Конкурстар
19 Декабрь 2022, 14:52

Вазифа Ғәлиева

#Һаҡмар_конкурс Ҡуянтауҙан Вазифа Ғәлиева беҙгә Яңы йыл фотоларын ебәргән. 

Вазифа ҒәлиеваВазифа Ғәлиева
Вазифа Ғәлиева

 

Мин Ҡуянтау тәжрибә хужалығында 34 йыл һауынсы булып эшләнем. Эшләү дәүерендә 15 тапҡыр район буйынса "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" таҫмаһы һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләндем, бик күп маҡтау ҡағыҙы һәм атҡаҙанған ауыл эшмәкәре исеме алдым, әле хаҡлы ялдамын.

"Аҡсәскә" ансамбленә йырларға йөрөйөм, таҡмаҡтар яҙам.

Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙем. Бөтәһе лә үҙ ғаиләләре менән Магнитогорский ҡалаһында йәшәй дүрт ейән-ейәнсәрем бар.

Вазифа Ғәлиева.

Ҡуян йылын көтә торғас,
Әйләндем мин ҡуянға.
Елка эргәһендә тороп
Төштөм әле фотоға

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас