Конкурстар
19 Декабрь 2022, 12:20

Көнһылыу Сөләймәнова

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Шиғырҙар уҡып алайыҡ. Конкурсыбыҙға килеп ҡушылған Икенсе Этҡол ауылынан Көнһылыу Сөләймәнова "Өмөттәр аҡланһын" исемле матур шиғыр яҙып ебәргән. Ысынлап та, өмөттәр һәр саҡ аҡланһын! 

Көнһылыу СөләймәноваКөнһылыу Сөләймәнова
Көнһылыу Сөләймәнова

Өмөттәр аҡланһын.

Яңы йылдан мөғжизә көтөп,
Күңелдәрҙе өтә бер теләк:
Ышаныслы булһын киләсәк,
Тыныс типһен беҙҙең йөрәктәр.

Яңы йылда һис тә берәүҙең
Түгелмәһен ҡайғы йәштәре.
Һары һағыштарға күмелеп,
Моңаймаһын әсә күңеле.

Һуғыш утынан ҡайтҡан уланын
Ҡыҫһын ҡосағына әсәкәйе.
Балаҡайы менән атаһына
Насип булһын күрешеү бәхете.

Бына шундай матур өмөттәр
Баҙлай һәр кемдең күңелендә.
Хыялдар ысынға әйләнһен
Яңы йылдың сихри төнөндә!

Көнһылыу Сөләймәнова. 

Икенсе Этҡол ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас