

#Һаҡмар_конкурс
Ҡәҙерле дуҫтар! Баймаҡ ҡалаһынан Айгизә Айбулат ҡыҙы Сотникованың шиғырын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Уҡыйбыҙ, лайк ҡуйырға онотмайбыҙ!
Бына инде ҡыштар етте,
Доньяларға матурлыҡ өҫтәп.
Мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡарҙар
Ергә сафлыҡ килтерҙе.
Баллар ҡыуанышып тышҡа
Йүгерәләр уйнарға.
Йомшаҡ ҡарҙан түңәрәк эшләп,
Ҡыш бабай ултыртырға.
Күмәкләп Ҡыш бабайҙы
Эшләүе күңелле икән,
Өйгә инеп, ҡаймаҡ менән сәй эсеүҙәр
Бигерәк тәмле икән.
Онотмайыҡ ҡуянды ла
Яңы йыл хужаһы бит
Эшләп ҡуяйыҡ уныһын да
Бәләкәй йомро итеп.
Һындарҙы эшләп бөткәс,
Ҡарап торҙолар балалар.
Нимәлер етмәгәнен,
Аңлап ҡалдылар улар.
Ҡыш бабайҙың танауын
Ҡуйырға онотҡандар.
Ҙур кишер алып сығып
Танауын да ҡуйҙылар.
Айгизә Сотникова,
Баймаҡ ҡалаһы.