Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Ғинуар 2023, 10:57

Алтынай Азаматова

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡышҡы каникул" конкурсына Беренсе Этҡол мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Алтынай Азаматова видео төшөрөп һәм инша яҙып ебәргән. Афарин! Иншаны сайтҡа үтеп уҡығыҙ.  Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә беҙҙең "Ҡышҡы каникул" конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн байрамдарҙан һүрәтләмәләр, фотолар, ҡыҫҡа видеолар  ебәрегеҙ. Ғәҙәттәгесә, ололарҙың эше - айырым, балаларҙың эше айырым билдәләнәсәк. Ололарҙы @id629607822 (Дом Дверей) магазины әҙерләгән светильник, жалюзи һәм мунса кәрәк-яраҡтары көтә. Ә балаларға ҡышҡы тауҙа рәхәтләнеп шыуыр өсөн саналар әҙерләнгән. 

Минең ҡышҡы каникулым

Бына көтөп алған ҡышҡы каникул көндәре килеп етте. Тәүге каникул көндәрен мин Учалы ҡалаһында урынлашҡан «Урал» балалар һауыҡтырыу ял йортонда үткәрҙем. Унда һәр үткәрелгән сарала әүҙем ҡатнаштым. Төҫлө ҡағыҙҙан төрлө уйынсыҡтар эшләү, интелектуаль уйындарҙы ҡатнашыу, концерттарҙа бейеү менән сығыш яһау, кискеһен дискотекала бейеүҙәр, яңы дуҫтар табыу - барыһы ла онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Иң мөһиме - һаулығымды нығыттым. 

Ата-әсәйем менән тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға ҡайтып, Яңы йылды ҡаршы алып, иртәгеһен Өфөгә юлландым. Баш ҡалабыҙ ҡыш көнө бигерәк матур биҙәлә шул! Һоҡланып туймайһың! 

Ә хәҙер мин һеҙгә үҙемдең баш ҡалала нисек ял итеүем тураһында һөйләйем әле. Тышта көндәр матур торғанда өйҙә генә сыҙап ултырып буламы ни?! Һеңлем Йәмилә менән Конгресс Холлда «Ҡарһылыуҙың мөғжизәле муйынсағы» исемле әкиәт ҡараныҡ. Премьера бик оҡшаны, артабан төрлө боҙ ҡаласыҡтары буйлап йөрөнөк. Ундағы матурлыҡ!!!

Икенсе көндө Айгиз ағайым тарихи-мәҙәни үҙәккә алып барҙы. Халҡыбыҙҙәң ғорурлығы булған-112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле менән танышыу, уның янында фото төшөү, минең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды.

Өсөнсө көн рәхәтләнеп коньки шыуҙым. Ә унда, әйтерһең дә, мөғжизәләр урыны! Иҫ китмәле, ғәжәп матур шул урын; төрлө көйҙәр уйнай, өлкәндәр, бала-сағалар шау-гөр киләләр....! Унда ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҙә ҡалды.

Мин каникул көндәремде уйнап ҡына уҙғарманым, бәләкәй туғандарым Йәмилә, Азамат менән уйнаным. Өй йыйыштырҙым, еңгәйемә һауыт-һаба йыуырға ярҙам иттем.

Бына шулай каникулым ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, файҙалы ла үтте. Ошондай күңелле каникул көндәре өсөн ата-әсәйемә, Өфөлә йәшәгән Айгиз ағайыма, Гөлшат еңгәйемә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Рәхәтләнеп ял итеп, мин мәктәпкә көс йыйып барам. Әлбиттә, был каникул көндәре күңелемдә оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Алтынай Азаматова, 

Беренсе Этҡол урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: