Конкурстар
19 Февраль 2023, 08:31

Минең атайым - минең батырым

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттығы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ:  Күсей мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Зилиә Сафина. 

Минең атайым - минең батырымМинең атайым - минең батырым
Минең атайым - минең батырым

Минең атайым- минең батырым

Атайлы бала –арҡалы тип, бушҡа әйтелмәгәндер, атайлы булһаң, һинең һаҡлаусың да, яҡлаусың да була.
Минең атайым Сафин Илшат. Ул 1969 йылдың 16 февралендә тыуған. Атай ишле ғаиләлә 7-се бала була. Күсей мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлау менән уны совхозға тракторист итеп эшкә саҡыралар. Унда һәр ваҡыт алдынғы эшсе булып һаналған. Һабантуйҙар ҙа бүләкләгәндәр, маҡтау ҡағыҙҙары, премиялар биргәндәр атайыма.
Ул әрме сафында 3 йыл хеҙмәт иткән. Тымыҡ океан флотында моряк була. Яҡшы хеҙмәте өсөн уны гәзит биттәрендә баҫтырып сығаралар, хатта уны әрмелә ҡалырға өгөтләйҙәр.
Хәҙерге мәлдә атайым өйҙә, ул Себер яҡтарында эшләп йөрөгәйне, эштәре бөтөү сәбәпле эшһеҙ ҡалды. Атай өйҙә буш ҡына ятмай, үҙ көсө менән өй һала. Мал-тыуар көтә, уларға үҙенең тракторы менән бесән эшләй. Беҙҙең менән уйнарға ла ваҡыт таба. Шашки, шахмат уйнайбыҙ, төрлө башватҡыстар сисәбеҙ. Кис булһа, беҙгә әкиәттәр һөйләй, йомаҡ ҡоя.
Атайым изге күңелле булғанға , уға һәр ваҡыт ярҙам һорап киләләр, бер ваҡытта ла юҡ, тип тормай. Кеше менән уртаҡ тел таба белә. Өмәләрҙә, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша.
Мин атайым бар тип , ғорурлыҡ менән әйтә алам, сөнки атай кеше һәр балаға кәрәк. Атайымды мин бик ныҡ яратам.

Зилиә Сафина, 

Күсей мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас