Конкурстар
20 Декабрь 2022, 06:50

Айтуған Барлыбаев

#Һаҡмар_конкурс  Ҡәҙерле дуҫтар! Ә.Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Айтуған Барлыбаев та бик матур инша яҙып ебәргән. Сайтҡа инеп уҡыйбыҙ! 

Айтуған БарлыбаевАйтуған Барлыбаев
Айтуған Барлыбаев

Көтөп алған байрамым!

 

 

Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Ем-ем итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.

Йыл һайын мин байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алам.Йәшел генә шыршымды матур итеп биҙәйем,эстән әкрен генә көй көйләргә лә онотмайым.Минең дәртле эшемә әсәйем менән атайымда килеп ҡушыла,улар ҙа шыршыға элгән уйынсыктары һайын именлек булһын,тиҙерәк һуғыштар туктаһын тип теләктәрен яуҙыралар.Күмәкләп эшләгәс шыршыбыҙ ,һә тигәнсе биҙәлептә бөтә.Тын ғына шыршыкайыма карап уйҙарға бирелеп китәм.

Мин кулыма кәләм менән кағыҙ аламда шыршы аҫ тына һалырға хат яҙа башлайым.Бөгөн хатымдың өҙөгө менән һеҙҙе лә таныштырам. (Эх ,Кыш бабай миңә тылсымлы таяғын бүләк итмәҫме икән,әгәрҙә бүләк итһә мин ниндәй эштәр башкарыр инем?Ысынлапта кулыма тылсым таяғын тотоп иң тәүге хыялымды тормошка ашыра ла башланым...Илдә барған һуғышты туктатыр инем.Ер йөҙөндәге бер әсәнеңдә күҙ йәшен түктертмәҫ инем,икесенән эш урындары булдырыр инем,күп атайҙар үҙ балалары янында булыуын теләр инем.Атай тәрбиәһе бик мөһим ,тип әйтергә уйлайым.Өсөнсө теләгем бәтә балаларҙа атай-әсәйле булыуын ,етем булмауҙарын теләйем.)Шулай ук Кыш бабайҙан бөтә Ер шарына ,үҙемә һаулык,бәхет һорарғала онотмайым.Балаларҙың шат тауыштары яңғырап тороуын теләйем.

Барлыбаев Айтуған 4 класс Ә.Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбе

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас