+24 °С
Ямғыр


Минең быйма
Быйма баҫыу оҫталары
Баймаҡтарҙа бар икән.
Боронғоса баҙарҙарҙа
Һатыусылар күп икән.
Быймаларҙың йылыһын
Тоям ҡышҡы һыуыҡта.
Тәрән ҡарҙар өҫтөнән
Атлап үтәм һаулыҡта.
Быйма баҫыу серҙәрен
Белеүселәр күп икән.
Йылы һарыҡ йөнөнән
Баҫылғаны шәп икән.
Мин дә бөгөн тырыштым,
Эшләнем матур быйма.
Кемгә оҡшай был быйма,
Ҡуйығыҙ уға баһа!
Ынйы Иҫәнова,
ҡаланың 2-се мәктәбенең 4-се б класы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы
10 йәш