

"Беҙҙең мөхәббәт тарихы" конкурсында атайыбыҙ һәм әсәйебеҙ тураһында яҙырға булдыҡ.
Әсәйем Мәзүнә Зияитдин ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлап 1978 йылдың 15 мартында Мерәҫ ауылына юллама буйынса эшкә килә. Шул йылда атайым Юлай Химмәт улы менән танышып матур, тартыу ғаилә ҡоралар.
Әсәйем тәүҙә ауыл медпунктын да фельдшер, һуңынан акушер булып эшләй. Атайым колхозда зоотехник- селекционер булып эшләп бик күп наградаларға лайыҡ булды. Икеһе лә колхозда тырышып эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар. Атайым РФ ветераны.
Быйыл татыу ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 45 йыл тула.
Был ғаилә лә Зәйтүнә һәм Миләүшә исемле ике ҡыҙ бала донъяға килә. Икебеҙгә лә лайыҡлы тәрбиә, юғары белем биреп оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Бөгөнгө көндә һәр беребеҙ үҙ аллы донъя көтәбеҙ.
Хәҙерге көндә атайым менән әсәйем хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, икеһе лә тыуған илгә, ауылға кәрәкле һәм ярҙамсыл булырға тырышып торалар. Атайым ауыл старостаһы, ә әсәйем кистәрен аҡ инәйҙәре менән Мерәҫтән СВОға йөн ойоҡтар, селтәр бейләйҙәр, төрлө субботниктар ҙа, ауылда үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Атайым менән әсәйем бик яҡшы ҡартатай һәм өләсәй. Яратҡан ейән-ейәнсәрҙәрен ял, каникул көндәрен төрлө тәмлекәстәрен бешереп, самауырҙарын ҡайнатып һағынып көтөп алалар. Һәр осрашыуҙы ҡартатаһы менән Алина ейәнсәре бер береһен көтөп алалар. Сөнки осрашҡан һайын Алина ейәнсәренең 100 һорауына ҡартатаһы яуап бирә. Шуның өсөн Алина ҡартатаһын яратып " Ходящий энциклопедист" тип ярата.
Атайым менән әсәйем күрше күләндәре менән бик татыуҙар, уларҙы яраталар, йома сәйен эсәләр, һуғым аштарын ашайҙар. Һәр бер байрамдары бергә үтә.
Беҙ барыбыҙ ҙа яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Рәхмәт, һеҙгә атай - әсәй мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдығыҙ түҙемле.
Сәләмәт булығыҙ, ҡайғылар һис күрмәгеҙ,
Хоҙай ололаһын үҙегеҙҙе.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерлеһегеҙ,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һеҙ генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ,
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һеҙҙең ғүмерегеҙ.
Иң изге теләктәр менән Зәйтүнә Бикьянова һәм Миләүшә Шарипова.