+24 °С
Ямғыр


Яңы йылға теләктәр.
Ҡулыма алып ҡәләм
Төшөрҙөм әле һүрәт.
Яңы йылға бағышлап,
Ҡуян йылын ҡаршылап.
Яңы йылдың йылыһын
Һалдым ошо рәсемгә.
Ҡыштың ап-аҡ ҡарҙары
Шатлыҡ бирһен һәр кемгә.
Яңы йыл уңыш килтерһен,
Һәр кем булһын бәхетле.
Яңы йылда көтөп торһон
Яҡты көндәр һәр кемде.
Ҡотлайым Яңы йыл менән
Олоһон һәм кесеһен.
Ергә яуған ап-аҡ ҡарҙар
Бәхет, шатлыҡ килтерһен.
Артур Иҫәнов
Баймаҡ ҡалаһы.