

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Луиза Ишдәүләтова конкурсҡа тип инша яҙып ебәргән. Уның "Ҡыш бабай һүрәттәре" тип атаған иншаһын рәхим итеп уҡығыҙ!
Инша.
Бер бөртөгө алтындай,
Бер бөртөгө күбәләктәй...
Эйе, был башҡорт яҙыусыларының береһе. Сайфи Ҡудаштың ҡар бөртөктәрен төрлө матурлыҡҡа тиңләп яҙған шиғыры. Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, күктән өйрөлөп-өйрөлөп, мамыҡтай ҡар бөртөктәре төшәләрҙә, барлыҡ доньяны ап-аҡ мамыҡ юрған менән ҡаплайҙар. Ҡыш үҙенең саф ҡаты һыуыҡтары, әсе елле бурандары, аяҡ аҫтында шығырлап торған, атлаған да ғырт-ғырт килгән ҡар тауышы менән оҡшай миңә.
Ә инде, яңы йыл яҡынлышһа, ҡыш бабай барлыҡ өйҙәрҙең тәҙрәләренә семәрләп тылсымлы таяғы менән һүрәттәр төшөрә башлай. Ниндәй генә семәрҙәр булмай тәҙрәләрҙә.
Тауҙар, урмандар, йылғалар, күлдәрҙә, бейек йорттар ҙа барыһы ла, тәҙрәләге быялаға, ҡыш бабайҙың оҫта, тылсымлы таяғы менән төшөрөлгән була. Ҡыштың иң матуры тәбиғәт ҡосағындалыр. Сөнки бар донъны ҡаплап алған ҡарҙың, ҡар бөртөктәренең мең төрлө төҫкә йым-йым итеүе, күҙҙең яуын ала. Бындай сихри ҡышҡы матурлыҡ,тик ошо ерҙәлер һымаҡ тойола. Байрамдың төп хужаһы, шыршы инеп өй түрендә. Төрлө уйынсыҡтар тағып биҙәлһә, өйгә байрам төҫө инәсәк. Бурандарын, һалҡындарын, күктә йымылдашҡан йондоҙҙарын, йым-йым иткән ҡарҙарын, һүрәт төшөрөүсе тылсымлы таяҡлы Ҡыш бабайын алып килгән яңы йыл менән!
Луиза Ишдәүләтова,
Баймаҡ лицей-интернатының 7-се а класы уҡыусыһы.
18.12.2022.