

#Һаҡмар_конкурс
Сираттағы конкурсантыбыҙ Майсара Кинйәбулат ҡыҙы Иҫәнсурина сығышы менән Ғәҙелбай ауылынан. Әле ул Өфө ҡалаһы янындағы Нуғай ҡасабаһында ғүмер итә.
- Минең ҙур тәҙрәм төбөндә ниҙәр генә юҡ! Ҡыярымды бер-ике көндән ашарға була. Помидорҙың 6 төрөн үҫтерәм, борос - өс төрлө, кәбеҫтә лә өс төрлө, ҡабаҡ та өс төрлө, ҡауын - ике төрлө, ҡарбуз - ике төрлө. Сөгөлдөрҙө лә тиҙ өлгөрһөн өсөн ултыртым. Еләк үҫентеләре 6 төрлө. Уныһын көн йылынғас тышҡа күсереп ултыртам. Сәскәләрҙән рауза, петуния, тайдалының һәр төрлөһө бар. Гортензия, хризантемаларым биш төрлө һәм башкалар. Әгәр һорауҙар булһа, кәңәшем һәр саҡ әҙер! Мәҫәлән, һынған помидорҙы, хризантеманы ҡабаттан тамырландырҙым, - тип яҙып ебәргән.
Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурсантыбыҙҙы лайктар менән дәртләндереп ебәрәйек!