Әәйем менән Атайым тураһында булыр! Йәш саҡтары һуғыш осорона тап килә. Осрашҡан саҡтары, Акегет ауылында йәшәгән әсәйемә танышырға килгән атайым! Әсәйем һөйләгәндәрҙән шуны беләм: атайым ҡурайҙа уйнаған. әсәйем уға ҡушылып моңло итеп йырлар булған. Ул бигерәк "Ғилмияза", "Сәлимәкәй", "Илсе Ғайса" йырҙарын йырлағанын әле лә хәтерләйем.
Ҡурай моңо!
Ҡурай моңон ишеткәндә Әсәм,
Югреп сыҡҡан ,тауҙар башына,
Тау артынан ишетеп хайран ҡалған,
Атайымдың ,ҡурай моңона
Тынлағанда ҡушылып йырлаған ул,
Атлай-атлай йәшел урманда.
Моңдо тыңлап,килеп сыҡҡан
Ҡурайлы тау-тиган туғай ға!
Яҙғы йәшел,тәбиғәтле урман.
Аҡ сәскәгә күмгән болондар,
Изге ожмах йорто булғандыр ул,
Аҡ сәскәле еҫле муйылдар!
Ҡосак-ҡосаҡ ап-аҡ сәскәләре
Бүләк итеп биргән Атайым.
Тәбиғәттең хозурбер көнөндә,
Һөйөү кабынғандыр моғайын!
Атай яуҙа Әсәй тылдаэшлай,
Бер-береһен өҙөлөп коткәндәр
Яҙмыш әселәрен тартып,
Яуҙан кайтыуыңды коткәндәр!!!
Таңһылыу Шайнурова.