

Ижади бәйгегә саҡырабыҙ!
Айрат Фирғәт улы Сирбаев 1971 йылдың 23 февралендә Сыңғыҙ ауылында тыуған. Ауылдағы мәктәпте, Өфөләге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернатын тамамлай. Артабан БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала.
Уҡыған йылдарында “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаһы була. Университетты тамамлағас, Айрат Фирғәт улы “Йәншишмә”, “Яңырыу”, “Йәшлек” гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Башҡортостан радиоһында тапшырыуҙар алып бара, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында яуаплы вазифа биләй. Бер нисә йыл Архангел районының “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын да башҡара. Һуңынан “Һаҡмар” гәзитендә сәнәғәт бүлеген етәкләне.
Айрат Сирбаев үткер ҡәләмле журналист ҡына түгел, ә талантлы ижад оҫтаһы – үҙенсәлекле шағир ҙа ине. Тәүге шиғырҙары 6-сы класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә баҫыла башлай. “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Инйәр”, “Һаҡмар”, “Атайсал” гәзиттәрендә, “Пионер” (“Аманат”), “Шоңҡар”, “Ағиҙел”, “Тамаша” журналдарында ла уның әҫәрҙәре даими донъя күрҙе. Айрат Фирғәт улының шиғырҙары йәш ижадсыларҙың дөйөм йыйынтыҡтарында ла баҫылды.
А.Сирбаев ижадында тыуған ер, Ватан, тәбиғәт, мөхәббәт темалары өҫтөнлөк итте, әҫәрҙәрендә халҡына, бай сәнғәтенә мәдхиә йырланы. Айраттың әйтер һүҙе тос, берәгәйле ине, уның шиғырҙары үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып торҙо.
2021 йылда Башҡортостан Журналистар союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы һәм “Һаҡмар” гәзите редакцияһы арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир, үткер ҡәләмле журналист Айрат Фирғәт улы Сирбаевтың яҡты иҫтәлегенә арнап шиғыр, ҡобайыр ижад итеүселәр һәм хикәйә яҙыусылар араһында конкурс ойошторғайны. Шунда был конкурсты ике йылға бер үткәрергә ҡарар ителде.
Шулай итеп, сираттағы бәйгене иғлан итәбеҙ. Айрат Сирбаев ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләүселәр араһында интернет-конкурс старт ала. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн авторҙың үҙегеҙгә оҡшаған шиғырын һөйләп, үҙегеҙ теләгән форматта видеоға төшөрөргә һәм төркөмдөң админына ебәрергә кәрәк.
Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә!
ТАМСЫЛАР ЙЫРЫ
Болот-әсә тыуҙырҙы ла беҙҙе
Тамсы итеп һипте ерҙәргә.
Беҙҙең бәхет–сәскәләрҙең наҙы,
Шунда ҡундыҡ һурып үбергә.
Өлгөрмәнек моңға туйып, елдәр
Елберҙәтте сәскә-япраҡты.
Яҙмыштар ҙа инде билдәләнде–
Ҡоло булдыҡ ҡара тупраҡтың.
Ер ҙә сарсаған ине һөйөүгә,
Тамсыларҙың суп-суп көйөнә.
Беҙҙең наҙҙан ул да файҙаланып
Йәшел күлдәгенә кейенә.
Күрәһең, яҙмыштарҙан юҡ уҙмыш:
Ҡайҙа баттың–шунда сәскә ат.
Сәскәләргә ҡуныр наҙлы ҡортҡа
Тамсыларҙың илау-йыры ят.
Йәшәү-тормош ҡуласалы бит ул:
Тамсы–шишмә–диңгеҙ–океан.
Йәнә томан булып үргә ҡалҡтыҡ,
Болот хасил иттек яңынан.
Йәнә ерҙең гонаһтарын йыуып,
Ҡолас йәйеп үптек еремде.
Тарих яҙыр инек, мөмкин булһа
Барлар инек яҙмыш-күргәнде.
Бер көн терелттек беҙ мосафирҙы
Сарсап үлер сиккә еткәндә,
Бөгөн сыҡтыҡ ҡара тире булып
Арыҡ атты йөккә еккәндә.
Кисә йәше булып тамдыҡ ҡыҙҙың
Мөхәббәте ситкә киткәндә,
Бөгөн ике йәрҙе ҡауыштырҙыҡ
Берен-бере наҙлап үпкәндә.
Һөйләй китһәң, беҙҙең ғүмер сикһеҙ–
Ҡалын китап булыр үткәндәр.
Беҙҙе үлә тиеп уйламағыҙ
Шишмәләрҙең һыуы кипкәндә.
Мөмкин булһын ине һәр ваҡытта
Йәйғорланып донъя биҙәргә,
Йә булмаһа, моңло йылғасыҡтай,
Матур үҙәндәрҙе гиҙергә.
Наҙ-тамсылар, һәр саҡ бәхет йырлап,
Көтөп иҫкән яҙғы елдәрҙе,
Мөхәббәттәр теләп ҡалабыҙ беҙ
Һөйөү сәләмдәрен ебәреп!
ҺӨЙӨҮ ЙЫРЫМ
Бөгөн тағы ғашиҡ булдым, йәнем,
Иҫерәмен тойғо-хистәргә.
Сәскәләргә тиңләр инем һине,
Иләҫләткән яҙғы кистәргә.
Оло һөйөүеңә рәхмәтлемен,
Аңлауыңа минең күңелде,
Һәр саҡ шулай ҡояш кеүек балҡы,
Нурлаусыһы булып күгемдең.
Һиңә булған мөхәббәтем таша:
Күз йәштәре нисек йылмая,
Ынйы-бөрсөктәр биттән тәгәрәй,
Һөйөү йырым – ҡошом моңлана.
ҺАҒЫШ
Моңланып та йөрәк һыҡтай,
Әсе йәштәр өйкәй яраны,
Күңел илай, наҙға туймай,
Булмай уға хатта зарланып.
Тере йәнмен, таш түгел,
Шуғалыр ҙа һағыш баҫалыр,
Был тормоштоң аһ-зарҙары
Эстәремә һыймай ташалыр.
Аҡылдарым йыуаталар
Уй-хисемде: ”Тормош ғазабы
Гелән булмаҫ, үтер, – тиеп, –
Башланғандың була аҙағы».
Өмөт утым һаман быҫҡый,
Һүнгеһе лә килмәй, тоҡанмай.
Ялған лайлалары ҡамап
Дөрөҫлөктө сырмай, тоҡанлай.
Ә күктәрҙә, аҙашҡандай,
Илай-һыҡтай болот тулғана...
Күңелемдә болот тоям,
Ҡай саҡтарҙа шунда юғалам.
ХИС
Ҡәнәғәтлек тапмай ошо йәшәүҙәрҙән
Йөрәккенәм талсый, ҡанһырай.
Ярҙарына һыймай күңел таша,
Күбекләнә, хәс тә шәп һыра.
Зәңгәр генә күктең аяҙлығы,
Ҡояш наҙы бер ҙә тойолмай,
Илағылар килә – йәшем таммай,
Көлгөм килә – ауыҙ йырылмай.
Һоро тормош ҡосағынан
Сығыу һуҡмаҡтары бар микән?
Ирек ҡошо – бөркөттәргә
Был ситлектәр, ай- һай, тар икән...
ҠЫШҠЫ ЯЛҠЫН
Һәр миҙгелдең була сәскә сағы.
Әллә нишләп ҡышты яратам.
Гәлсәр ҡарға йәм-нур өҫтәп
Күңелемдә алһыу таң ата.
Ҡышын тыуған кеше һалҡын булмай,
Йөрәгендә дөрләр ут- ялҡын.
Өтөп барған сатламанан ҡурҡмай
Күңелемдәге аҡбуҙатым.
Тормошобоҙ тоташ ҡыш булғанда
Күңелкәйем сәсә яҙ нурын.
Шул саҡтарҙа, гүйә, изге хыял
Наҙ өләшә бәхет-таң булып.
ҺАҒЫНЫУ
Ауылҡайым, һине уйлап
Алыҫ сәфәрҙәрҙән ҡайтҡанда
Ҡаршылайһың ҡолас йәйеп
Таңдар алһыуланып атҡанда.
Тыуған ерем – йөрәк түрем,
Саҡыраһың мине үҙеңә.
Һағындырҙың – ҡайтып киләм,
Шатлыҡ йәше тула күҙемә.
Бик йыш аяҡ баҫмаһам да
Хат сәләмдәр илтә йылыңды,
Һаҡмарымдың сылтырауы –
Моң ауазы һағ(ы)ныу йырымдың.
Һағындырҙың Ирәндегем,
Ырыҫ шишмәләрең шиңмәһен,
Тыуған йорттоң уты мәңге
Балҡып торһон, баҙлап һүнмәһен!
ШУНДАЙ
Йыһан улы, ниңә моңһоуһың,
Тарлыҡ ҡыҫамы ни күңелде...
Ере шундай, иле шундай –
Тамуҡ ише генә түгелдер...
Юрғаныңа ҡарап аяҡ һүҙ!
Балтырҙарым талды бөкләүҙән.
Ере шундай, иле шундай –
Йөрәккәйҙе нисек үртәйҙәр...
Сабыр төбө алтын тиҙәр ҙә,
Заманына ярап буламы!. .
Ере шундай, иле шундай –
Оҡшамайҙыр һүҙҙең тураһы...
Гөл иткән дә бит, көл иткән дә
Байғош кеше – ерҙең хужаһы,
Иле шундай, үҙе шундай –
Беҙҙән генә ҡалмаҫ нужаһы.
ҠУРАЙҒА МӘДХИӘ
Тыуған ер йылыһы
Көйөндә ҡурайҙың,
Шул моңдан да ғорур
Бөйөклөк булмайҙыр.
Ул моңда – үткәнем,
Киләсәк, бөгөнөм,
Ҡояшлы ал көнөм,
Мөхәббәт – ай-төнөм.
Ул моңда – тарихым,
Илемдең нур йөҙө,
Байлығы – алтыны,
Икмәкле мул көҙө.
Милләтем шатлығын,
Хәстәрен ул көйләй,
Быуындан - быуынға
Аманат тип һөйләй.
Уйҙарҙы – аттарҙы
Шул моңдарға борам,
Ҡана ҡурайыңды,
Берәй көй сығарам,
Мәдхиә йырларға...
МОСАФИР ҺҮҘЕ
Таңғы нурҙа һинең ҡараштарың,
Ҡош телендә әйткән һүҙҙәрең,
Төн йоҡомдо бүләң төштәремдә,
Сәскәләрҙә күрәм күҙҙәрең...
Төн мосафиры булдым мин,
Күкте айҡап, айҙы эҙләйем,
Ана, унда серен сисә һылыу,
Ҡосағыңда ғына үләйем...