Конкурстар
13 Март 2023, 04:05

Хөриә Биктимерова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡулдары мөғжизә тыуҙыра" конкурсына килгән сираттағы эш менән танышайыҡ. Йомаш ауылынан Хөриә Биктимерованың ҡулдары, ысынлап та, мөғжизә тыуҙыра. "Әсәйебеҙ йөн дә иләй, бәйләй ҙә, сигергә лә ярата, ырғаҡ менән дә оҫта үрә". Бала саҡта гел генә беҙҙең өҫтөбөҙгә бәйләп кейҙерер ине. Атайыбыҙға йылы свитерҙар бәйләп кейҙерер ине. Бынан тыш ул йәй көндәре баҡса үҫтерә. Уның сәскәләре, гөлдәре күҙҙең яуын ала. Әсәйебеҙ аш-һыуға ла бик оҫта. Өҫтәлендә гелән күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге ултыра. Уның бешергән ҡайнатмалары, бәлештәре ашап туйғыһыҙ була. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә үҙе тәмле итеп баҫып ҡырҡҡан туҡмастары, бишбармаҡтары һағындыра. Әсәйебеҙ шулай уҡ ауылда үткән концерттарҙа ла ҡатнаша. Шиғырҙар һөйләргә ярата. Әсәйебеҙгә лә, атайыбыҙға ла оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ. Гел шулай тормоштан йәм, ғәм табып ҡыуанып йәшәгеҙ", - тип ҡыҙҙары Мәүлиҙә яҙып ебәрҙе.  Хөриә апайға уңыштар һәм һаулыҡ теләйек! 

Хөриә БиктимероваХөриә Биктимерова
Хөриә Биктимерова

#Һаҡмар_конкурс

Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡулдары мөғжизә тыуҙыра" конкурсына килгән сираттағы эш менән танышайыҡ. Йомаш ауылынан Хөриә Биктимерованың ҡулдары, ысынлап та, мөғжизә тыуҙыра. "Әсәйебеҙ йөн дә иләй, бәйләй ҙә, сигергә лә ярата, ырғаҡ менән дә оҫта үрә". Бала саҡта гел генә беҙҙең өҫтөбөҙгә бәйләп кейҙерер ине. Атайыбыҙға йылы свитерҙар бәйләп кейҙерер ине. Бынан тыш ул йәй көндәре баҡса үҫтерә. Уның сәскәләре, гөлдәре күҙҙең яуын ала. Әсәйебеҙ аш-һыуға ла бик оҫта. Өҫтәлендә гелән күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге ултыра. Уның бешергән ҡайнатмалары, бәлештәре ашап туйғыһыҙ була. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә үҙе тәмле итеп баҫып ҡырҡҡан туҡмастары, бишбармаҡтары һағындыра. Әсәйебеҙ шулай уҡ ауылда үткән концерттарҙа ла ҡатнаша. Шиғырҙар һөйләргә ярата. Әсәйебеҙгә лә, атайыбыҙға ла оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ. Гел шулай тормоштан йәм, ғәм табып ҡыуанып йәшәгеҙ", - тип ҡыҙҙары Мәүлиҙә яҙып ебәрҙе. 

Хөриә апайға уңыштар һәм һаулыҡ теләйек! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас