+24 °С
Ямғыр


#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡулдары – мөғжизә тыуҙыра!" конкурсында Иҙрис ауылынан Дилә Нурғәлинаны ҡаршы алайыҡ. "Мин ҡорама буйынса дәрестәргә йөрөп, ошондай матурлыҡты эшләргә өйрәндем. Матрасы менән бәпес юрғанын да, буй һәм былай юрғандар ҙа һырмаланым. Әле мин бисер дәрестәренә йөрөй башланым", - тип беҙгә яҙып ебәргән. Әйткәндәй, уҙған йыл ул Түбәнге Иҙрис ауылында ҡорамалары менән күргәҙмәлә лә ҡатнашҡан.
Афарин! Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!