Конкурстар
20 Февраль 2023, 04:01

Рәхмәтлемен

Ҡәҙерле дуҫтар! #Һаҡмар_конкурс "Ватаным һаҡсыһы - ерем ҡалҡаны" конкурсында ҡатнашыусы Т. Миңлеғолов исемендәге Күсей мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Зәйнуллинаның матур ғына иншаһын лайктар менән баһалайыҡ әле. Бик тә афарин!  Конкурстың спонсоры булып "Хужа" магазины сығыш яһай. "Хужа" магазинында һеҙ донъя кәрәк-яраҡтарының барыһын да һатып ала алаһығыҙ. Ул обой булһынмы, лакмы, буяҡтармы, тышҡы һәм бүлмә ишектәрен, тәҙрәләрҙе, жалюзи, рулонлы ҡорғандарҙы, сантехниканы, иҙән япмалары (ламинат, линолиум һ.б.) һәм мунса кәрәк-яраҡтарын алырға була.    

РәхмәтлеменРәхмәтлемен
Рәхмәтлемен

Әсәй кеүек атай ҙа берәү генә. Ә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ атай исемен лайыҡлы йөрөткән, иң көслө зат. Һәр атайҙа көс, батырлыҡ, матурлыҡ бар. “Минең атайым,”- тип беҙ шатланып, ғорурланып әйтәбеҙ.
Минең атайым баһадир, матур,көслө, батыр йөрәкле кеше. Атайҙың йөҙөнә ҡарап мин үҙемде яҡлаулы итеп тоям. Ул изге күңелле, мәрхәмәтле.
Минең атайым – Зәйнуллин Йәмил Айҙар улы. Ул 1972 йылда Баймаҡ районы Күсей ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атайым тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған кеше. Шулай ҙа ул бирешмәгән.1994-1996 йылдарҙа Удмурт өлкәһе Ижевск ҡалаһында хеҙмәт итә. Атайым уңған, тырыш, бик уҡымышлы. Ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй. Ул ауыл биләмәһе депутаты ла булды.
Атайымдың белмәгән эше юҡ! Беҙҙең ғаилә бөгөнгө көндә ҙур, матур өйҙә йәшәй. Бының өсөн беҙ атайыма бик рәхмәтлебеҙ. Һөнәрҙәрен һанап бөтөрөп тә булмай. Бөтә ергә өлгөрә. Әсәйемә, туғандарыбыҙға, күршеләргә лә ярҙам итә. Атайыма һәр ваҡыт кәңәш һорап киләләр.
Ғаиләбеҙҙә дүрт балабыҙ. Сыңғыҙ ағайым Сибайҙа полиция хеҙмәткәре булып эшләй. Регина апайым Сибай күп профилле колледженың 4-се курс студенты. Искәндәр ағайым 7-се, ә мин 5-се класта уҡыйбыҙ. Беҙҙең ғаиләлә төп һүҙҙе атай әйтә. Һорауҙар килеп сыға икән, атайҙан кәңәш һорайбыҙ. Кистәрен беҙҙең менән шахмат, шашка уйнай, ағайым менән миңә өйгә эштәр эшләшә.

Атайыма юҡҡа ғына *Атайлыҡ фиҙәҡәрлеге* (*Отцовская доблесть*) дипломы бирелмәгәндер! Ул миңә һәр ваҡыт терәк-таяныс. Сикһеҙ һөйөүенә сорнап, ел-ямғыр тейҙермәй яҡлап, ҡурсалап тора ул беҙҙе. Атайлы булған өсөн хоҙайға рәхмәт әйтәм. Мин уны ныҡ яратам!

Наҙгөл Зәйнуллина, 

Баймаҡ районы Т. Миңлеғолов исемендәге Күсей мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас