Конкурстар
9 Февраль 2023, 03:43

Беҙҙең мөхәббәт тарихы!

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Беҙҙең мөхәббәт тарихы" конкурсына эштәр килеүен дауам итә. Сығышы менән Темәс ауылынан булған Гөлназ һәм Илфат Әбсәләмовтарҙың мөхәббәт тарихына байҡау яһайыҡ. Бик матур тарих! 

Беҙҙең мөхәббәт тарихы!Беҙҙең мөхәббәт тарихы!
Беҙҙең мөхәббәт тарихы!

Тормош иптәшем Илфат Әбсәләмов менән беҙ икебеҙ ҙә данлыҡлы Темәс ауылынан, хатта бер урамдан тип әйтергә лә була. Бер нисә өй аша ғына күрше булып 20 йыл йәшәһәк тә, бер - беребеҙҙе кескәйҙән белһәк тә, берәй ваҡыт сәстәребеҙ сәскә бәйләнер тип уйға ла килмәгән ине. Етмәһә ул ағайымдың дуҫы, минән 7 йәшкә өлкән дә. Ләкин, яҙмыш беҙҙе осраштырҙы һәм ҡауыштырҙы. Яңы йыл кисәһендә ул миңә осрашырға тәҡдим итһә лә, беҙ тик ярты йылдан һуң ғына дуҫлаша башланыҡ. Бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң ул миңә өйләнешергә тәҡдим яһаны һәм гөрләтеп никах, туйҙар үткәреп бәхетле тормош ҡорҙоҡ. Әлеге мәлдә күбәләктәй ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Тормош иптәшем әле лә, мин бит һине үҙем үҫтереп алдым тип, көлөп иҫләп ала. Ысынлап та, мөхәббәт беҙҙе ҡайҙа көткәнен бер кем дә белмәй, әллә сит ҡитғаларҙа, әллә күршеңдә генә.😊

Наҙ тулы һөйөү хисемде,
Тойғоларҙың ҡайнарын...
Һүҙҙәрҙең дә иң йылыһын
Һинең өсөн һайланым.

Яҙмышыма рәхмәтемде
Еткерәм ҡабат-ҡабат.
Мәғәнәһе был тормошотоң
Һинең ҡулдарҙа, Илфат!

Көндәремдең бөтә йәме
Һинең ҡарашҡа тулған.
Яндарыңда шундай еңел
Атлауы уртаҡ юлдан.

Эшһеҙ торған минутың юҡ,
Тырышлыҡ - һинең ҡанда.
Бәләкәйҙән булдыҡлыһың -
Эткә еккәнһең сана...))

Һин бөгөн дә шундай уңғаң,
Иҫ киткес оҫта ҡулың.
Үҫеп килә ышығыңа
Һыйынып ике ҡыҙың!

Мин дә һиңә арҡаланып
Тормош юлынан киләм.
Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә -
Йөрәгем һинең менән!

Гөлназ Әбсәләмова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас