинә апай (ғәфу үтенәм атаһының исемен хәтерләмәйем), Рәил Хәмит улы, Шәрифйән Шәкирйән улы, Зөһрә Зиннур ҡыҙы, Марат Нәбиулла улы, Миңлеғәле Нурмөхәмәт улы, Әлфиә Бәшәр ҡыҙы, Венера Әхмәҙиә ҡыҙы, Ғибаҙулла Фазулла улы, Ҡәһәрмән Мәҙғәр улы, Миңзәлә Фәсхи ҡыҙы, Йәүҙәт Әхмәт улы, Рәмил Хәмит улы, Илһам Әнүәр улы, Рәмилә Мөдәрис ҡыҙы, Фирзант Фазулла улы, Фәниә Фәсхи ҡыҙы, Фирҙәүес Юлбарыҫ ҡыҙы, Хәлит Хәмзә улы, Гөлниса Зөлҡәрнәй ҡыҙы... етәкләне. (Үкенескә ҡаршы күптәре фани донъяларҙан китеп барҙы.Ауыр тупраҡтары еңел,йәндәре йәннәттә булһын.) Һәр бер уҡытыусы беҙҙең өсөн уникаль, ҡыҙыҡлы шәхес. Остаздарыбыҙҙы йотлоғоп,тын да алмайса тыңлай инек (йәшермәйем сама белмәй шаярған,тик тормаҫ саҡтарыбыҙ ҙа күп булды инде). Уҡытыусыларыбыҙҙың беҙҙең өсөн ниндәй кеше булыуын Гөлшат Әхмәтованың шиғыр юлдары барыһында әйтеп бирер.
Буш класҡа инеп уйға ҡалдың...
Хәтерләйһең бөгөн кисәне...
Таралышҡан үҫмерҙәрҙе барлап,
Күңелең генә әллә нишләне.
Уларға бит телең шәрбәт һипте,
Күҙҙәреңдән тамды наҙ ғына.
Йөрәгеңде ҡуш усыңа һалып
«Бына», - тинең, - «Шуны ал ғына!!!...».
Моңһоулығың һинең, юҡһыныуың
Бәғереңде телеп, телеп ала.
Уҡытыусы ғынамы һуң әле –
Һин уларға өлкән апай (ағай) ҙа!!!
Көлһыу сикәләрең һыйпап ҡуйҙың,
Йөрөп үттең өҫтәл тирәләй...
Стеналарҙа рәсемдәре ҡалған,
Керпегеңдән ынйы тәгәрәй...
...Буш парталар, буш класҡа ҡарап,
Уйҙарыңды төбәп алыҫҡа
Ултырғанда һәйкәл ҡуйыр инем,
Ҡулдарымдан килһә шул саҡта.
Күсәренә ерҙең ҡуйыр инем,
Мәңгелектең хатта үҙенә!!!
Яҙып ҡуйыр инем алтын менән
«УҠЫТЫУСЫ» тигән һүҙ генә !
Мәктәп йылдары. Һәр минут, һәр сәғәт уларҙы тарих төпкөлөнә алып китә, беҙҙән алыҫайта.Беҙҙән алыҫайтҡан һайын мәктәптә үткән көндәребеҙҙе иң бәхетле, кире ҡайтмаҫ бала сағыбыҙ итеп хәтергә һәр саҡ аласаҡбыҙ. Иҫтәлекле ваҡиғаларҙы, мәктәп кисәләрен, ҡыҙыҡлы дәрестәр күңелдә мәңге онотолмаҫ.Шул дәрестәрҙе уҡытҡан уҡытыусылар беҙҙең күңелдәрҙә мәңгегә тороп ҡалыр.Улар биргән белем, улар сәскән нур осҡондары тормош юлынан беҙҙе бер ҡасан да тайпылдырмаҫ. Бөйөк халыҡ шағиры М.Кәримгә эйәреп: “Уңдыҡ. Уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ!” - тип аллаға шөкөр ғорур әйтә алабыҙ. Оло рәхмәтебеҙҙе белдереп,һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ!
(1993-сө йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Мөғлифә Аралбаева)