Конкурстар
17 Февраль 2023, 12:14

Ветерандар...

Ҡәҙерле дуҫтар! #Һаҡмар_конкурс "Ватаным һаҡсыһы - ерем ҡалҡаны" конкурсына Йылайыр районы Шанский ауылынан Гөлдәр Кәлимуллина килеп ҡушылды.  Гөлдәр әбей яҙманы Беренсе Этҡол ауылында йәшәгән, араҡыға аҡсаһын талап, вәхшиҙәрсә туҡмалғандан һуң, имгәнеп үлгән һуғыш ветераны Һунарғолов Зәбихулла олатай иҫтәлегенә арнаны.  Конкурстың спонсоры булып "Хужа" магазины сығыш яһай. "Хужа" магазинында һеҙ донъя кәрәк-яраҡтарының барыһын да һатып ала алаһығыҙ. Ул обой булһынмы, лакмы, буяҡтармы, тышҡы һәм бүлмә ишектәрен, тәҙрәләрҙе, жалюзи, рулонлы ҡорғандарҙы, сантехниканы, иҙән япмалары (ламинат, линолиум һ.б.) һәм мунса кәрәк-яраҡтарын алырға була.

Ветерандар...Ветерандар...
Ветерандар...

Гөлдәр Калимуллина

Ветерандар...


(Беренсе Этҡол ауылында йәшәгән, араҡыға аҡсаһын талап, вәхшиҙәрсә туҡмалғандан һуң, имгәнеп үлгән һуғыш ветераны Һунарғолов Зәбихулла олатай иҫтәлегенә.)

Беҙҙең быуын һуғыш күрмәй үҫте
Ветерандар булды ҙур үрнәк.
Һуғыш ветераны кәмей бара
Элек булғандыр ҙа бик күмәк.

Хөрмәт булмаған ул ветеранға
Аяҡһыҙҙар, сулаҡ, ғәриптәр.
Үҙ ерҙәре өсөн һуғышҡандар
Үҙ илендә булған артыҡтар.

Указ сыҡҡан: Йыйып алырға ла
Оҙатырға алыҫ утрауға.
Караптарға тейәп оҙатҡандар
Илем мохтаж түгел уларға.

Йылдар үткән, улар ҡайтмағандар
Махсус ерҙә ғүмер кискәндәр.
Тормоштары ыңғай булмағанға
Кем ғәйепле, ниҙәр күргәндәр.

Ярты быуат үткәс, һирәгәйгәс
Ветерандар сафы кәмегәс.
Пенсияға бер аҙ өҫтәү булғас
Дан-шөһрәткә улар күмелгәс.

Берәү әйткән, ниңә ҡарт кешегә
Был аҡсалар бәлки артыҡтыр.
Араҡыға миңә аҡса кәрәк
Бүлешмәһә мәгәр, яҙыҡтыр.

Төн йөҙөндә ишек шаҡығанға
Танып асҡан булған ветеран.
Үҙ хәленсә бер аҙ ҡаршылашҡан
Аҡса таптырғанға, ни ҡылаң.

Зәбих олатайҙың күршеләре
Күреп ҡалып уны ҡотҡарған.
Төн ҡарағы, яҡын ауылдашы
Бер язаһыҙ аҙаҡ ҡотолған.

Мандыманы, хәле хөртәйгәйне
Мәрхүм булды Зәбих олатай.
Нисек йәшәй икән үлтереүсе
Хәҙер үҙе күптән олатай.

Ә һуғыштар тағы ҡабатлана
Ветерандар тағы күбәйә.
Етемдәргә ҡарап йөрәк яна
Тыуым да бит ҡырҡа әҙәйә.

Афганистан яуы күпме ҡырҙы
Чечня һуғышында ҡырылды.
Иҫән ҡалғандарҙың йөрәгенә
Төҙәлмәҫлек яра яһалды.

Ветерандар сафы тулылана
Яралана һалдат көн һайын.
Туҡтатһындар ине был һуғышты
Сараһыҙлыҡ, бына шул ҡыйын.

Кемдер әйтә, аҡса өсөн бара
Берәү әйтә, илен һаҡларға.
Хиләүәттән бер кем сығып китмәҫ
Күҙ күрмәгән сит бер яҡтарға.

Муса ҡартатайым әсир төшкәс
Язалауҙан ыҙа сиккәндер.
Тыуған ерен ҡайтып күрәлмағас
Ҡанлы күҙ йәштәрен түккәндер.

Ниңә һаман тарих ҡабатлана
Ветерандар сафы арталар.
Яу ерендә башын һала һалдат
Тик дандары ғына ҡайталар.

Ер шарында һәр үҫешкән ил
Ҡорал һынау менән маҡтана.
Афганистан ере, Сирияла
Украина ҡанға мансыла.

Бөтһөн һуғыш, туҡтатһындар ине
Ҡайтһын илебеҙгә һалдаттар.
Ете ағзалары теүәл ҡайтһын
Бәхет түгел төрлө мандаттар.

Һалдат ҡайта, яраланып ҡайта
Күҙҙәрендә уның һағыштар.
Ҡасан ғына тыныс көндәр тыуыр
Теләмәйҙер бер кем һуғыштар.
Гөлдәр әбей. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас