Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Ғинуар 2023, 15:43

Таңһылыу Әлмөхәмәтова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡышҡы каникул" конкурсының сираттағы конкурсантын ҡаршы алайыҡ. Шулай итеп, Баймаҡ ҡалаһынан Таңһылыу Әлмөхәмәтова.  Таңһылыу конкурсҡа 2 йәшлек Эвелина исемле ҡыҙы исеменән шиғыр ҙа яҙып ебәргән.  Бик матур телле шиғыр. Афарин!  Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә беҙҙең "Ҡышҡы каникул" конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн байрамдарҙан һүрәтләмәләр, фотолар, ҡыҫҡа видеолар  ебәрегеҙ. Ғәҙәттәгесә, ололарҙың эше - айырым, балаларҙың эше айырым билдәләнәсәк. Ололарҙы @id629607822 (Дом Дверей) магазины әҙерләгән светильник, жалюзи һәм мунса кәрәк-яраҡтары көтә. Ә балаларға ҡышҡы тауҙа рәхәтләнеп шыуыр өсөн саналар әҙерләнгән. 

Таңһылыу Әлмөхәмәтова
Таңһылыу Әлмөхәмәтова

#Һаҡмар_конкурс 

Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡышҡы каникул" конкурсының сираттағы конкурсантын ҡаршы алайыҡ. Шулай итеп, Баймаҡ ҡалаһынан Таңһылыу Әлмөхәмәтова. 

Таңһылыу конкурсҡа 2 йәшлек Эвелина исемле ҡыҙы исеменән шиғыр ҙа яҙып ебәргән.  Бик матур телле шиғыр. Афарин! 


 

Бына көтөп алған Яңы йыл, шыршы байрамдарынан һуң күңелле ҡышҡы, оҙон ял көндәре башланды.

 
 
Уны һәр кем үҙенсә уҙғарырға тырыша. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы! Ҡыштың матурлығы ап-аҡ ҡарҙа. Тышта көндәр матур торғанда, өйҙә генә сыҙап ултырып буламы ни?! Ә саф һауала уйнауы үҙе ни тора! Бәләкәй генә булһам да, ҡышҡы ял көндәремдең һәр бер көнө: паркта атайым менән рәхәтләнеп уйнап, ҡартатайымдың урамында эшләгән тауында шыуып, әсәйем менән тәмлекәстәр бешереп, олатайым, ағайым менән тышта саф һауала йөрөп, өләсәйемә ярҙамлашып күңелле, ҡыҙыҡлы үтеп китте. 
 
Эй, бала саҡ, бала саҡ,
Бер ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ саҡ.
Атай янда, әсәй янда,
Уйһыҙ һәм бәхетле саҡ.

Эй бала саҡ, бала саҡ,
Иркәле саҡ, наҙлы саҡ.
Шатлыҡтарҙан һауаларҙа
Ҡанатһыҙ ҙа осҡан саҡ.
 
Эвелина һәм Таңһылыу Әлмөхәмәтовтар. 
 

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә беҙҙең "Ҡышҡы каникул" конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн байрамдарҙан һүрәтләмәләр, фотолар, ҡыҫҡа видеолар  ебәрегеҙ. Ғәҙәттәгесә, ололарҙың эше - айырым, балаларҙың эше айырым билдәләнәсәк. Ололарҙы @id629607822 (Дом Дверей) магазины әҙерләгән светильник, жалюзи һәм мунса кәрәк-яраҡтары көтә. Ә балаларға ҡышҡы тауҙа рәхәтләнеп шыуыр өсөн саналар әҙерләнгән. 

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә беҙҙең "Ҡышҡы каникул" конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн байрамдарҙан һүрәтләмәләр, фотолар, ҡыҫҡа видеолар  ебәрегеҙ. Ғәҙәттәгесә, ололарҙың эше - айырым, балаларҙың эше айырым билдәләнәсәк. Ололарҙы @id629607822 (Дом Дверей) магазины әҙерләгән светильник, жалюзи һәм мунса кәрәк-яраҡтары көтә. Ә балаларға ҡышҡы тауҙа рәхәтләнеп шыуыр өсөн саналар әҙерләнгән. 

 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: