

Ап-аҡ ҡарҙарын яуҙырып.
Ҡыш бабай килеп китте.
Беҙгә тағы аҡ ҡуянлы.
Яңы йыл бүләк итте.
Иҫке йылдар үтеп тора.
Яңыһы килеп етә.
Һәр яңы йыл килгән һайын.
Күңел мөғжизә көтә.
Ҡупшы шыршылар биҙәйбеҙ.
Ҡарҙан тауҙар өйәбеҙ.
Сар-сор килеп шатланышып.
Ҡар тауынан эйәбеҙ.
Бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Хәлдәрҙе белешәбеҙ.
Бәхет,шатлыҡ,ғүмер теләп.
Бүләктәр бирешәбеҙ.
Һау-сәләмәт булайыҡ.
Матур байрам итәйек.
Аҡ ҡуянлы яңы йылдан.
Мөғжизәләр көтәйек.
Ҡыш бабай елеп үтте.
Юлындағы һәр балаға.
Күстәнәс биреп китте.
Танау,ҡолаҡты семетеп.
Эй шаяра Ҡыш бабай.
Илаҡ,өшөкә малайҙар.
Ҡыш бабайға оҡшамай.
Аҡ ҡуянлы йылды ҡотлап.
Шәлкем-шәлкем ҡар яуа.
Сар-сор килеп шаярыша.
Бүләк тотҡан һәр бала.
Эй хөрмәтле Ҡыш бабай.
Килер йылың уң булһын.
Ауырыма-һыҙлама.
Күстәнәсең мул булһын.
Фәнис Бәҙретдинов.