Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Февраль 2023, 12:10

Мин ышандым мөхәббәттең ысынлап та булғанына...

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙһерле дуҫтар! "Беҙҙең мөхәббәт тарихы" конкурсына эштәр килә башланы. Тәүге конкурсантыбыҙ - Иҫке Сибай ауылынан Мотал Рәмов.  Мотал ағай үҙенең ҡәҙерле кешеһе - ғүмерлек тормош юлдашы Эльвира Әбделғәней ҡыҙына арналған шиғырына яҙылған йырҙа ла ебәрҙе. Афарин! Бик матур мөхәббәт тарихы! Был йырға көйҙө авторҙың ижадташ дуҫы Дамир Солтанов яҙған.

Мин ышандым мөхәббәттең ысынлап та булғанына...
Мин ышандым мөхәббәттең ысынлап та булғанына...

Мин ышандым мөхәббәттең, ысынлап та, булғанына...

Хәтһеҙ генә йылдар йәшәп, урынһыҙ кәмһетелеүҙәргә, мыҫҡыллауға, туғандарымдың, дуҫтарымдың беҙҙең ғаиләнән ситләшеүенә түҙә алмай, өс баламды терекләтә етем итеп, тәүге ғаиләм менән арамды өҙөргә тура килде... Ут йотоп, башымды ҡайҙа ҡуйырға белмәй аңҡы-тиңке килеп, биш-алты йыл буйҙаҡ йөрөнөм... Бер көн күршелә генә йәшәгән һеңлем – апайымдың ҡыҙы хәбәр һалды:
–Ағай, өләсәй ҙә олоғайҙы... Нишләп һаман ғаилә ҡормайһың ул? Беренсе еңгәй менән килешә алманығыҙ... үҙеңә пар табырға кәрәктер, моғайын...
–Әллә инде, күңелем ҡалды шул минең, ҡатын алыу тураһында уйларға ла ҡурҡам хәҙер... Өләсәйең дә аңлайҙыр мине. Буш менән башыңды ҡатырма!
–Юҡ, өйләнәһең! Бөгөн кискелеккә әхирәтемде мунсаға саҡырам, Танышырһың! Ҡыҙҙар барыһы ла бер иш түгел бит... Ул да әсе-сөсөнө татыған кеше, уртаҡ тел табырһығыҙ әле...
...Кис һеңлем мине үҙенсә кейендереп, мунсанан арманһыҙ булып сыҡҡан өләсәһен төптәге йоҡо бүлмәһенә индереп, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә сығып йөрөмәүен үтенде. Әхирәте менән икәүләшеп мунса төшөп сыҡҡандан һуң, йүгереп йөрөп табын хәстәрләне.
–Һаумы, ҡыҙым! – Бер аҙҙан беҙҙең табынға әсәйем килеп ҡушылды. – Әхирәтең йоҡо бүлмәһенән сыҡмаҫҡа ҡушһа ла, түҙмәнем... Боҫоп ятырға боронғо заман түгел! Әсәйең менән дә һөйләшеп йөрөйбөҙ, әүәлдән танышбыҙ...
...Дүртәүләшеп ултырып оҙаҡ ҡына сәй һуҡтыҡ. Төн уртаһы яҡынлашҡас, ҡунаҡ ҡыҙ ҡайтырға йыйынды.
–Ағай, оҙатып ҡуйырһың ул... Төндә эскән-мескәндәр күп була торған... – Минең ризалығымды ла көтмәй, һеңлем шкафтан йылы кейемдәремде алып бирҙе. – Йә, нимә ҡарап тораһың, бар, бар... Туҡта, әхирәт, ағайымды көт!
...Беҙҙең беренсе танышыу ана шулай булды. Эш урыным ҡыҙ йәшәгән йорттоң ҡаршһында ғына ине. Ай самаһы осрашып, һөйләшеп йөрөнөк. Ә бер көндө әсәйем беҙҙе буласаҡ кәләшемдең өйөндә бергә тап итте:
–Йә, йәштәр, нимә уйлайһығыҙ? – Тура, ҡырҡыу һүҙле әсәйем хәбәрҙе ҡыҫҡа тотто. – Оҙон-оҙаҡ, яп-яһы уйлайһы юҡ... Кисә ҡоҙағыйым менән көнө буйы бергә булдыҡ. Йома көндө батаға барабыҙ, Алла бирһә!
–Ҡайһы ҡоҙағый ул? – Минең бер ни аңламай ултырғанымды шәйләгән әсәйем көлөп ҡуйҙы.
–Һуң ҡыҙымды килен итеп алабыҙ! Уның әсәһе ҡоҙағый булмаймы ни? Ә һин, ҡыҙым, хәҙер үк ауылығыҙға ҡайт! Ҡоҙағый шулай тине... Өйөгөҙҙә һине көтәләр!
...Шулай итеп, ике-өс көндән беҙ ирле-ҡатынлы булдыҡ! Беҙҙең өйләнешеүҙе эш урындарыбыҙҙа ғына түгел, хатта яҡын туғандарыбыҙ ҙа ишетмәй-белмәй ҡалды. Бер-беребеҙҙең ҡылыҡ-фиғелен белер-белмәҫ көйө йәрәштек...
Аллаға шөкөр, хәҙер егерме йылдан ашыу татыу ғаилә булып йәшәп ятабыҙ әле. Ун айҙан бәләкәй генә өйөбөҙгә йәм, шатлыҡ өҫтәп, улыбыҙ тыуҙы. Торараҡ тағы ла ике малайыбыҙ уға иш булды. Ҡартлығымда ғаилә бәхетен, балалар ҡыуанысын татып, ҡыуанып йәшәйем! Яҙмышыма рәхмәтлемен!
Мотал Рәмов.
Иҫке Сибай ауылы.
Ҡатыным Эльвира Әбделғәней ҡыҙына арнап яҙған шиғырым бөгөн популяр йыр булып йөрөй. Көйөн ижадташ дуҫым Дамир Солтанов ижад итте.


Һөйөүҙер ул!
Нисә йылдар тулып уҙҙы
Сәстәр-сәскә бәйләнгәнгә,
Мөхәббәтле ике йөрәк
Бер бөтөнгә әйләнгәнгә.

Ниндәй бәхет йәнәшәңдә
Йәндәй күргән йәрең булыу.
Ожмахтан да артығыраҡ,
Ләззәтлерәк һөйөүҙер ул!

Иркәләнеп туя алмай
Наҙға һыуһаған күңелем,
Ышан(а)алмай ыҙа сигәм
Белһәм дә төштә түгелен.

Яныуҙарым, көйөүҙәрем
Бәхет өсөн булған икән.
Һиҙмәһәм дә тойғоларым
Мөлдөрәмә тулған икән...

Мин ышандым мөхәббәттең
Ысынлап та булғанына.
Уҙһын, тием ғүмер юлым
Йән яратҡан ҡосағында!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: