Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Ғинуар 2023, 08:45

Юлдаш Ҡарасурин

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡышҡы каникул" конкурсына эштәр килеүен дауам итә. Ишей ауылының әүҙемлек күрһәтеүе һөйөндөрә.  Ишей ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Юлдаш Ҡарасуринға әле 6 йәш һәм ул 6 балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Аҡыллы малай үҙенән бәләкәй һеңлеһе һәм ҡустыһын матур итеп ҡарап алып йөрөй. Ҡышҡы каникулда саф һауала тауҙан шыуырға, төрлө уйындар уйнарға ярата. Юлдаш һүрәт төшөрөргә лә оҫта. Быны һеҙ үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ! Афарин, Юлдаш! Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә беҙҙең "Ҡышҡы каникул" конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн байрамдарҙан һүрәтләмәләр, фотолар, ҡыҫҡа видеолар  ебәрегеҙ. Ғәҙәттәгесә, ололарҙың эше - айырым, балаларҙың эше айырым билдәләнәсәк. Ололарҙы @id629607822 (Дом Дверей) магазины әҙерләгән светильник, жалюзи һәм мунса кәрәк-яраҡтары көтә. Ә балаларға ҡышҡы тауҙа рәхәтләнеп шыуыр өсөн саналар әҙерләнгән. 

Юлдаш Ҡарасурин
Юлдаш Ҡарасурин

#Һаҡмар_конкурс 

Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡышҡы каникул" конкурсына эштәр килеүен дауам итә. Ишей ауылының әүҙемлек күрһәтеүе һөйөндөрә. 

Ишей ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Юлдаш Ҡарасуринға әле 6 йәш һәм ул 6 балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Аҡыллы малай үҙенән бәләкәй һеңлеһе һәм ҡустыһын матур итеп ҡарап алып йөрөй. Ҡышҡы каникулда саф һауала тауҙан шыуырға, төрлө уйындар уйнарға ярата. Юлдаш һүрәт төшөрөргә лә оҫта. Быны һеҙ үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ! Афарин, Юлдаш!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә беҙҙең "Ҡышҡы каникул" конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн байрамдарҙан һүрәтләмәләр, фотолар, ҡыҫҡа видеолар  ебәрегеҙ. Ғәҙәттәгесә, ололарҙың эше - айырым, балаларҙың эше айырым билдәләнәсәк. Ололарҙы @id629607822 (Дом Дверей) магазины әҙерләгән светильник, жалюзи һәм мунса кәрәк-яраҡтары көтә. Ә балаларға ҡышҡы тауҙа рәхәтләнеп шыуыр өсөн саналар әҙерләнгән. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: