

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ер йөҙөндә күпме кеше, шунса яҙмыш. Был доньға һәр кеше яңғыҙы килә, шулай уҡ яңғыҙ китә лә инде. Ғүмер юлында осраған кешеләр, улар юлдаштар ғына. Эйе, кемдер әйтер, юҡ дөрөҫ түгел, кеше донъяға килгәндә ата-әсәһе, туғандары була, тип. Эйе, улар була, тик улар барыһыла ваҡытлыса, бәләкәй саҡта ата-әсә кәрәк, һуңынан үҙ донъяң булғас, һин балаларың өсөн йәшәйһең, улар үҫеп, тыуған йорттан сығып киткәс, тағы яңғыҙ ҡалаһың. Йәш саҡта яңғыҙлыҡ тойолмай, ә бына олоғайғас-яңғыҙлыҡ ҙур бәлә. Шуның өсөн һәр кеше ишле йәшәһен, яңғыҙлыҡ тоймаһын өсөн ир менән ҡатын ғаилә ҡорорға тейеш .
Төрлө ғаиләләр бар, матур, бәхетле ғаилә тормош йәме. Ғаиләнең бәхете күп нимәләрҙән тора, беренсе сиратта-мөхәббәт!!!Тик ҡайсаҡта мөхәббәттән алда бер-береңде хөрмәт итеү, балалар хаҡына ғаилә ҡоралар. Мин һеҙгә атайым һәм әсәйемдең тормошо хаҡында бәйән иткем килә.
.Минзилә менән Ғаяз китаптағы яҙылған,әкиәттәрҙәге ялҡынлы мөхәббәт кисереп өйләнешмәнеләр,уларҙы димләп ҡауыштырҙылар.Икеһе лә йәш кенә булһалар ҙа был тормоштоң әсеһен-сөсөһен татып өлгөргәндәр ине инде.
Минзилә 26йәшлек өс бала әсәһе,тол ҡалған йәш ҡатын,уның тормош иптәше ҡәһарле Афған ерендә хәбәрһеҙ юғалған.
Ә Ғаяз бәләкәй генә өс ҡыҙсығын ҡосаҡлап ҡалған 34 йәшлек тол ир уҙаманы,уның һөйөклө ҡатыны йәшләй генә китеп барҙы был яҡты донъяларҙан.
...Минзилә тормош иптәше менән ҡалала йәшәйҙәр ине,ике ҡыҙ һәм бер малай үҫтерәләр, әсәләре балалар баҡсаһында эшләй,ә Заһиры милиционер булып хеҙмәт итә.
Ҡәһәрле Афған барған осор Заһирҙы командировкаға шунда ебәрәләр.Ике ай ҙа үтмәне, хәбәрһеҙ юғалған тигән яҙыу килтерҙеләр.
Күпме йоҡоһоҙ,мендәр ҡосаклап үткәргән төндәр булғанын Минзилә үҙе генә белә... Йоҡоһоҙ төндәр үтеү менән яңы көн тыуа,күҙенә ҡарап торған өс балаһы йәшәүгә дәрт,көс бирә.Тик ҡалала йәшәргә ауыр була,шуға Минзилә өс балаһын алып ауылға атай йортона ҡайтырға ҡарар итә.
...Ә Ғаяздарҙың ғаиләһе күрше ауылда йәшәйҙәр ине .Ғаяз менән Әлфиә яратып өйләнештеләр,йәш ғаиләнең шатлығы булып, мөхәббәт емештәре бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килде.Инсаф ауылдары фермала мал ҡараусы булып эшләй,Әлиә ҡыҙҙары менән өйҙә ултыра.
Ауылда тик ултырып булмай инде,урам тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт барыһы ла Әлиәнең иңендә,ул ваҡытта һыуҙы ла, утынды ла ташырға кәрәк бит инде.Ғаязы ярҙам итмәй түгел,шулай ҙа өй,һарай,урам тирәһендәге күп эште Әлиә башҡара .
Шулай яйлап ҡына тормош көтөп ятҡанда,аяз көндө йәшен атҡан кеүек,ҡайғы килә ғаиләгә,ҡапылдан ғына Әлиәне ҡаты сир харап итә,ҡан ауырыуы менән сирләп мәрхүм була.
Ғаяз ҡатынын нисек итеп күмгәндәрен дә йүнләп хәтерләмәй,юҡ,уйлап ҡуймағыҙ ул хәмер эсә башлаған тип,Ғаяз ҡайғыны ауыр кисерә,төшөнкөлөккә бирелә,ярай әле янында атаһы-әсәһе,туғандары була,улар ҡыҙҙары үҙҙәренә алып ҡайталар,бер ауылда йәшәгәс быны эшләү ҡыйын булмай.
Яҙмыштыр инде,шул уҡ ваҡытта күрше ауылға ҡаланан Минзилә өс балаһы менән ҡайтҡан,тигән хәбәр сыға. Ғаяздың ата-әсәһе күп уйлап тормай Минзиләләрҙең ауылына баралар яусылап.
Ғаяз менән Минзилә бер-береһен яҡшылап белмәһәләрҙә,күп уйлап тормай,балалар хаҡына ғаилә ҡорорға ҡарар итәләр.
Бына шулай ҙур ғаилә барлыҡҡа килә,биш ҡыҙ һәм бер малай. Минзилә менән Ғаяз бик татыу донъя көтәләр, бер-береһен хөрмәт итеп, һәр эштә лә кәңәшләшеп тормош йөгөн бергә тарталар.
Балалар ҙа үҙ-ара тиҙ генә уртаҡ тел табалар,апай-һеңлем тип кенә торалар,ә бәләкәй берҙән-бер ҡустыларын ҡулдан төшөрмәйҙәр.
Тормош дауам итә,балалар үҫеп тора,ғаилә шатлығы булып тағы бер ҡыҙ һәм ике малай донъяға килә .
Ғаяз менән Минзилә ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе була.Барыһыла уларға һоҡланып ҡарайҙар,һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул, өс төрлө туғыҙ бала, һәр береһенең үҙ ҡылығы,барыһы менән дә уртаҡ тел таба белеү кәрәк.
Ғаяз ғүмер буйы мал ҡараусы булып эшләй,ә Минзилә сөгөлдөр утауҙа, колхоз ашханаһында эшләй. Ғаиләлә балаларҙың һәр береһенең үҙенең бурысы, ҡыҙҙар өйҙө бөхтә тота,ата-әсәләре ҡайтыуына ашарға әҙерләп ҡуялар.Ә малайҙар инде урам,һарай тирәһендә атайҙарының оло ярҙамсылары,урманға утын,бесән әҙерләүҙә улар ярҙам итәләр .
Бына шулай иңгә-иң терәшеп тормош арбаһын тарталар,балалар үҫтереп үтеп тә китә инде 20йыл ғүмер.Рәхәтләнеп ҡартайған көндә йәшәргә лә йәшәргә бит инде,тик донъя без уйлағанса ғына бармай шул...
Ғүмер буйы мал ҡарап, ямғыр,ҡар тип тормай йөрөгән Ғаяз ҡаты ауырып китте,бер ятҡандан кире тора алманы,үпкәһенә һыуыҡ ныҡ тейгән тинелар.
Минзилә өсөн донъяның йәме юғалды,тормоштоң шәме һүнде,тамағына аш,ҡулына эш барманы.
Таң ата ла кис була,өйрәнелгәнсә,һәр көндәгесә йәшәне,кеше менән аралашманы.Ярай әле балалары бар,барыһы ла ҡалала йәшәйҙәр инде,биш ҡыҙҙары ғаиләле,бер ҡыҙҙары менән оло улдары ҡалала эшләйҙәр,ә бына ике бәләкәй малайҙары мәктәптә.
Ғаязынан ҡалып 11йыл йәшәй Минзилә.
Хәҙер икеһе лә гүр эйәләре инде. Йәндәре йәннәттә булһын, беҙ һеҙҙе яратабыҙ, һәр саҡ һағынып иҫләп торабыҙ.
Лена Шәйәхмәтова.