Конкурстар
25 Февраль 2023, 07:22

Ҙур ғорурлыҡ менән баш эйәм

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ. Күсей мәктәбе уҡыусыһы Асия Игебаева. 

Ҙур ғорурлыҡ менән баш эйәмҘур ғорурлыҡ менән баш эйәм
Ҙур ғорурлыҡ менән баш эйәм

Иркен тын алыуыма, көн дә " бисмилла" тип күҙ асыуыма, атай һинең өлөшөң ҙур. Һәр аҙым һайын рәхмәтлемен, сөнки һин беҙҙең һаҡлаусы һәм яҡлаусы. Ҙур ғорурлыҡ менән баш эйәм, тыныс тормошта беҙ йәшәһен өсөн, ил сигендә хеҙмәт юлын үтеүеңә.

Минең атайым 1994 йыл армия сафына саҡырыла. Хабаровск ҡалаһында хеҙмәт итә. Өлкән водитель- электрик, өлкән водитель- электромеханик вазифаларын башкарып өлгөрҙөм, тип бәйән ита үҙенең хеҙмәт юлын атайым. 1998 йылда Бөтә Рәсәй элемтә ғәскарҙәре араһында булып үткән ярыш һөҙөмтәләре буйынса1- се урынға лайыҡ булғандар.Атайыма элемтә министрынан маҡтау ҡағыҙы тапшыралар һәм прапорщик званиеһын биргәндәр. 1999 йыл хеҙмәтен тамамлай. Әммә ул контракт буйынса тағы ла 5 йылға ҡала.
Тыуған яғын һағыныу хисе көслө була, ауылға кайтып төпләнә. Өйләнә. Әсайем менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Атайым эшсән, оҫта ҡуллы, тырыш, аҡыллы. Ҡурсаҡтарыбыҙға сәңгелдәктәр, ҡоштарға тағараҡтар эшлап бирә.
Атайым ике ҡустыһына, һеңлеһенә өлгөлө ағай, беҙгә иң- иң якшы атай ул. Һау гына булһын минең ҡәҙерлем!

Асия Игебаева,

Күсей мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас