

Тылсымлы шишмә һыуы...
Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ер йөҙөндә күпме кеше, шунса яҙмыш. Был доньға һәр кеше яңғыҙы килә, шулай уҡ яңғыҙ китә лә инде. Ғүмер юлында осраған кешеләр, улар юлдаштар ғына. Эйе, кемдер әйтер, юҡ дөрөҫ түгел, кеше донъяға килгәндә ата-әсәһе, туғандары була, тип. Эйе, улар була, тик улар барыһыла ваҡытлыса, бәләкәй саҡта ата-әсә кәрәк, һуңынан үҙ донъяң булғас, һин балаларың өсөн йәшәйһең, улар үҫеп, тыуған йорттан сығып киткәс, тағы яңғыҙ ҡалаһың. Йәш саҡта яңғыҙлыҡ тойолмай, ә бына олоғайғас-яңғыҙлыҡ ҙур бәлә. Шуның өсөн һәр кеше ишле йәшәһен, яңғыҙлыҡ тоймаһын өсөн ир менән ҡатын ғаилә ҡорорға тейеш.
Төрлө ғаиләләр бар, матур, бәхетле ғаилә тормош йәме. Ғаиләнең бәхете күп нимәләрҙән тора, беренсе сиратта-мөхәббәт!!!
Бөгөн мин һеҙгә тормош иптәшемдең Ата-әсәһенең мөхәббәт тарихы тураһында бәйән иткем килә.
Рәмзиә Хәйбулла районы Бүребай ауылында тыуып-үҫеп, 9-сы класты тамамлағас, Иваново ҡалаһына тегенсе һөнәренә уҡырға инә, ял көндәрендә ауылға ҡайтып йөрөй, егеттәр яғына боролоп та ҡарамай.
Училищены уҡып бөткәс ҡалала эшләй башлай, һайлаған һөнәре буйынса. Йәй көнө отпускаға ауылға ҡайтҡанда осрата ла инде хыялындағы егетте.
Ул иртә, әсәһе Рәмзиәне ҡаҙҙарҙы һыу буйына ҡыуырға, бер ыңғайҙан шишмәнән һыу алып ҡайтырға ҡуша. Оҙон ҡара толомдарын икегә айырып үрә лә, матур сәскәле күлдәген кейеп, көйәнтәһенә биҙрәләрен элеп, ҡулына сыбыҡ тотоп ҡаҙҙарҙы ҡыуып сыға. Йылға йыраҡ түгел, тиҙ генә һыуға төшөрә лә, эргәләге шишмәнән төшөп таҙа, һыуыҡ ҡына һыу менән тултырып, биҙрәләрен, ҡайтырға сыға.
Тар ғына һуҡмаҡтан яйлап ҡына атлап килә, ҡапыл ҡаршыһына оҙон буйлы, ҡыйғас, ҡуйы ҡашлы, баһадир кәүҙәле егет килеп сыға, ул да шишмәгә һыу алырға төшөп килә икән.
... Егет Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан Нәүфил ине, ул Буребайға совхоз йомошо менән килгән, йөк машинаһында шофёр булып эшләй ул.
Йәйге эҫе көн, яҡын ара түгел, машина кабинаһында эҫе,шуға юлда туҡтап шишмәнән һыу эсергә тип туҡтаған ине. Шунда Рәмзиәне күреп ҡалып:
-Һылыуҡай, ғәфү итегеҙ, һеҙ минең фәрештәмдер ул, бик һыуһаған инем юлда, бер-ике тамсы тылсымлы шишмә һыуы менән һыйламаҫһығыҙмы икән йыраҡтан килгән юлсыны-тиа йылмая Нәүфил.
Рәмзиә ҡаушап ҡала, шулай ҙа үҙен тиҙ гене ҡулға алып, оялсан ғына итеп:
Рәхим итегеҙ, әле генә шишмәнән тултырып алдым.
-Рәхмәт һылыу-ти ҙә һыуһыны ҡанғансы, биҙрәне күтәреп һыу эсә.
-Ә, хәҙер танышайыҡ инде, минең исемем Нәүфил, Баймаҡ егете,-ти.
-Минең исемем Рәмзиә, ошо ауыл ҡыҙымын, ҡалала эшләйем, отпускаға ҡайттым-ти.
Ошо осрашыу ике йәш йөрәктең яҙмыштарын ҡырҡҡа үҙгәртә.
Бер ҡараштан ғашиҡ булалар, Нәүфил көн аралаш эштән һуң йөҙ саҡрым туҙан туҙҙырып һөйгәне янына елдерә.
Рәмзиә отпускаһы бөткәс эшкә китә ҡалаға, Нәүфил автобусҡа тиклем оҙата, адресын яҙып алып ҡала. Хат яҙышырға һүҙ бирешәләр.
Тик егет хаттар аша мөхәббәт булмай инде ул тип, әсәһе менән өләсәһенә:
-Әҙерләнеп тороғоҙ, бөгөн килен алып ҡацтам-ти ҙә, эшенән чл алып, кил машинаһы менән сығып китә ҡалаға. Юлда яландан ромашкалар йыйып ала, магазиндан көмөш балдаҡ һатып ала.
Кис етте тигәндә барып етә Рәмзиә йәшәгән ятаҡҡа, саҡырып сығара ла, ромашкалар гөлләмәһен һуҙып:Һылыуым, Рәмзиәкәйем, ошо ромашкалар ҙа, мин дә , һинһеҙ һулайбыҙ, йәшәй алмайбыҙ. Минең тормошомдо балҡытыусы, ғүмер юлдашым бул,тип, көмөш балдаҡ кейҙергән. Рәмзиә бер һүҙһеҙ риза булды ла, бәләкәй сумаҙанын йыйып Нәүфиле менән машинаға ултырып ҡайтып киттеләр.
Һуңынан гөрләтеп никах туйы үткәрҙеләр, ғаиләләренең бәхете, мөхәббәт емештәре ике улдары донъяға килә, олоһона Рәмил, кесеһенә-Шамил тип исем бирәләр.
Лена Шәйәхмәтова.